Сибайҙа һауа торошо:
-21, -23 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
19.09.2016
Сибай театры тарихы
Untitled document

Аҙағы. Башы 37-се һанда.

Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк коллективтың ир-егеттәре фронтҡа китә. Театрҙың ижади усағын һүндермәү бурысы ҡатын-ҡыҙ артисткалар—Fәшиә Абыҙгилдина, Биби Мәһәҙиева, Йәмилә Абитаева, Камал Ихсанова, Мәнфүсә Азаматова, Мәрхәбә Ғәбйәлиловаларҙың, ә ир-егеттәрҙән Сәхи Сәйетов һәм үҙешмәкәр түңәрәктәрҙән яңы ғына килгән үҫмерҙәр Фәйзрахман Рысҡужин, Марат Баһаутдинов, Хәмзә Ҡурсаев, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Бикйән Солтангилдин иңенә төшә. Улар театрҙың киләсәген һаҡлап ҡалыусы төп көстәр була. Театрҙың директоры вазифаһын Fәшиә Абыҙгилдина, ә баш режиссерлыҡ эшен Сәхи Сәйетов алып бара. Был ауыр йылдарҙа кадрҙар етешмәүенә һәм матди ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, халыҡты рухи ныҡлыҡҡа, еңеүгә дәртләндереүсе героик характерҙағы пьесалар сәхнәләштерелә. Һуғышҡа нәфрәт, көрәш рухы менән һуғарылған был концерттар, бәләкәй формалағы яңы спектаклдәр кешеләрҙең ҡараңғы, төҫһөҙ тормошон аҙ ғына булһа ла яҡтылыҡҡа сорнай.

Һуғыштың икенсе, өсөнсө йылдарында театр коллективы Рәшит Ниғмәтиҙең «Урман шаулай», Хәбибулла Ибраһимовтың «Ватан саҡыра» һәм «Башмағым», Ҡадир Даяндың «Таңсулпан», Риза Ишмораттың «Ҡайтыу», Баязит Бикбайҙың «Ҡаһым түрә» драмалары кеүек, күләмле әҫәрҙәрҙе лә сәхнәгә сығарыуға өлгәшә.

Ауыр осорҙа сәхнәлә ир-егет ролдәрен ҡатын-ҡыҙҙар һәм үҫмерҙәр башҡара. Был тәңгәлдә бигерәк тә Биби Мәһәҙиева менән Хәмзә Ҡурсаев ҙур оҫталыҡ күрһәтә. Уларҙы образға индереү ни тиклем генә ҡыйын булмаһын, килеп тыуған ауыр хәлдән сығыу юлдарын табып, туған коллектив нигеҙен һаҡлап алып ҡалыу һәм эшен шундай юғары рухта дауам иттереү—үҙе үк ҙур батырлыҡ була.

...Ҡәһәрле һуғыш бер кемде лә аямай. Театр коллективына ла бер-бер артлы ҡара ҡағыҙҙар килә.

Әмир Абыҙгилдин, Сәйфулла Аҡсурин, Сынтимер Баҡыев, Мөхәммәт Fилманов, Хәмит Дәүләтшин, Хәмзә Ҡурсаев, Зөфәр Хәйриев, Зөфәр Зәйнуллин, Солтан Ибраһимов, Мөхәмәт Ишҡаболов, Мөхәммәт Йәғәфәров, Fилметдин Кәбиров, Яхъя Лоҡманов, тыуған ил өсөн үлемесле алышта ҡаһармандарса көрәшеп, яу яланында ятып ҡала. Был ил батырҙарының исемдәре театр тарихы йылъяҙмаһына мәңгелеккә юйылмаҫлыҡ булып инеп ҡалған.

Бөйөк Еңеү менән туған коллективына ни бары ике ике генә кеше әйләнеп ҡайта: Мансур Лоҡманов һәм Fәйфулла Сарбаев. Улар ҡайтыу менән театр эшмәкәрлеге бермә-бер йәнләнә төшә. Үҙешмәкәр түңәрәктәрҙән һайлап алынған үҫмер егеттәр—Ишмулла Дилмөхәмәтов, Хәмзә Ҡурсаев, Бикйән Солтангилдин, Марат Баһаутдинов, Кәли Ниғмәтовтарға төп ролдәрҙе ышанып тапшыра башлайҙар.

Fәйфулла Сарбаев башҡорт атлы дивизияһында һуғыш юлы үтә. Ҡаһарман кавалерист полкташтары алдында үҙен ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу һуғышсы итеп кенә түгел, дәртле бейеүсе, ҡурайсы, аккордеонист итеп таныта. Беҙҙең зенитчиктар бәреп төшөргән фашист самолетының еҙ көпшәһенән эшләп алған ҡурайы Fәйфулла Сарбаевтың айырылмаҫ юлдашы, моңдашы, көс-ҡеүәт биреүсеһе була. Әлеге көндә ул еҙ ҡурай Башҡортостан Республикаһының Милли музейында һаҡлана.

Ошондай күп яҡлы талант эйәһе, йәш, әммә утты-һыуҙы кискән яугир—артист Fәйфулла Сарбаевтың театрға эшкә килеүе ижади коллектив өсөн оло бер хазина була. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Сибай театрына үҙенең бөтә ялҡынлы ижади ғүмерен арнай—тиҫтәләгән образ тыуҙыра һәм утыҙҙан ашыу әҫәр сәхнәләштерә. Мирсәй Әмирҙең «Тормош йыры», Ибраһим Абдуллиндың «Бажалар», Fабдулла Әхмәтшиндың «Тальян гармун», бүрәт яҙыусыһы Цырен Шагжиндың «Хәйләкәр Буҙамша», Мостай Кәримдең «Яңғыҙ ҡайын» һәм башҡа спектаклдәр сәхнәлә ҙур уңыш менән бара.

1950 йылдарҙа театрға үҙешмәкәр түңәрәктәрҙән Ҡәйүм Хөсәйенов, Fәли Кинйәбулатов, Мөхәммәт Шәрипов һәм сәнғәт училищеһын тамамлаусы Кифая Хәбибуллина, Тайфа Ишемғолова, Fабдулла Fиләжев, Хәлит Хәсәнов, һуңғараҡ Рәзинә Ҡаһарманова, Мөнирә Әхмәтғәлиева, Әнисә Дилмөхәмәтова, Ямал Мөхөтдинова, Әлтәф Мостафин кеүек талантлы йәштәр эшкә килә. Улар тәүге көндән үк коллективта үҙ урындарын таба.

1951 йылда Ҡыйғы колхоз-совхоз театры ябылыу сәбәпле, Баймаҡ театрына эшкә килгән Закирйән Ханов, Шәмсинур Сиражетдинова, Ямал һәм Мырҙашәриф Миңлишевтар ҙа төп ижади көстәр рәтендә була.

1954 йылдың ноябрь айынан Баймаҡ колхоз-совхоз театры Баймаҡ башҡорт дәүләт драма театры тип исемләнә. Ә 1957 йылдың октябрендә Сибай ҡалаһының сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт үҙәге икәнен иҫәпкә алып, театр таусылар ҡалаһы—Сибайға күсерелә.

Труппа 1950-1960 йылдарҙа, халыҡтар дуҫлығы темаһын үҫтереп, башҡорт телендә рус, татар, эстон, белорус, үзбәк, төрөкмән, ҡытай, бүрәт, монгол һ.б. халыҡтар драматургтарының пьесаларын сәхнәләштерә. Н.Гоголдең «Өйләнеү», А.Островскийҙың «Ете юл сатында», А.Макаеноктың «Трибунал», Эгон Ранеттың «Юлдан яҙған бала», В.Эльтондың «Хужа Насретдин», Цао Юйҙың «Тайфун», Хәй Вәхиттең «Беренсе мөхәббәт», Цырен Шагжиндың «Хәйләкәр Буҙамша», F.Fаджибәковтың «Аршин мал алан» әҫәрҙәре башҡорт театры сәхнәһендә башҡа милләт халҡы мәҙәниәтенең матур сағылышы булды.

Театрҙың үҙенең махсус бинаһы булмауға һәм күсмә шарттарҙа эшләүгә ҡарамаҫтан, яңынан-яңы спектаклдәр донъя күрә. Сәхнә эштәре менән коллектив Башҡортостанда ғына түгел, күрше өлкәләрҙә лә киң танылыу таба. Был йәһәттән режиссерҙар Ҡадир Бакиров, Fәйфулла Сарбаевтар ҙур тырышлыҡ һала. Бигерәк тә башҡорт халҡының тарихи үткәненә арналған милли рухтағы «Ҡарағол» драмаһының сәхнәләштерелеүе (режиссеры Ҡадир Бакиров) Башҡортостандың театр сәнғәте тарихында оло ваҡиға була.

1961 йылдың көҙөндә Башҡортостан Министрҙар Советы ҡарары нигеҙендә Сибай башҡорт дәүләт драма театры Башҡортостандың Сиҙәм ерҙәр театры тип үҙгәртелә. Сиҙәм ерҙәр театры үҙенең 30 йыллығын билдәләп, күп кенә яңы спектаклдәр сәхнәләштерә. Шуларҙың береһе—Әсғәт Мирзаһитовтың бөйөк революцион көрәш героикаһына арналған «Утлы өйөрмә» драмаһы. Был әҫәр театрҙың үҫеш кимәлен билдәләүсе мөһим бер ваҡиға була. Уны Мәскәүҙән талантлы сәхнә оҫтаһы Андрей Александрович Муат килеп ҡуя.

«Утлы өйөрмә» спектаклендә театрҙың маһир сәхнә оҫталары Хәмзә Ҡурсаев, Кифая Хәбибуллина, Биби Мәһәҙиева, Fәшиә Абыҙгилдина, Fәҙел Fәлләмов, Хәмит Әхмәтов, Ҡәйүм Хөсәйенов, Закир Ханов, Шәмсинур Сиражетдинова һәм башҡалар ҡатнашып, сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ образдар ижад итә.

 

Архив материалдарына таянып Айзилә Мортаева әҙерләне.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap