Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
Яҙылмаған яҙмыш
Untitled document

Айбулат Ғафаров

«Хәҙисә ҡарсыҡ тоҡандырған икән»,—һуң ғына йоҡоһонан тороп тышҡа сыҡҡан Хәлил иң элек күршеһенең мунсаһы мөрйәһенән сыҡҡан ҡуйы төтөнгә иғтибар итте.

Ҡышҡы иртә тыныс һәм ҡояшлы ине. Ерҙе ҡаплаған ап-аҡ ябыу, емелдәшкән ҡар бөртөктәре күҙҙе ҡамаштыра. «Эх-х-х…»,—тип, бала саҡтағы кеүек, көрткә ташланғыһы, яңы яуған ҡар өҫтөнә үҙ эҙҙәрен беренсе булып һалғыһы килде Хәлилдең. Был хозурлыҡҡа киң йылмайып, рәхәтләнеп кирелде.

—Хәлил ағай,—тертләп китте.—Теге, ней, ҡәбергә бар,—түбәнге остан уҡыусы малай кинәт кенә ҡысҡырҙы ла, артабан йүгерҙе.

—Кем?—Малай ишетмәнеме, әллә ишетһә лә боролоп торманымы, һорау яуапһыҙ ҡалды.—Кем булһа ла барыбер тү-гелме ни. Бөтәбеҙ ҙә шунда булабыҙ. Былай булғас, бөгөн иткә йоғонам икән,—тип үҙ алдына һөйләнде ир.

Хәлил ауылдың үҙенә күрә айырым бер кешеһе. Ҡул-ағзалары ла, зиһене лә теүәл. Ә йәшәү рәүеше—башҡа.

Ҡаланан ҡайтып, өләсәһе мәрхүмдең алама өйөн ипләп, шунда йәшәй башлауына ун йыл самаһы була инде. Кеше менән ҡатышмай, яңғыҙы, бире шикелле, үҙ алдына ғүмер итә.

Fаиләһе бар ине. Ике улы күҙле-башлы хәҙер. Һәүетемсә йәшәп ятҡанда донъялар үҙгәреп китте. Ун йыл ташсы булып эшләгән ойошмаһы көрсөккә терәлгәс, эштән-эшкә йөрөнө. Айҙар буйы аҡса ала алманы, төҙөй башлаған өйө бура көйө ултырып серене. Тырышманы түгел, тырышты. Хатта үҙенең эшен асып ҡараны. Тик гел киреһе килеп тик торҙо. Юҡлыҡ  талаштыра, тигәндәре бик тә дөрөҫ. Fаиләлә тыныслыҡ бөттө. Ҡатыны игәп-игәне. «Эшкинмәгән, мәшәү»,—тигән һүҙҙәрҙе көн дә ишетә торҙо. Сираттағы ғауға ла буштан башланды. Кеҫәһендә һуҡыр тиндең дә булмауын белә тороп, ҡатыны аҡса таптыра башланы. Шунан, ғәҙәтенсә, кәмһетеү һүҙҙәре теҙмәһе китте. Башын эйеп ултырған Хәлил ағарынып урынынан торҙо ла, күҫәктәй йоҙороғон төйөп, томанланған күҙҙәренә аҡ тап булып күренгән йөҙгә йән асыуы менән һуҡты. Ике тиҫтә йылға яҡын бергә йәшәп, тәүге тапҡыр һуҡты.

Урамда иҫенә килде. Нисек әйберҙәрен йыйғанын, өйҙән сығып киткәнен төштәге кеүек кенә хәтерләй ине. Ҡайҙа барһын, ауылына ҡайтты. Унда яҡындары ҡалмаһа ла, тыуған төйәк ҡабул итер әле, тип уйланы.

Ата-әсәһе мәрхүм булып, туғандары төрлө яҡҡа таралып бөткәс, ата йортон үҙе һатҡайны. Ауылдың аҫҡы урамында ултырған өләсәһенең алама өйө йәшәргә яраҡлы булып сыҡты.

—Ныҡ әле ул өй. Аныҡ ҡына хужаһы ла булмағас, ҡулдан ҡулға йөрөй хәҙер. Яңы өйләнешкән, торорға урыны булмаған йәштәр унда ғаилә тормошон башлай. Ҡаралтыһын да һә, тигәнсе йүнләрбеҙ,—балалыҡ дуҫы Самат ине Хәлилдең күҙ терәп барған кешеһе.

—Рәхмәт, дуҫ. Изгелегеңде онотмаҫмын,—тине күңеле йомшарған Хәлил бындай хәстәргә.

—Колхоз бөттө. Ауылда башҡа эш юҡ. Халыҡ мал көсө менән йәшәй, ситкә китеп кәсеп итә. Минең дә ғаилә аҫыраған шөғөлөм шулар. Оҙаҡламай юлға сығам, теләһәң һине лә алырмын.

—Яңғыҙ башыма күп кәрәкмәй. Тамаҡ туйҙырырлығын ауылда ла табырмын, моғайын, —донъя мәшәҡәттәренән йонсоған, эштән дә, кешеләрҙән дә бүккән Хәлил дуҫының тәҡдименән баш тартты.

Самат менән тиҙ арала йортто ипләп тә ҡуйҙылар. Йыһаздары ла табылды. Ауыл кешеһе эшкинерҙәй бер әйберҙе лә сүплеккә сығарып ташламай бит. Түрбаштан ул алғы яҡҡа, унан соланға, йә усаҡлыҡҡа, бик булмаһа—ҡыйыҡ аҫтына күсерелә. Тотоноуға яраҡлы карауаты ла, өҫтәле лә, ултырғысы ла, шкафы ла табылды. Стеналары аҡланған, иҙәне йыуылған, тәҙрәләренә, ишек яҡтарына ҡорған эленгән— алама өй бөхтә генә торлаҡҡа әүерелде лә ҡуйҙы.

Хәлил баштан уҡ кеше араһында һирәк булырға тырышты. Тәүҙә үҙенең яңы хәленә, йәшәү рәүешенә күнекте. Ә яңы урында йәшәй башлап күп тә үтмәй булған, тәү ҡарамаҡҡа, ғәҙәти бер ваҡиғанан һуң, үҙ тормошона ҡайһы бер тыйыуҙарҙы индерҙе.

Клубтың һил баҡсаһында эске табыны ойошторған йәшлек дуҫ-иштәре менән, осраҡлы ғына тап булышып, ярайһы ғына төшөргәйне бер көн. Нисек ҡайтып урынына ауғанын хәтерләмәй ҙә. Ишекте емерә яҙып типкеләгәнгә уянып китте.

—Йоҡо һимертә һаман. Ас ишекте,—бик әрһеҙ ҡыланды урамдағылар.

—Нимә кәрәк?—тине, тарҡалған зиһенен йыйып аҙапланған Хәлил.

—Дуҫтарыңды тиҙ онотаһың,—кисәге шешәләш иптәштәре ине.

Баш төҙәттерәбеҙ тип килгәндәр. Эске Хәлилдең өйөндә дауам итте. Өс көн сыҡманылар. Бәлки оҙағыраҡҡа ла һуҙылыр ине был байрам, өҫтәлдә ҡабырлыҡ тәғәм ризыҡ ҡалманы, сираттағы шешәгә тип сығып киткән әшнәләре, һыуға батҡан кеүек, юҡ булды. Саҡ кеше рәтенә ҡайтҡан Хәлил башҡа ауыҙына араҡы алмаҫҡа һүҙ бирҙе: «Уларға ҡушылып алһам, оҙаҡҡа бармаҫмын. Эсеп үлеп ятһам, күҙемде йомдороусы ла булмаҫ. Һөлдәмде генә килеп табырҙар»,—тине үҙенә үҙе.

Урамда ҡырағай баҙар хөкөм һөрһә лә хәҙерге заман тормошо аҡсаға ғына ҡоролмаған икән. «Икмәкте, һөт-ҡаймаҡты тәүге осорҙа беҙҙән алырһың»,—тигәйне Самат. Бәлешен дә, бешкән итен дә тоттороп сығарыр ине Зәлифә. Хәлил тартынманы, алды. Уның ҡарауы, дуҫына бөтә эштәрҙә булышты.

Ауыл тормошоноң үҙ рәт-сираты. Һуғым мәле ике айға тиклем һуҙылып китә. Был—туҡтауһыҙ байрам осоро. Эсмәгән, эш рәтен белгән Хәлил көн аша, өс көнгә бер мал һуя. Тамағы ла туҡ, ҡышҡа етерлек ит тә йыйнап ала. Артабан—яҙғы эштәр. Аҙлап иген сәскән фермер ҙа, ҡойма-ҡыйығын яңыртырға уйлаған әбей-бабай ҙа, урманды кәсеп иткән йүнсел дә эшсе ҡулдарына мохтаж. Хәлил күберәк әбей-бабайҙар йомошон үҙ итә. Тамағы ла туҡ, аҡсаһын да бирәләр.

Аҡса, тигәндәй, уның үҙ урынын билдәләгән. Ҡышҡылыҡҡа утын алыу, электр уты өсөн генә тотона. Кәрәгенсә йыйнай ҙа, ғәҙәттә, көҙ башына тиклем һуҙылып китә ул осор, оло йөк утын ҡайтарта. Уны бысып, ярып киптерә. Ҡыш оҙонона шул тамам етеп ҡуя.

Йәйгеһен бесәнгә саҡыралар. Сабып, йыйып, ташып алғанса ерҙе ҡар аҡлай. Бесән мәлендә лә ул, үлемесле булып, хәлдән тайғанса эшләмәй. Кешеһенә, үҙенең яйына ҡарап йөрөй был эшкә лә. Бер һыйыр тотҡан яңғыҙаҡ әбейҙәргә ярҙамлашыуҙы хуп күрә. Үҙ мәйелең, тигәндәй, рәхмәттән башҡа бер һүҙ ҙә ишетмәй. Мул һый-хөрмәттән тыш, хәстәрлекле инәйҙәр өҫ-башын да бөтәйтеп ҡуялар. Кемдеңдер улынан, икенсеһенең бабайынан ҡалған кейем ҡәҙерләп һаҡлана. Изгелекле кешегә уны ҙур ризалыҡ менән, ҡыуанып тоттороп сығаралар.

Мунса хәстәре лә эш араһында хәл ителә. Ә эштән өҙлөк булып торған ҡышҡы осорҙа сабынып-йыуыныу йомошо менән күршеһе Хәҙисә ҡарсыҡҡа йөрөй. Шәмбе көн мунса тотошлайы менән Хәлилдең ҡарамағында. Ни сәбәптәндер һуңлап китһә, сәбәлән холоҡло Хәҙисә әбей үҙе етешә. Бөгөн дә ул алданыраҡ өлгөргән. Төндә ҡағыҙҙары менән оҙаҡ маташҡан Хәлил йоҡлап ҡалғайны шул.

Ҡағыҙ-китап иһә, Хәлилдең айырым сере, һуңғы йылдарҙа оло мәғәнә тапҡан шөғөлө, ҡыуаныстар һәм кисерештәр иле.

Эсеп аҙапланмаған, кеше менән аралашмаған Хәлил ҡыштың оҙон кистәрендә китап уҡырға әүәҫләнеп алды. Ауыл китапханаһындағы китаптар исемлегенең осона сығып бара инде.

Тәүҙә еңел сюжетлы әҫәрҙәрҙе һайланы. Тора-бара етдиләренә күсте. Уларҙы уҡыуы ауыр. Шуға аңлап етмәгән урындарына ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайта. Хәҙер Хәлилде әҫәрҙең сюжетына ҡарағанда, унда әйтелгән фекер нығыраҡ мауыҡтыра. Ҡайһы ваҡыт, уҡығандарына яңынан байҡау яһап, оҙаҡ уйланып ята. Шулай бер көндө, уйҙарын ялғап алып китеү өсөн, уҡылған әҫәрҙән өҙөктәрҙе ҡарап сығырға булды. Оҙон кис буйы хитланып, саҡ тапты китаптың баяғы урындарын. Шунан ары оҡшатҡан фекерҙәрҙе дәфтәргә күсереп ала башланы. Ара-тирә унда үҙ уй-кисерештәрен дә теркәп барҙы.

«Яҙып ҡарағандасы?»,—көтмәгәндә килгән был уйҙы ҡыуырға теләне. Ләкин бөрөләнгән күңел теләген тыйыу, ай-һай, ауыр шул.

Өр яңы дәфтәр башланы. «Мин, Яппаров Хәлил Ҡөтдөс улы, 1963 йылда тыуғанмын»,—тип яҙып ҡуйҙы ла, артабан нисек дауам итергә белмәй, туҡтап ҡалды. Оҙаҡ ултырҙы. Бөтә тормошон байҡап сыҡты. Тик фекер туплай алманы. Дәфтәрен япты ла йоҡларға ятты.

Ул дәфтәрҙе кире асырға оҙаҡ баҙнат итмәй йөрөнө. Күңелен ҡытыҡлап торған теләкте тыя алмай, тағы аҡ ҡағыҙ алды. Ябайыраҡтан башларға булды был юлы. Тыуған яғына бәйле ололарҙан ишеткән хикәйәттәрҙе ҡағыҙға төшөрөргә, ҡул шымартырға ине ниәте. Бер дәфтәр яҙмалары йыйылып китте инде. Тәүге дәфтәренә ынтылып ҡуя ла, туҡтай, тыйылып тора әлегә. Көсө етмәгәнен белә.

*   *   *

Хәлил зыяратҡа барып еткәндә ҡәберҙе ҡаҙа башлағайнылар. Һүҙһеҙ генә көрәккә тотондо. Бер килке ер ташлағас, эргәһендәге егеткә өндәште:

—Кем?

—Белмәйһеңдәме ни?

—Юҡ. Һорап өлгөрмәй ҡалғайным әйтеүсенән.

—Самат ағай.

—Нимә? Кем тиһең?—Хәлил үҙ ҡолағына ышанманы, яңылыш ишеттем, тип уйланы.

—Эйе, Хәлил ағай. Дуҫыңа мәңгелек йорт булыштырабыҙ.

Теҙ быуындары ҡапыл йомшарған Хәлил ситкәрәк барып сүгәләне. Оҙаҡ ултырҙы. Шунан тағы ҡаҙып бөтөлмәгән ҡәбергә төштө. Эш тамамланғансы ҡулынан көрәкте төшөрмәне.

Иртәнсәк бер һыныҡ икмәк менән ҡоро сәй генә эсеп сыҡҡайны. Эсе ныҡ ҡына көтөрләп ҡуйҙы. «Зәлифә нимә салдырыр икән аят ашына. Бәрән һарыҡтары күп. Яҡшы ашатҡас, көр генәләр. Дуҫтың хәләл ефете сумарт, моғайын, йәлләп тормаҫ. Ит мул булыр»,—тигән уй ирекһеҙҙән башынан югереп үтте. Уның урынһыҙлығына үҙе оялып ҡуйҙы.

«Иртә китте. Ҡайһылай матур йәшәй ине. Мал таба белде, ярҙамсыл, кешелекле, кеселекле булды»,—ситтәрәк торған ололарҙың һөйләшкәне ҡолағына салынды. Әйтмә инде. Ҡыҫыр ғүмерлеләр, ана, йәшәй бирә»,—икенсеһе тартынмай Хәлилдең яғына ымланы.

—Тәҡдирҙән ҡасып булмай. Һәр кемдең үҙ сираты,—эште тамамлап, өҫкә күтәрелгәндә Хәлил үҙ алдына әйтте быларҙы.

—Ере йомшаҡ булды. Һәйбәт кешегә шулай эләгә,—зыяратта гелән ҡабатлана торған һүҙҙәр яңғыраны артынса.

Fәмәлде атҡарып, гүр аятын уҡығанда Хәлил күңеленең тамам тынысланғанын, аң-тойғоларының сафланып киткәнен тойҙо. Мулланың моңло тауышына әҫәрләнеп китеп, үҙен, өҫтән, бик бейектән, ерҙе байҡаған һымаҡ, хис итте. Унан зыяраттағы кешеләрҙе күрҙе. Керпек ҡаҡҡан мәл эсендә ерҙәге бар тереклектең Аллаһы Тәғәлә тарафынан яратылғандан алып ахры заманғаса үткән юлын байҡағандай булды. Йыһан киңлегендә яңғыҙ үҙ юлы менән барған ерҙең, ундағы мәхлүк йәндәрҙең бахырлығын, яңғыҙлығын тойҙо.

Күп уҡыуҙан тормошҡа фәлсәфәүи ҡарап, китапса фекерләргә өйрәнә башлаған Хәлил, кисерештәренең шундай тәрәнгә китеүенә үҙе хайран ҡалды. Уларҙы дәфтәренә яҙып ҡуйғыһы килде.

Дауамы киләһе һанда.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap