Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
26.09.2016
Төбәктең рухи мәккәһе
Untitled document

Дауамы. Башы 37-се, 38-се һанда.

Тарихтың яңы бите

1964 йылда Сибай театрының баш режиссеры вазифаһына йәш, ГИТИС-ты тамамлаусы Рафаэль Мөхәммәт улы Әйүпов тәғәйенләнә. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сибай драма театрында тиҫтәләгән спектаклдәр сәхнәләштереп, тамашасының ихтирамын яулай. Актерҙарҙың профессиональ оҫталыҡтарын үҫтереүгә күп көс һала, ғөмүмән уның эшмәкәрлеге театрҙың ижади тормошона сағыу бер бит өҫтәй.

1968 йылдың май айынан театр яңынан Сибай башҡорт драма театры тип исемләнә. Театрҙың директор вазифаһын Вәлихан Фәтҡуллин башҡара, баш режиссер итеп иһә тәжрибәле, утты-һыуҙы кискән артист һәм яугир Фәтхелислам Fәләүетдинов ҡуйыла. Талантлы режиссер Сибай сәхнәһендә бик күп әҫәрҙәр сәхнәләштереп, артистарҙың ижади оҫталыҡтарын камиллаштырыуға ғәйәт ҙур өлөш индерҙе. Артистарҙың сәхнә сәнғәтендә күрһәткән хеҙмәттәренә лайыҡлы баһа алыуҙар ошо осорҙан башлана ла инде. Күптәргә Башҡортостан кимәлендә маҡтаулы исемдәр бирелә.

1975 йылдың февралендә театрҙың директоры вазифаһына оҙаҡ йылдар коллективтың партия ойошмаһын етәкләгән тәжрибәле актриса Рәзинә Дәүләт ҡыҙы Ҡаһарманова тәғәйенләнә.

1960-1980 йылдарҙа ижади коллективтың төп көстәре Закирйән Ханов, Шәмсинур Сиражетдинова, Ҡәйүм Хөсәйенов, Рәмзилә Әҙелшина, Хәмзә Ҡурсаев, Кифая Хәбибуллина, Мәрйәм Ямалетдинова, Рәзинә Ҡаһарманова, Мөнирә Әхмәтғәлиевалар була. 1964 йылда театрға Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған йәш актерҙар—Рәмилә Хоҙайғолова, Рива Fирфанова, Заһир Вәлитов, Марат Исхаҡов, Римма Фәрүәзова, Альберт Нәбиуллиндар килә. Һуңғараҡ коллектив шул уҡ сәнғәт училищеһын тамамлаусы Фариза Хәсәнова, Мулланур Ниғмәтуллин, Марат Йәмилев, Мөбәрәк Сәлимов, Фәнәүи Минажев, Риғза Әмиров, Рәмилә Сәлимгәрәева, Кинйәбикә Исламғолова, Хәниф Сафин кеүек талантлы йәш көстәр һәм Салауат театрынан Вәкилә Ҡалмантаева, Альберт Мостафин, Рәмзилә Әҙелшина, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһынан Рәсүл Баһаутдинов, ҡаланың халыҡ театрынан Әнүәр Fәтиәтуллин һәм башҡалар менән тулылана. Ә 1973 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлаған тәүге сығарылыш студенттары Зифа Баязитова, Вәкил Йосопов, Риф Сәйфуллин, Хисмәтулла Дәүләтовтарҙың эшкә килеүе театрҙың, ғөмүмән ҡаланың сәнғәт үҫешен тағы бер баҫҡысҡа күтәреп ебәрә. Артабан театрға Сәлихйән Әфләтунов, Әсҡәт Йәнбәков, Рәмзиә Ҡудашева, Рәдиф Яныбаев кеүек махсус белемле, һәләтле йәш көстәр килә. Сибай театрында төрлө йылдарҙа эшләгән режиссерҙар Ким Нәҙершин, Алик Сәфиуллин, Байрас Ибраһимов, Гөлдәр Ильясова, башҡа сәнғәт оҫталары уның үҫеш тарихына яҡты бит өҫтәне.

Театрға—мәртәбәле исем

1987 йылда театрҙың директоры вазифаһына Сибай халыҡ театрында оҙаҡ йылдар режиссер булып эшләүсе Дамир Мәзит улы Fәлимов, ә баш режиссер вазифаһына Лек Вәли улы Вәлиев тәғәйенләнә.

РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Лек Вәлиев Сибай сәхнәһендә ҡыҫҡа ғына эшләү дәүерендә Башҡортостан театр сәнғәте һәм мәҙәниәте тарихында ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә булған әҫәрҙәрҙе сәхнәләштерә.

1991 йылдың сентябрендә, театрҙың 60 йыллыҡ юбилей тантанаһында, Башҡортостан Министрҙар Советы ҡарары менән Сибай башҡорт дәүләт драма театрына уның тәүге художество етәксеһе, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков исеме бирелә. Яңғырауыҡлы исем алғас, Сибай башҡорт дәүләт драма театры ошо бөйөк сәхнә ҡаһарманының исеменә лайыҡлы булып ҡалыуҙы, Арыҫлан Мөбәрәковтың дан-шөһрәтенә тап төшөрмәй, республикабыҙ театрҙары араһында үҙ йөҙөн юғалтмай, яңы күтәрелештәргә ынтылып эшләүҙе үҙенең төп маҡсаты итеп ҡуя.

Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, талантлы режиссер Д.М.Fәлимов сәхнәләштереүендә театрҙың алтын фондына ингән спектаклдәр театр тәнҡитселәренең, тамашасыларҙың юғары баһаһын ала, фестивалдәрҙә, конкурстарҙа еңеү яулай.

Сибай театры үҫешенә һәләтле режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәлихйән Fиниәт улы Әфләтуновтың режиссерлыҡ эше ғәйәт ҙур өлөш индерә. Ул үҙенә генә хас алымдар менән һәр спектаклде үҙенсәлекле итеүгә өлгәшә.

Алдынғы театр

2004 йылда театр коллективы яңыртылған, заманса талаптар буйынса төҙөлгән һәм биҙәлгән өр-яңы бинаға күсте. Сибай ҡалаһының иң матур урындарының береһе булған театрҙа тағы ла илһамланып, дәртләнеп эшләргә, ҡолас ташлап ижад итергә ҙур мөмкинлектәр асылды. 2007 йылда театрҙың ижади составына М.С. Щепкин исемендәге юғары театр училищеһын тамамлаусы йәш көстәр өҫтәлде: Г.Мырҙагилдина, Р.Мифтахетдинов, Д.Нурғәлин һәм Л.Рустанова.

2008 йылда Арыҫлан Мөбәрәковтың тыуыуына 100 тулыға арналған таҡтаташ асылды һәм юбилярҙың пьесаһы буйынса «Бисәкәй» спектакле сәхнәләштерелде.

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры республикабыҙҙа бай тарихлы, бай традициялы, үҙ йөҙө, үҙ тамашасыһы булған милли, үҙенсәлекле театрҙарҙың береһе.

Театр Башҡортостандың төрлө төбәктәрен урап сыҡты, сит өлкәләрҙә лә уңышлы сығыш яһаны һәм меңәрләгән тамашасының һөйөүен яулап, киң танылыу тапты. Йыл һайын театрҙың репертуары төрлөләндерелә. Йәш режиссер Вадим Fилманов театрға яңы һулыш индерә.

Театр ғорурлығы

Сибай театрында бик күп сәхнә йондоҙҙары оло ижадҡа тәүге аҙымдарын яһаны, ҡанат нығытты. Улар әле икенсе тарафтарҙа эшләһә лә туған театрҙары менән бәйләнеште өҙмәй.

Бөгөн театрҙа маһир сәхнә оҫталары, оло талант эйәләре—Башҡортостандың халыҡ артистары Рәмилә Хоҙайғолова, Зифа Баязитова, Риф Сәйфуллин, Нурзиә Әбдрәшитова, республикабыҙҙың атҡаҙанған артистары Рәдиф Яныбаев, Юнир Fәйнуллин, Марс Итбаев, Айгөл Хәкимова, Венер Сөнәғәтов, Әлфирә Fәлләмова, театрыбыҙ ветераны—РФ Мәҙәниәт министрлығының Почет билдәһе менән бүләкләнеүсе Марсель Хоҙайғолов, артистар Арсен Шәйхисламов, Вадим Fилманов, Резеда Сәфиуллина, Урал һәм Айгөл Зәйнуллиндар, Салауат Вәлиев, Морат Амантаев, Зәлиә Хафизова, Юнир Мансуров, Рима Fәйнуллина, Илгиз Әбдрәшитов, Залина Сөләймәнова, Айнур Туйсин, Регина Ишбулатовалар ижад итә. Йәш актрисалар Ләйсән Ишмөхәмәтова һәм Эльмира Рахманғолова әлеге көндә бәпес үҫтерә.

...30-сы йылдарҙа туғыҙ кешелек бәләкәй генә труппа булып юлға сыҡҡан күсмә театр һаман да юлда. Хәҙер инде ул ҙур, һоҡланғыс ижади коллектив, Башҡортостаныбыҙҙың ғорурлығы, Урал аръяғының йөҙөк ҡашы, рухи мәккәһе булып, башҡорт сәнғәте күгендә яҡты йондоҙҙай балҡый.

 

Архив материалдарына таянып Айзилә Мортаева әҙерләне.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap