Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
26.09.2016
Исем һайлайыҡ сабыйға...
Untitled document

Исем һайлайыҡ сабыйға,

Һаҡлап халыҡ йолаһын.

Матур исем ҡушҡандар, тип

Һәр ваҡыт ғорурланһын!

Милләткә хас исем биреү

Ата-(ә)сәнең бурысы!

Исемендә—есеме, ти,

Илдә булыр ырыҫы!

Аллаға шөкөр, үҙ ғүмеремдә дүрт сабыйымды ҡулыма алып һөйөргә насип булды. Әсәләре дауаханала ятҡан саҡта уҡ исемдәрен яҙҙырып, ҡулыма тыуыу тураһында таныҡлыҡтарын алып ҡуйыр инем. Шулай итеп, Фидан, Иштуған, Сөмбөл, Райман исемле һөйөп туймаҫ ҡыҙ-улдарыма һөйөнөү бәхетен кисерҙем. Исемдәрен дә гел үҙем һайланым: баш балабыҙға үҙем йырҙарын яратып тыңлаған йырсының исемен ҡуштым. Унан һуң донъяға килгән улыма әҙәби әҫәрҙә һоҡланыу тыуҙырған герой исеме насип булды. Ҡыҙым иһә август айына—Сөмбөләгә аяҡ баҫҡас тыуыуы менән яуланы исемен. Кинйә улыма ла яратҡан йырсыларымдың береһенең исемен һайланым. Милләтемә хас исемдәр ҡушыуым менән ғорурлана алам хәҙер, шөкөр, балаларым да үҙ итеп, яратып ҡабул иттеләр исемдәрен һәм уларҙы саф килеш һаҡларға, йәғни боҙоп әйттермәҫкә тырышалар.

Сибай концерт-театр берекмәһенең ижади коллективы үҙенең сираттағы 23-сө ижад миҙгелен кешелек өсөн бик мөһим булған ана шул сабыйға исем ҡушыу ише изге ғәмәлгә бағышламаҡсы. Сөнки замана йәштәре балаларына әллә ниндәй яңыса, ҡолаҡҡа ятышһыҙ исемдәр ҡушыу менән мауығыусан булып китте. Әйткәндәремде кемдер дөрөҫ тә аңламаҫ, бәлки, шулай ҙа Сабина, Ралина, Эдик, Байкал, Пират, Джордж, Памир, Аделина, Адиля, Жанна, Эрнст, Фердинанд, Фидус, Азалина, Карина һ.б. исемдәр менән атау сабыйҙарҙы бер ҙә биҙәмәй шикелле… Шундай матур, нәзәҡәтле Зөлфиәләрҙең—Зуля, Әлфиәләрҙең—Аля, Бикмораттарҙың—Бик (ул да ғына түгел Бек), Зөлхизәләрҙең—Зоя, Нурбулаттарҙың—Нурик булып йөрөүҙәрен нисек аңларға һуң?!

Аҙан ҡысҡыртып, шартына килтереп ҡушылмаған дөрөҫ булмаған исем баланы буталсыҡ яҙмышҡа дусар итергә һәм ауырыуға сәбәпсе булырға мөмкин. Унан килеп, балаға исем ататыр алдынан фани донъя хаҡында ғына түгел, ә әхирәт тураһында ла уйларға кәрәктер. Сөнки бер көн барыбыҙ ҙа Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһына ҡайтасаҡбыҙ бит. Ҡиәмәт көнө тураһында хәҙистәрҙең береһендә Аллаһ илсеһе булған Мөхәммәт (с.ғ.в.) Пәйғәмбәребеҙ бына нимә ти: «Һеҙҙе ҡиәмәт көнөндә исемегеҙ һәм атайығыҙҙың исеме менән саҡырырҙар, исемегеҙҙе яҡшы ҡылығыҙ…»

Үрҙә әйтелгәндәрҙе күҙ уңында тотоп, Сибай филармонияһы артистары үҙ тамашасыларына башҡорт исемдәре менән бәйле фәһемле лә, зауыҡлы ла концерт программаһы тәҡдим итә. Концертҡа килеүселәр милләтебеҙҙең асылын нығыраҡ төшөнөр, милли рух менән һуғарылған тамашанан бик күп файҙалы мәғлүмәттәр алыр, теге йәки был исемдең мәғәнәһенә тулыраҡ төшөнөр тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Мотал Рәмов,

 

берекмәнең әҙәбиәт һәм драматургия бүлеге етәксеһе.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap