Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
26.09.2016
Бүләктәр үҙ хужаларын тапты
Untitled document

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы барышында «Атайсал» гәзите мөхәрририәте һәр ваҡыт лото-уйын ойоштороп тора. 2016 йылдың 2-се ярты йыллығына гәзиткә яҙылыусылар араһында ла беҙ елле бүләктәр уйнаттыҡ. Белеүегеҙсә, төп приз—өҫтәл Хәйбулла районынан Әлфиә Бикбоваға эләккәйне. Күптән түгел беҙ, хәбәрселәр, Маҡан ауылына барып, Әлфиә апайҙың өлөшөнә төшкән бүләген—өҫтәлде (бағыусы—Сибай ҡалаһы «Таусы» магазинының мебель салоны директоры Радик Хәсәнов) тапшырып ҡайттыҡ.

—«Атайсал» гәзитен йыл һайын алдырырға тырышам. Уның һәр битен тәфсирләп уҡыйым, бигерәк тә тормошсан хикәйәләре оҡшай. Күрше райондарҙа булған хәл-ваҡиғалар менән даими танышып барам. Район гәзитенә һәм республика баҫмаларына йыл да яҙылып та бер ниндәй ҙә приз отҡаным юҡ ине. «Атайсал»дар мине ҡыуандырҙы! Дуҫтарым, туғандарым килһә ошо өҫтәлгә ултыртып сәй эсербеҙ,—тип ҡыуанды Әлфиә апай

Лото-уйында отторолған тағы ла бер бүләгебеҙ—50 килограмлыҡ юғары сортлы он (бағыусыһы—Сибай ҡалаһы, Белов урамы, 5 адресы буйынса урынлашҡан күмәртәләп һатыу базаһы) Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылында йәшәүсе Рәмзиә Аралбаеваға тәтегәйне. Юл ыңғайында бер тоҡ ондо ла хужабикәгә тапшырып китергә булдыҡ. Яңы Ергән ауылы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Рәмзиә Рәжәп ҡыҙы бүләкте ихлас ҡабул итте.

—«Атайсал» гәзитенән айырылғаныбыҙ юҡ, ғаилә менән яратып уҡыйбыҙ. Хәйбуллалар тураһында матур-матур мәҡәләләрҙең күпләп сығыуына һөйөнәбеҙ. Бүләк отоуыма ифрат шатмын. 2017 йылға ла «Атайсал»ға яҙылырбыҙ,—тип вәғәҙә бирҙе Рәмзиә апай.

Гәзитебеҙгә яҙылып, бүләктәр отҡан ханымдарҙың ҡыуанысын уртаҡлашыу үҙе бер бәхет! Һеҙ ҙә тотош Урал аръяғы тормошон яҡтыртыусы баҫмаға яҙылырға онотмағыҙ. 2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыусыларға ла шәп бүләктәр әҙерләйбеҙ. Яҙылығыҙ, квитанцияғыҙҙың күсермәһен беҙҙең редакцияға ебәрегеҙ, бүләктәр отоғоҙ!

 

Альбина Таһирова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap