Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
26.09.2016
Мәрхәмәтле булайыҡ
Untitled document

Күптән түгел Сибай ҡалаһында IV Төбәк-ара мөнәжәт башҡарыусылар конкурсы үтте. Был сараға эргә-тирәләге район-ҡалаларҙан мөнәжәт әйтеүселәр бик етди әҙерләнеп килгән. Ҡөръән сүрәләрен олоһо ла, йәше лә матур итеп көйләне. Барыһы ла күҙҙең яуын алырлыҡ матур, сағыу итеп кейенгән. Мөнәжәттәрҙе коллектив менән дә, яңғыҙ ҙа оҫта итеп һөйләнеләр. Бәйгене Сибай ҡалаһының «Тәҡүә» мәсетенең имам-хатибы Әғләметдин хәҙрәт аят уҡып асып ебәреүе бигерәк тә ҡыуандырҙы. Һәр бер сығыш яһаусының «Лә-иллаһи-иллалаһ» тип «Аллаһ бер генә, унан башҡа илаһ юҡ»,—тип көйләүе һөйөндөрҙө.

Минең икенсе нәмәгә кәйефем ҡырылды. Оло ғына ҡатындың мөнәжәтен тыңлап та бөтмәй жюрилағы бер ханым аяҡ үрә баҫып: «Реглемент, туҡтатығыҙ!»—тип ҡысҡырыуы залдағы бөтә кешене аптырауға һалды. Меҫкен ҡатын һаман һөйләүен дауам итте. Залдан кешеләр: «Һөйләп бөтһөн!»—тип ҡысҡырыуҙарына ла иҫе китмәне ханымдың. Мөнәжәт әйтеүсе туҡтамағас, алып барыусыларҙан киләһе номерҙы иғлан иттертте. Сығыш яһаусы нишләргә белмәй, арттағы ултырғысҡа барып ултырҙы. Уның нимәләр уйлап, нимәләр кисергәнен бер Аллаһ ҡына белә. Бәлки, йөрәге ауыртҡандыр, бәлки күҙенә йәш тә алғандыр... Бер нисә кеше сығыш яһағансы ҡатын шулай сәхнә артында ултырҙы. Ни өсөн беҙ шулай бәғерһеҙгә, мәрхәмәтһеҙгә әйләнгәнбеҙ?! Һуңынан да бер нисә кешене шул ханым «регламент» тип ҡысҡырып туҡтатты. Кешене бөтә халыҡ алдында ниндәй уңайһыҙ хәлгә ҡалдырғандарын, түбәнһеткәндәрен жюри аңламаймы икән?

Мин, ошо ише конкурстарҙа ҡатнашҡан кеше булараҡ, сығыш яһаусыларҙы бик аңлайым. Бәлки, төн йоҡоларын йоҡламай мөнәжәт ятлап, ҙур өмөт менән беҙҙең ҡалаға килгәндер. Ойоштороусыларҙың шундай бәғерһеҙ ҡыланыуҙарынан рәнйеп тә ҡайтып киткәндәрҙер. Мөнәжәтте тулыһынса тыңлап бөтмәгәс, жюри уны нисек һуң баһалай? Ҡалала мөнәжәттәр бәйгеһе үткәрелеүе маҡтауға лайыҡ. Тик жюри ағзаларына мәрхәмәтле, әҙәпле булырға кәрәк. «Яҡшы һүҙ—йән аҙығы» тигән бик аҡыллы әйтемде иҫтән сығармаһаҡ ине. Бер-беребеҙгә ихтирамлы, мәрхәмәтле булайыҡ.

Бөгөн динебеҙ тергеҙелә, баш особоҙҙа тыныс күк йөҙө тип ҡыуанһаҡ та, йәштәребеҙҙең хәле тағы ла аяныслыраҡ икәнен һәр кем тәрәндән аңлай. Улдарыбыҙ, үҙебеҙҙең арала динебеҙҙең камил булмауы сәбәпле, ситтән килгән дини идеологияларға эйәреп һуғыш барған илдәргә китә, терракттар ҡыла. Балаларыбыҙға көйгә һалынған өгөт-нәсихәтте аңына һеңдереп үҫтермәгәнгә лә улар араһында ҡырын юлға быҫыусылар күп.

Fәлимә Әхмәтова.

Республика сәсәндәр бәйгеһе лауреаты, «Салауат йыйыны» сәсәндәр бәйгеһе дипломанты.

 

Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap