Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
26.09.2016
Тау сәнәғәте ҡорамалдарын тергеҙәләр
Untitled document

Юғары тиҙлектәр, йылдам үҙгәрештәр заманында һәр төрлө транспорт, автомобилдәр, уларға кәрәкле приборҙар һәм ҡорамалдар етештереүҙәге ҡаҙаныштар—сентябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә һөнәри байрамдарын билдәләгән машина эшләүселәр хеҙмәтенә нигеҙләнә.

Башҡортостанда машиналар эшләү комплексын Өфө мотор-ҙар эшләү берекмәһе—«УМПО», Нефтекама автомобилдәр—«НеФАЗ», «Инмаш» комбайндар, Башҡортостан троллейбустар заводтары тәшкил итә. Бынан тыш төбәгебеҙҙең һәр ҡала һәм районында машина эшләүҙә кәрәк-яраҡ етештергән эреле-ваҡлы предприятиелар бихисап. Мәҫәлән, Сибай ҡалаһында оҙаҡ йылдар эшләп килгән «Механизмдарҙы ремонтлау заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре лә машина төҙөүселәр булып һанала. Сөнки был предприятиела тау сәнәғәтенең ҡеүәтле техникаларына запас частәр етештерелә, сафтан сыҡҡан техника ремонтлана. Бында шулай уҡ машиналар төҙөүҙең төп технологик процесстарын ҡулланып метал изделиелары етештерәләр. Бынан тыш металл, суйын, ҡорос иретеп ҡойоу, резина изделиелары эшләү, электр двигателдәрен, генераторҙарҙы һәм трансформаторҙарҙы монтажлау, ремонтлау, техник хеҙмәтләндереү, электр сигнализацияһын көйләү кеүек әллә нисә төрлө хеҙмәт тә күрһәтәләр.

Механизмдарҙы ремонтлау заводы ремонт-механика участкаһының тимерселек һәм иретеп йәбештереү эштәре бүлегенең төп тәғәйенләнеше—сафтан сыҡҡан тау сәнәғәте техникаларын, ҡорамалдарын ремонтлау. Беҙ барғанда ла заводта эш ҡайнай ине: бер башта экскаватор сүмесен иретеп йәбештерәләр, икенсе урында тәгәрмәс рәтләйҙәр, «БелАЗ» машинаһының кузовын йүнәтәләр. Ремонт-механика участкаһының тимерселек һәм иретеп йәбештереү эштәре бүлегендә 27 кеше эшләй. Участка мастеры Вәли Сабир улы Хужәхмәтов әйтеүенсә, бында үҙ эштәренә мөкиббән киткән оҫталар йыйылған. Хәмит Үтәйев өс тиҫтә йылға яҡын тимерсе булып эшләп, 50 йәштән хаҡлы ялға сыҡһа ла, һаман да ошо участкала слесарь булып эшләүен дауам итә. Слесарь Ринат Ишпахтин да бөтә ғүмерен заводҡа бағышлаған. Иретеп йәбештереүсе Ринат Нарынбаев, тимерсе Рәсүл Айытбаев, слесарь Fәлим Кәримовтар ҙа йәштәргә үрнәк итеп ҡуйырлыҡ эшселәр. Әйткәндәй, Вәли Сабир улының бындағы хеҙмәт стажы ла аҙ түгел. 1986 йылда ябай тимерсе булып эш башлаһа, бер нисә йыл термист булған. 1994 йылдан участка мастеры итеп тәғәйенләнгән. Мастер айырыуса иретеп йәбештереүселәр—Әлхәм Мөбәрәковтың һәм Вәли Ишемғоловтың (һүрәттә) хеҙмәттәренән ҡәнәғәт. Әлхәм Мөбәрәков заводта 2000 йылдан алып эшләй. Тәжрибәле иретеп йәбештереүсе НАКС (иретеп йәбештереүселәр хеҙмәтен котролдә тотоу милли агентлығы) танытмаһына эйә. Вәли Ишемғолов та хеҙмәттәшенән ҡалышмай. Уның да эш тәжрибәһе бик ҙур.

—Һәүетемсә хеҙмәт итеүебеҙҙе дауам итәбеҙ. Мөмкинселек булғанда, эш ҡорамалдарын яңыртырға тырышабыҙ. Форсаттан файҙалынап, завод эшселәрен һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Заказдар булып торһон, эргә-тирәләге тау сәнәғәте предприятелары тотороҡло эшләһә, беҙгә заказдар күп буласаҡ. Шуға күрә һәммәбеҙгә ла иҡтисади именлек, колективҡа татыулыҡ, ғаиләләребеҙгә ҡот һәм бәрәкәт теләйем,—тине Вәли Сабир улы.

 

Гөлдәр Ҡадаева.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap