Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
26.09.2016
Байрам сараларына рәхим итегеҙ!
Untitled document

1 октябрь—Ололар көнө. Ошо уңайҙан һәр төрлө саралар уҙғарыласаҡ. Ҡалала мәрхәмәтлек аҙналығы иғлан ителеп, ойошма-учреждениелар үҙ ветерандарына иғтибар йүнәлтәсәк.

26 сентябрҙән 3 октябргә тиклем халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә оло йәштәгеләрҙең ҡул эштәренән торған күргәҙмә эшләйәсәк. Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә иһә балаларҙың ижади эшен күрә алаһығыҙ. 27 сентябрҙә 16.00 сәғәттә Төйәләҫ ҡасабаһы китапханаһында өлкән йәштәгеләр өсөн осрашыу кисәһе үткәреләсәк. 28-ендә Сибай институтының спорт майҙансығында ветерандар өсөн турнир ойошторола. Ошо уҡ көндө 15.00 сәғәттә Таулы ҡасабаһының 4-се моделле китапханаһында «Аҡыл көнө» тип аталған кисә уҙғарыла.

29 сентябрь сараларға бик бай булмаҡсы. 08.00-17.00 сәғәттәрҙә Бөтә донъя йөрәк көнөнә арналған «Йөрәк йәшәү өсөн» республика акцияһы ойошторолғанлыҡтан, поликлиника асыҡ ишектәр көнө иғлан итә. Сәләмәтлек үҙәгендә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына тикшереү үтергә, ҡан баҫымын, тән ауырлығын, буйҙы үлсәтергә мөмкин. Шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса кәңәштәр бирелә. 29-30 сентябрҙә Республика социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең Сибай ҡалаһы филиалы «Асыҡ ишектәр» көнөнә саҡыра. Ошо уҡ көндәрҙә стоматология поликлиникаһында сиселә торған протез тештәрҙе төҙәттерергә һәм ремонтлаттырырға була. «Азатлыҡ» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге 29 сентябрҙә ололар һәм инвалидтарға тәғәйенләнгән шәхси пансионаттың презентацияһын үткәрә. Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана. Ошо уҡ көндө иртәнге сәғәттәрҙә «Ирәндек» боҙ һарайы ололарҙы күмәк шыуыуҙа көтә. Ә «Бөркөт» физкультура-һауыҡтырыу комплексында шахмат буйынса турнир, Төйәләҫ мәктәбендә «Йөҙҙәрегеҙҙән йылмайыу китмәһен» кисәһе (15.00 сәғәттә) уҙғарыла. Ҡаланың 5-се китапханаһында «Уҙған йылдар алтынға бәрәбәр» тип исемләнгән кисә үткәрелә. Балалар спорт мәктәбендә ветерандар араһында волейбол буйынса турнир старт ала.

30 сентябрҙә 2-се, 3-сө, балалар, үҙәк китапханаларҙа байрам кисәләре уҙғарыла. 15.00 сәғәттә сәнғәт колледжында концерт була. 18.00 сәғәттә Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында өҫтәл теннисы буйынса турнир үтә. Ә балалар ижады үҙәге 1 октябрь көнө өлкән йәштәгеләрҙе бассейнға саҡыра. Музейҙа «Асыҡ ишектәр» уҙа. Ял һәм мәҙәниәт паркында «Күҙәтеү ҡуласаһы» аттракционы бушлай хеҙмәтләндерә. Октябрь айы буйы парктағы аттракциондар 30 процент ташлама менән эшләй. Етенсе моделле китапханала «Күңелебеҙ мәңге йәш» ял кисәһе үтә. Ололар көнөндә ҡаланың Үҙәк майҙанында, Балалар ижады үҙәгендә 5 октябрҙә уҙасаҡ А.Мөбәрәков исемендәге театрҙа «Рәхмәт һеҙгә ысын күңелдән!» байрам концертары күңелдәрегеҙгә хуш килер.

 

Рәхим итегеҙ!

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap