Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
03.10.2016
Бар яҡтан да уңған ул
Untitled document

Әйҙәйһең, һин, белем донъяһына,

Аңлатаһың тормош ҡанунын:

Бары тырыш, уңған, егәрлеләр

Был донъяла юлын табырын.

Был шиғыр юлдары Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында йәшәүсе Әҡлимә Зәйнулла ҡыҙы Утарбаеваға арналған кеүек.  Матур, сабыр холоҡло ҡатын, изге күңелле әсә, наҙлы өләсәй, ә эшендә һөнәрен яратып бар күңелен балаларға белем биреүгә һалған кеше ул. Әҡлимә Зәйнулла ҡыҙы 1966 йылда Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылында донъяға килгән. 1973 йылда беренсе класҡа уҡырға бара. Артабан тормош юлы уны Баймаҡ интернат-мәктәбенә алып килә. Мәктәпте тамалаған ҡыҙ Иҫке Сибай мәктәбендә вожатый булып эш башлай. Оҙаҡламай Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. 1987 йылда буласаҡ тормош юлдашын—Утарбаев Мирзаны осрата. Шул уҡ йылда Иҫке Сибай мәктәбендә уҡыта башлай.

Йылдар үтеү менән ул үҙен һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙ, уҡыусыларының яратҡан уҡытыусыһы итеп танытты. Уның күп йыллыҡ педагогик хеҙмәте лайыҡлы баһаланған, бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Почет грамоталары бар. Уҡыусылары төбәк һәм район кимәлендәге олимпиадаларҙа һәм ярыштарҙа призлы урындар яулай. Юғары һәм махсус урта уҡыу йорттарына инеп, һөнәрҙәре буйынса эшкә урынлашыуҙары Әҡлимә Зәйнулла ҡыҙының хеҙмәт емеше.

Коллегабыҙ бөтә яҡтан да уңған кеше, йортон да бик бөхтә итеп тота. Йорт ихатаһы төрлө-төрлө сәскәләргә күмелгән. Баҡса үҫтерергә ярата, кейемде лә үҙе тегә, ә инде бешергән аш-һыуы телеңде йоторлоҡ.

Тормошонда ышаныслы терәк-таяныс булған Мирза ағай  менән ул үҙен тағы ла бәхетлерәк тоя. Өс тиҫтә йылға яҡын бергә аңлашып йәшәгән Утарбаевтар бар яҡлап ауылдаштарына өлгө. Улар улына һәм ике ҡыҙына матур тәрбиә биреп, бөгөнгө көндә балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына ҡыуанып ғүмер итә. Коллегабыҙ Әҡлимә Зәйнулла ҡыҙын етеп килгән Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайбыҙ һәм һәр ваҡыт шулай алдынғы ҡарашлы, бай тәжрибәле белгес булып ҡалыуын теләйбеҙ.

Эльвира Танһыҡҡужина,

 

Иҫке Сибай мәктәбе уҡытыусыһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap