Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
03.10.2016
Уйҙарыбыҙ уртаҡ, маҡсаттар бер...
Untitled document

Сибай концерт-театр берекмәһе 23-сө ижад миҙгелен аса

23-сө ижад миҙгеленә концерт-театр берекмәһе ниндәй уй-ниәттәр менән аяҡ баҫа, үҙ тамашасыларына ниндәй яңы тамашалар вәғәҙә итә, ғөмүмән, ижади коллективтың һулышы, кәйеф-маҡсаты ни самала? Ошо һәм башҡа һорауҙарға берекмә етәксеһе—Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов яуап бирә.

—Сибай концерт-театр берекмәһенә етәкселек итә башлағанымдан алып йылға яҡын ваҡыт үтеп тә китте һәм мин коллективым менән тәүге яңы ижади миҙгелгә аяҡ баҫам. Берекмәгә етәкселек иткән ун ай ваҡыт арауығына байҡау яһап, шуны әйтә алам—беҙҙең коллективта үҙ-ара татыу, эшкә һәләтле, бер маҡсат менән эшләүсе егеттәр һәм ҡыҙҙар тупланған һәм уларҙың һәр береһе миндә тулы ышаныс һәм һоҡланыу тойғолары яуланы. Ҡул аҫтымда эшләүселәрҙең кемеһендер айырым атап, маҡтап китеү ҙә урынһыҙҙыр, тип уйлайым һәм барыһына ла тик рәхмәт һүҙҙәре, киләсәктә лә бергә, бер табандан эшләргә яҙһын, тигән теләктә ҡалам.

—Айбулат Минеғәле улы, уҙған миҙгел нимәләре менән нығыраҡ иҫегеҙҙә ҡалды?

—Сер түгел, берекмәгә барыһы өсөн дә мәғлүм булған ауыр һынылыш мәлендә килдем һәм, әйтергә кәрәк, эш башлап китеүе әллә ни еңелдән булманы. Шулай ҙа ҡабул итеп алған коллективымдың мине аңлап ҡабул итеүе, минең уй-теләктәремә дөрөҫ баһа биреп, күтәрмәләп тороуҙары, юғары етәксе органдарҙың, атап әйткәндә, республикабыҙ Башлығының, хөкүмәтебеҙ органдарының, мәҙәниәт министрлығының, Сибай ҡала округы хакимиәтенең, ҡала ойошмалары һәм учреждениелары етәкселәренең эскерһеҙ ярҙамы киләсәккә булған уйҙарыма илһам бирҙе, ышаныс һәм өмөт уятты. Нәҡ уларҙың ярҙамы менән Сибай концерт-театр берекмәһе Яңы йылды билдәле бер уңыштар менән ҡаршыланы һәм үҙенең артабан да маҡсатҡа ярашлы йәшәйәсәген һәм эшләйәсәген иҫбатлай алды. Ижади коллективыбыҙ Урал аръяғында һәм тотош республикабыҙҙа һәләтле сәнғәт усағы булыуыбыҙҙы үҙенең күп һанлы һәм сағыу сығыштары менән ҡайта-ҡайта күрһәтеп, белдереп тора. Бында, әлбиттә, коллективты коллектив итеүсе һәр белгестең хеҙмәт өлөшө ҙур! Ә уҙған миҙгелгә килгәндә, телгә алып китерлек емештәребеҙ байтаҡ ҡына. Шулар араһынан «Башҡортомдоң хазинаһы—йырлы-моңло сибайҙар», «Ижад беҙҙең дуҫыбыҙ—илдә булһын йырыбыҙ!» концерт-тамаша программалары, Мәскәү ҡалаһында, Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында үткән һабантуйҙарҙағы сығыштар, республикабыҙ район-ҡалалары, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләрендәге гастролдәр, онотолмаҫ хәтирәләр булып, филармониябыҙ йылъяҙмаһына инде. «Сулпан» балалар театры ла, миҙгел эсендә яңынан-яңы сәхнә әҫәрҙәре әҙерләп, кескәй дуҫтарыбыҙҙы һөйөндөрҙө, уларҙың ихлас алҡыштарына лайыҡ булды. Әйткәндәй, сулпандар сағыу сәхнә геройҙары, мауыҡтырғыс образдар тыуҙырып ҡына ҡалмай, ә шаян, уйынлы-ысынлы ситуациялар арҡылы кескәйҙәрҙе юл һәм янғын хәүефһеҙлектәренә, тормошта килеп тыуған хәл-ваҡиғалар алдында баҙап ҡалмаҫҡа ла өйрәтә… Һәр йыл һайын Яңы йыл байрамы алдынан артистарыбыҙ ҡыҙыҡлы-ҡыҙыҡлы иртәлектәр әҙерләй һәм яҡын-тирә район-ҡалаларҙың белем биреү учреждениелары буйлап сығыш яһай..

—Яңы программалар өҫтөндә эшләйһегеҙме? Сер булмаһа, улар хаҡында ла бер кәлимә һүҙ әйтеп китһәгеҙ ине?

—Әлбиттә. Берекмәнең киләсәккә пландары күпкә алдан уйланылып, айырым теркәлеп ҡуйыла. Көналдын ҡысҡырыу тимәһәгеҙ, бер нисәүһен әйтеп китә алам. Бөгөнгө көндә тамашасыларыбыҙ күңелендә Ер-әсәбеҙҙе ҡурсалау, уға һаҡсыл ҡараш, ҡәҙер-хөрмәт тойғолары уятыу маҡсатында «Йәшәү һуты биргән ер генәм…» исемле концерт программаһы менән Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарына гастролдәр дауам итә. Алдағы көндәрҙә Башҡортостан- дың атҡаҙанған артисы, һәүәҫкәр композитор Хисмәтулла Дәүләтовтың ижады менән бәйле матур тамашаға саҡырасаҡбыҙ. Халҡыбыҙҙың милли ғорурлығы булған музыкаль инструментыбыҙ ҡурайға айырым программа бағышламаҡсыбыҙ.

—Миҙгелде асыу айҡанлы яңы сценарий буласаҡмы, әллә…

—Миҙгелде асыу тантанаһына өр-яңы сценарий өҫтөндә эште күптән башланыҡ инде. Унда ла башҡорт халҡының милли ғорурлыҡ тойғоларына ҙур урын биреләсәк һәм концертыбыҙҙы бар кешелек донъяһы өсөн уртаҡ булған проблемаға—яңы тыуған сабыйҙарға мәғәнәле, матур яңғырашлы, мосолмандарса исем ҡушыу мәсьәләһенә арнамаҡсыбыҙ. Программабыҙҙың исеме үк шуға ишара яһай—«Исемеңдә һинең яҙмышың…». Хәйер, уның уңышлымы, түгелме икәнлеген миҙгелде асыу тамашаһына килгән дуҫтарыбыҙ үҙҙәре баһалар…

 

—Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Һеҙгә сәнғәт донъяһында яңынан-яңы уңыштар, талантлы артистар, тоғро тамашасылар теләйбеҙ!

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap