Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
Яҙылмаған яҙмыш
Untitled document

Айбулат Ғафаров

Хикәйә

Аҙағы. Башы 39-сы һанда.

Аят ашын Хәлил кинәнеп ашаны. Асыҡҡайны.

Ҡышҡы көндөң ғүмере ҡыҫҡа. Өйөнә ҡайтҡанда күҙ бәйләнгән ине инде. Солан ишегенең йоҙағын ҡапшаны ла, тирә яғына алан-йолан ҡарап алғас, өй артына үтте. Үҙе генә белгән ике таҡтаны ҡайырып соланға инде. Ут ҡабыҙманы. Иртәнсәк мул яғылған мейес йылыһын һаҡлағайны. Өй йылы. Өҫкө кейемен һалып, тәҙрә эргәһенә барып ултырҙы. Тулған ай яҡтыһы быяла аша шәм кеүек яҡтылыҡ һирпә, китап та уҡырлыҡ.

Бөгөн—шәмбе. Ҡаланан йәштәр ҡайтҡан. Урамда бер төркөм егет күренде. Ҡыҙмаса булып алғандар: ҡысҡырып һөйләшәләр, көлөшәләр. Өй тапҡырында туҡтап, түңәрәккә тороп, кесе ярау иттеләр ҙә, ары атланылар. Аҡ ҡарҙа йәмһеҙ эҙҙәр ҡалды.

Хәлилдең үҙ йортона ҡараҡ кеүек боҫоп инеп ултырыуының кәсәфәте лә, ошо йәштәр арҡаһында. Ике йыл элек бер төркөм егет ошолай, ялға ҡарай кис, килеп инделәр. Ҡуйындарына ҡыҫтырған яртыны төпләп ҡуйырға аулаҡ урын тапмай йөрөйҙәр икән. Шешәләре икәү-өсәү булып сыҡты. Тәүҙә үҙҙәрен итәғәтле тотҡан ауыл малайҙары, ҡыҙмаса булып алғас, бәйелһеҙ ҡылана башланылар. Ун көнлөк ризығын өҫтәлгә сығарып һалып тәләфләп ташланылар. «Егеттәр, улай ярамай бит»,—тигән өсөн асыуланып, һыу эскеһеҙ итеп туҡманылар. Шунан ары ялға ҡарай, йәштәр ҡайтҡан көндө, өйөн тыштан бикләй ҙә, йәшерен юлдан эскә инеп, ут ҡабыҙмай ғына ултыра.

…Ҡосаҡлашып ҡыҙ менән егет үтеп китте. Уңарсы булмай, шәп сабып килгән саналы ат күренде. Хужаһы ныҡ төшөрөп алған, күрәһең, ҡоласын киң йәйеп, кинәнеп йыр һуҙа.

Күпмелер ваҡыт үткәс, урам һилләнде. Йоҡоһо ҡасҡан Хәлил китап алды. Ай яҡтыһында бер нисә бит уҡыны ла, тағы уйға сумды. Үрелеп, өҫтәл аҫтындағы ҡумтанан дәфтәрҙәрен сығарҙы. Берәүһенә зыяратта килгән уйҙарын теркәп ҡуйҙы. Икенсеһен асып һалды ла, ундағы бер юллыҡ ҡына яҙыуға текләп, ҡатып ҡалды. «Мин, Яппаров Хәлил Ҡөдтөс улы, 1963 йылда тыуғанмын». Ручканы йәтешләп ҡулына алды, осон ҡағыҙға терәне.

Юҡ, зиһенен туплай алманы.

Нимәлер тураһында яҙыр өсөн сәбәп, материал кәрәк. Үҙенең хаҡында нимә яҙа ала? Эйе, тыуған, ир еткән… Хайран ҡалырлыҡ, кешегә һөйләрлек ҡылған эше бармы?

Fаиләһен ташлап сығып киткәне бирле улдарын күргәне юҡ. Үҙе лә йыйынманы, балалары ла, атай, тип килеп эҙләп тапманы. Туғандары ла уны онотто. Ауылда яртаҡылдар рәтендә йөрөй, иҫәпкә бар, һанға юҡ. Ҡул көсө кәрәктә генә иҫләйҙәр. Берҙән-бер яҡын кешеһе менән бәхилләште бөгөн. Тетрәнде, тик ҡайғы кисермәне. Ҡәберендә хатта тамаҡ көҫәп йөрөнө. Әле, өңөнә боҫҡан йомран шикелле, кешенән ҡурҡып, үҙ өйөндә йәшенеп ултыра. Был яҡты донъяла бармы һуң ул? Бәлки шәүләһе генә йөрөйҙөр. «… Тыуғанмын. Әллә тыумағанмынмы икән? Йәшәмәгәнмендер ҙә, бәлки?»—ошондай буталсыҡ уйҙарҙан тамам арып, кире тәҙрә янына сүгәләне.

Һыҙылып таң атҡанда Хәлил шул уҡ өҫтәл артында, башын ҡулына һалып, бер ҡиәфәттә ултыра ине. Әллә ҡаты йоҡоға талған, әллә йәне, тәнен ҡалдырып, ошо ваҡытта йәннәттә Самат дуҫы менән серләшәме?

Тәҙрә артында иһә тормош ҡайнай. Әтәстәр ҡысҡыра, һыйырҙар мөңрәй, кешеләр ҡабаланып йә тегеләй, йә былай сабыулай.

 

Ә йорт эсендә һалҡын һәм моңһоу тынлыҡ...

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap