Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
10.10.2016
Мөғжизәле «Театр төнө»
Untitled document

Сәнғәт һөйөүселәрҙе берләштергән Театр төнө мәҙәни акцияһы матур йолаға әүерелде. Был сара тамашасыларға театрҙың ижади эшмәкәрлеге һәм сәхнә тормошо менән яҡындан танышыу мөмкинлеген бирә.

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры был сараны театрҙың  86-сы миҙгелен асыу тантанаһына бәйләп үткәрҙе. Был байрамға Сибай халҡы дәррәү килде, бәлки быға көндәрҙең аяҙ, йылы тороуы ла сәбәпсе булғандыр.

Театр алды майҙаны байрамса бик матур биҙәлеп, артистар тамашасыларҙы бик йылы ҡаршы алды. Р.Сәйфуллин, Н.Әбдрәшитова, Р.Сафиуллина, Ә.Fәлләмова, М.Амантаев, А.Зәйнуллина, С.Вәлеев, Р.Ишбулатовалар һөйләгән шиғырҙар, Р.Fәйнуллина, М.Итбаев, В.Сөнәғәтовтар башҡарған йырҙар халыҡтың күңелдәрен елкетеп, байрам тантанаһын йәнләндереп ебәрҙе. Тамашасы уларҙың сығыштарын тын да алмайынса, йотлоғоп тыңланы.

Театрҙың әүҙем тамашасыһы, ҡала Советы депутаты З.Р.Йәнбәкова һәм театрҙың художество етәксеһе Д.М.Fәлимов ишеккә бәйләнгән таҫманы киҫеү тантанаһын башҡарғас, алып барыусылар тамашасыларҙы серле театр донъяһына әйҙәне. Был юлы тамашасы оло кинәнес менән М. Багаев пьесаһы буйынса ҡуйылған «Үәт, исмаһам, ахырызаман» (режиссеры Д.М. Fәлимов) комедияһын рәхәтләнеп, көлөп ҡараны. Йәйге ялдан һуң халыҡтың сәнғәткә сарсағаны күренеп тора, зал туп-тулы, «алма төшөрлөк тә» урын ҡалмаған.

Спектаклдән һуң сәхнә донъяһында һәр теләгән кешегә үҙен артист ролендә һынау форсаты тейә тигәс, халыҡ гөж килде. Ни тиһәң дә, бында бит театрҙы үҙ иткән, уға мөккибән ғашиҡ кешеләр йыйылған, бәлки ҡайһыларының артист булыу хыялы күңелендә йәшерен сер булып та һаҡланғандыр. Ә инде алып барыусылар уларға «Буйҙаҡтар», «Мөхәббәт ҡоштары» спектаклдәренән өҙөктәрҙә уйнап ҡарарға тәҡдим иткәс, үҙҙәрен артист ролендә һынап ҡарарға теләүселәр ҙә байтаҡ булды. Йырға, моңға маһир, дәртле шул беҙҙең халҡыбыҙ! Ярыш шундай ҡыҙыу барҙы, тамашасылар уларға көс-ҡеүәт, дәрт өҫтәп кенә торҙо. Ә шулай ҙа иң-иңдәрҙе тамашасылар яңғырап торған көслө алҡыштар менән үҙҙәре билдәләне.

Иң оҫта ҡатын-ҡыҙ ролен башҡарыусы итеп Гөлназ Мәхмүтова билдәләнһә, ир-егет ролендә алдынғылыҡты Инсаф Күлмөхәмәтов яуланы. Уларға тантаналы рәүештә йыл дауамында барасаҡ премьераларға саҡырыу ҡағыҙҙары тапшырылды. Ул ғына ла түгел, еңеүселәргә театр кафеһында яратҡан артистары менән романтик кисә үткәреү бәхете лә тейҙе.

Артабан байрам театр алды майҙанында дауам итте. Унда уҙғарылған дискотекала олоһо ла, йәше лә рәхәтләнеп күңел асты. Тағы ла ошондай сараларҙың булып тороуын теләп таралышты тамашасылар. Таралышты тип әйтеп булмай, сөнки уларҙы театрҙың НЕФАЗ  автобусы йорттарына тиклем алып барып ҡуйҙы.

Рәшиҙә Һөйәрғолова.

 

Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap