Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
17.10.2016
Юлдары тигеҙ, таҡыр ...
Untitled document

Баймаҡ юл-төҙөлөш идаралығы эшселәре һөнәри байрамдарын яҡшы кәйеф менән ҡаршылай. Динислам Fәйнислам улы Арсланов етәкләгән предприятие коллективы район юлдарын һәр ваҡыт тәртиптә тота. Һуңғы осорҙа тырыш эшселәр Баймаҡ-Сәрмән йүнәлешендәге трассаның Түбә ҡасабаһы эргәһендәге өлөшөнә капиталь ремонт уҙғарған. Бындағы 3 саҡрымдан ашыу юл япмаһын улар яңы ысул ҡулланып, ваҡланған таш-мастик асфальт-бетон иҙмәһен (ЩМА) түшәгән. Шулай уҡ улар Сибай-Баймаҡ юлын өлөшләтә ремонтлаған. Баймаҡ-Ишбирҙе юлында соҡор ямаһалар, Йомаш, Беренсе Этҡол, Таулыҡай тарафтарында ла күп кенә эштәр атҡарылған. Былтыр сафҡа ингән Бикеш-Икенсе Этҡол юлына барьер ҡамауҙары, знактар ҡуйып сыҡҡандар.

Октябрь башынан ДРСУ-ның асфальт һалыусы ике бригадаһы Сибай-Аҡъяр юлын капиталь ремонтлай. Әлеге көндә улар Күлтабан ауылына яҡынлашҡан. Идаралыҡтың юл мастеры Рәсүл Мөбәрәк улы Мофазалов әйтеүенсә, бригада эшселәре юлдың өҫтөнә эре ярмалы асфальт-бетон түшәү менән мәшғүл. Был арауыҡта юл ситтәре лә тәртипкә килтереләсәк.

—Барлыҡ ремонт эштәрен үҙ көсөбөҙ менән атҡарабыҙ. Күреүегеҙсә, был участкала эшләүе еңел түгел. Ике йүнәлештә лә эш барғанлыҡтан, бөтә машиналар ҙа асфальт йәйеп йөрөгән техникалар араһынан үтә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген Илдус Юнысбаев менән Зөфәр Биктимеров тәьмин итеп тора,—ти Рәсүл Мөбәрәк улы.—Асфальт түшәгес машинистары Азат Маликов, Марат Түләков, каток машинистары Риф Әүәлбаев, Fәли  Хажин, Нур Таңатаров, Даян Йәнсурин, Йыһанур Ноғомановтар бер-береһен алмаштырып эшләй. Юлсылар Фәнил Азаматов, Айрат Сәғәҙәтов, Әҡсән Яманғолов, Ринат Әминовтарҙың ҡулынан көрәк төшмәй.

Ҡар ныҡлы ятмаҫтан алда идаралыҡ эшселәре трассаның билдәләнгән урынына капиталь ремонт уҙғарып бөтөргә тырыша.

Гөлдәр Иҙрисова.

 

Һүрәттә: Баймаҡ ДРСУ-һы юлсылары.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap