Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
17.10.2016
Рустар ҙа «Атайсал»ды үҙ итә
Untitled document

Линара ҠырымFужина

Мәғлүм булыуынса киләһе 2017 йылға гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башланды. «Атайсал» гәзитенә яҙылыуҙы әүҙемләштереү маҡсатында редакция хеҙмәткәрҙәре төрлө ауылдарҙа «Гәзиткә яҙылыусылар көнө» үткәрә. Ошондай акция үткән йомала Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылында уҙғарылды.

Ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Рәмзиә Рәжәп ҡыҙы Аралбаева «Атайсал» гәзите менән таныштырҙы, ауылдаштарын әүҙем булырға әйҙәне. Был көндө яҙылыусыларға редакция тарафынан шәп бүләктәр әҙерләнеүе тураһында ла әйтеп үтте.

Беренселәрҙән булып, рус милләтенән булған 82 йәшлек Зоя Федоровна Модина яҙылды. Fүмер буйы гәзит-журналдарҙан айырылмаған инәй башҡорт телендәге баҫмаға беренсе тапҡыр яҙыла.

—Беҙҙең ғаилә интернациональ һанала. Киленем башҡорт. Уның менән бына инде 30 йыл бер ҡыйыҡ аҫтында татыу йәшәйбеҙ. Аллаға шөкөр, киленемдән уңдым. Башҡорт кейәүҙәрем дә бар. Башҡортса аңлайым, тик һөйләшә лә, уҡый ҙа белмәйем. Гәзитте ейәндәремдән уҡытасаҡмын, улар ике телде лә яҡшы белә,—ти Зоя Федоровна.

Был көндө шулай уҡ Республика көнөнә арналған тантана уҙҙы. Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, байрам йәнле барҙы. Башланғыс класс уҡыусылары концерт номерҙары менән сығыш яһаны, төрлө уйын-викториналарҙа ҡатнашты, ауыл халҡы ҡатнашлығында йәрминкә ойошторолдо. Байрам аҙағында гәзиткә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатылды, берәү ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.

«Атайсал»ды алдырырға теләп тә, байрамға килә алмаусыларға өйҙә яҙылыу мөмкинселеге булдырылды. Редакция хеҙмәткәрҙәре һәр теләк белдереүсенең  йортона барып гәзиткә яҙҙырҙы.

Шулай итеп, Яңы Ергәндә «Атайсал»дың дуҫтары тағы ла артты. Был көндө 14 кеше гәзитле булды.

Әгәр һеҙҙең дә ауылығыҙҙа «Гәзиткә яҙылыусылар көнө»н үткәреп, төрлө бүләктәр оторға теләүселәр булһа 8 (34775) 2-55-04, 8(34775) 2-55-08 телефондары буйынса шылтырата алаһығыҙ.

 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: йола буйынса, декабрь аҙағында «Атайсал» гәзите үҙенең дуҫтары араһында ҙур бүләктәр уйната. «Атайсал»ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap