Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
Ғаиләләргә ҡот өҫтәлде
Untitled document

Республикабыҙҙа граждандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән маҡсатлы федераль һәм республика программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Шуларҙың береһе—«Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү». Уның сиктәрендә бүленгән аҡсаны йәштәр торлаҡ һатып алыуға йәки йорт һалыуға тотона ала.

Республика көнө алдынан Сибай ҡалаһының А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театрында 19 ғаиләгә ошондай торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләүгә сертификаттар бирелде. 35 йәшкә тиклемге йәш ғаиләләргә иҫәпләнгән дәүләт ярҙамын ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов тапшырҙы.

—Эйәле-башлы булып, фатир алып, йорттар һалып, балалар үҫтереп йәшәргә тырышып торған йәштәрҙең күп булыуы шатландыра,—тине Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов, өлөшлө ғаиләләрҙе тәбрикләп.—Бөгөнгө тантанала ҡатнашыусыларҙың һәр береһенең хәлен һораштым. Күптәренең ирҙәре ҡырҙа эшләп аҡса таба, ғаиләләрҙә икешәр, өсәр, хатта дүртәр бала тәрбиәләнә. Сертификат тапшырыу сараһын театрҙа уҙғарыуыбыҙҙың сәбәбе шунда: йәштәр, балалар театрҙы белһен. Спектаклдәргә, тамашаларға йөрөгөҙ. Ҡалабыҙҙа башҡа мәҙәниәт усаҡтары барлығын да онотмағыҙ.

Бәхетле ғаиләләр араһында таныш йөҙҙәр булыуы тағы ла ҡыуандырҙы. Сараны алып барыусы Вадим Fилмановты ғына алайыҡ. Театрҙың өмөтлө артистарының береһе булған Вадим хәләл ефете Гүзәл Әмир ҡыҙы менән баһадирҙай ике ул үҫтерә. Баймаҡ районының Моҡас ауылында тыуып үҫкән Винер Сөләймәнов тыуған еренән алыҫ китмәй генә таусылар ҡалаһында төпләнгән. Ҡатыны Ләйсән менән Динар һәм Рәжәп исемле улдар тәрбиәләй. Сөләймәновтар ер участкаһы алып, ата-әсәләре ярҙамында хужалыҡ блогын күтәргән. Үҙ көстәре менән йорт һалалар. Дәүләт ярҙамын торлаҡтарын төҙөп бөтөүгә тотонмаҡсылар.

Ҡаланың «Башкредит-үҙәк» йәмғиәтендә кредит инспекторы булып эшләгән Камил Рәмил улы менән ҡатыны Ләйсән Иршат ҡыҙы Санъяровтар (һүрәттә) 2012 йылда йәш ғаилә булараҡ, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн әлеге программа буйынса ҡала хакимиәтендә сират ала. Шул уҡ йылда ипотекаға фатир һатып алалар. 2013 йылда ҡыҙҙары Миләгә иш булып Имиль исемле улдары донъяға тыуа. Имилгә өс йәш тулыуға ҡулдарына сертификат та алдылар.

—Дәүләт ярҙамы күләме ипотекабыҙҙы тулыһынса ҡапларға етә. Был беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс. Йәш ғаиләләргә күрһәтелгән ҙур ярҙам өсөн Хөкүмәт, ҡала хакимиәте етәкселегенә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ,—ти сертификат алыусы барлыҡ ғаиләләр исеменән рәхмәт һүҙҙәре еткереп Камил һәм Ләйсән Санъяровтар.

Тантанала ҡатнашҡан һәр ғаилә күңелле һәм тулҡынландырғыс минуттар кисерҙе. Халҡыбыҙҙың: «Алланан көткән—өй һалыуҙан буш ҡалған, ҡулындағын биреп, ас ҡалған»,—тигән хаҡ һүҙҙәре лә бар. Кемдәндер ярҙам көтмәй, үҙ ҡыйығын булдырырға тырышҡан йәштәребеҙ күптәргә үрнәк. Киләсәктә улар ҡорған ғаиләләренең ҡәҙерен белеп, балаларын Тыуған илебеҙҙҙең ысын патриоттары итеп тәрбиәләһен тигән теләктә ҡалабыҙ.

 

Гөлдәр Ҡадаева.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap