Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
17.10.2016
Насар дауалайҙармы? Улайһа беҙ һеҙгә киләбеҙ!
Untitled document

Күптән түгел Сибай ҡалаһында «Согаз-Мед» страховкалау компанияһы» йәмғиәтенең Өфө филиалы бүлексәһе эшләй башланы. Иҡтисади көрсөк хөкөм һөргәндә яңы бүлексә асылыу Сибай ҡалаһының ғына түгел, Урал аръяғы ҡала-райондары халҡының да йәшәйешен яҡшыртыуға ҙур аҙым булды.

«Согаз-Мед» страховкалау компанияһы нимә менән шөғөлләнә? Был бүлексәгә ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә була? Ошондай һорауҙарға яуап алыу өсөн «Согаз-Мед» страховкалау компанияһы» йәмғиәтенең Өфө филиалы директоры  Диана Фәрәховаға мөрәжәғәт иттек.

—Диана Таһир ҡыҙы,  мотлаҡ медицина страховкалау өлкәһендә эксперт булараҡ, компанияғыҙҙың эшмәкәрлеге, күрһәткән хеҙмәттәрегеҙ менән таныштырып үтегеҙ әле.

—Илебеҙҙә «Согаз-Мед» страховкалау компанияһы 18 йыл инде уңышлы эшләп килә. Рәсәйҙең 40 төбәгендә бүлексәләре булған йәмғиәттә 18 миллиондан ашыу кеше страховкаланған. Башҡортостандың күп кенә ҡала һәм район үҙәктәрендә беҙҙең бүлексәләр үҙ ишектәрен асҡан. Бөгөнгө көндә республиканың медицина ойошмалары реестрына 173 йәмғиәт тупланған. Мотлаҡ медицина страховкалау сиктәрендә ярҙам күрһәткән шәхси клиникалар ҙа ошо иҫәпкә инә. Ләкин, халыҡтың күбеһе улар ниндәй дауалау һәм медицина хеҙмәттәре күрһәтеүе хаҡында хәбәрҙар түгел.

Мотлаҡ медицина страховкаһы системаһы сиктәрендә граждандарҙың сифатлы һәм бушлай медицина ярҙамы алыуҙа гарант булып медицина страховка ойошмаһы тора.

Әгәр был өлкәлә хеҙмәтләндереүҙә хоҡуҡтар боҙола икән мотлаҡ медицина страховкаһы полисы биргән ойошмаға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

—Һеҙҙеңсә, һәр кеше уны ҡайһы страховкалау компанияһы хеҙмәтләндереүен белергә тейешме?

—Әлбиттә, бындай мәғлүмәт мотлаҡ, сөнки үрҙә әйтеп үтеүемсә, тап медицина страховкалау ойошмаһы граждандарға түләүһеҙ, ваҡытында һәм сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүҙә гарант булып тора. Медицина полисы кешегә түләүһеҙ ЭКО яһатыу, күҙ яҫмығын йәки аортокоронарографияны алмаштырыу кеүек юғары технологиялы ярҙамдарҙы гарантиялай. Ә бөгөнгө көндә быларҙың барыһын да кешеләр күп аҡса түләп эшләтеүгә күнеккән.

Страховкалау компаниялары страховкаланыусыларҙың медицина ярҙамы алыуҙа хоҡуҡтарын яҡларға тейеш тип тә әйттем. Әгәр ҙә был юҫыҡта хоҡуҡтар боҙола икән, беҙҙең компанияға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Артабан эспертиза уҙғарабыҙ. Әгәр факт раҫланһа, һеҙҙе тейешенсә хеҙмәтләндермәгән медицина ойошмаһына ҡарата хеҙмәткәрҙе эштән бушатыу, штрафтар һалыу кеүек язалау саралары күрелә. 2015 йылда ғына беҙҙең филиал эштәренә «бармаҡ аша ҡараған» 25 ойошмаға 1,6 миллион һумдан ашыу штраф һалды.

—Дауаханаларҙа түләүһеҙ дауаланыуға күнеккәнбеҙ. Ләкин ҡан анализдары, бигерәк тә ВИЧ-ҡа һәм башҡа сирҙәргә, УЗИ, МРТ, ФГС, ЭКГ һәм башҡа тикшеренеүҙәргә, берәй сирҙе асыҡлағанда ла анализдарҙы түләүле эшләтергә тура килә. Был дөрөҫмө?

—Поликлиникала дауаланғанда табип күрһәтмәһе буйынса ҡушылған барлыҡ дауалау төрҙәре түләүһеҙ булырға тейеш. Пациентҡа диагностик һәм дауалау саралар күләмен медицина ярҙамы стандарттарына ярашлы дауалаусы табип билдәләй. Әгәр ҙә ҡулығыҙҙа белгес яҙған юлламалар бар икән, барлыҡ тикшеренеүҙәр ҙә түләүһеҙ атҡарылырға тейеш.

Бары тик шәхси теләк менән алған йәки мотлаҡ медицина страховкаһы хеҙмәттәренә инмәгән медицина ярҙамы өсөн аҡса түләргә кәрәк була.

Тәҡдим ителгән түләүле хеҙмәттәрҙең законлылығын үҙеңдең страховкалау компанияһында тикшерергә мөмкин. «Ҡыҙыу линия» телефонының һандары полиста йәки иҫкәрмәлә күрһәтелгән. Әгәр ҙә бер үк хеҙмәтте түләүле лә бушлай ҙа алып булһа, медицина учреждениеһында ниндәй шарттарҙа уны түләүһеҙ алып булыуы тураһында аңлатырға тейештәр. Кеше ҡайһыһын һайларға үҙе ҡарар итә.

—Әгәр стационар дауаланғанда сығымдар сығарырға тура килһә, мәҫәлән, дарыуҙарҙы үҙебеҙ һатып алһаҡ нимә эшләргә?

—Дауаханала ятыусы һәр сирле йәшәү өсөн мотлаҡ һәм мөһим дарыуҙар менән тәьмин ителә. Бындай дарыуҙарҙың исемлеге йыл һайын Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан раҫлана. Исемлеккә ингән дарыуҙар медицина учреждениеһында мотлаҡ рәүештә булырға тейеш. Табип эсергә, йәки укол итеп һалдырырға ҡушҡан медикаменттарҙы һатып алырға тура килһә, дарыуханала касса ғына түгел, тауар чегы ла алырға онотмағыҙ. Был сарыф ителгән аҡсаны страховкалау компанияһы аша ҡайтарырға мөмкинлек бирә.

—Кешеләр бер урында ғына ултырмай, ҡайҙалыр бара, ҡайта, тигәндәй. Шундай мәлдәрҙә юлдарҙа, мәҫәлән поезда ауырып китеп, медицина ярҙам һорағандарға башҡа төбәк полисын бирәләр. Аҙаҡ был төбәктең полисы менән йәшәгән ереңдең медицина учреждениеһында ҡабул итмәүҙәре ихтимал. Был законлы рәүештә эшләнәме?

—Әгәр юлда алған полисығыҙ менән йәшәгән ерегеҙҙең поликлиникаһында мөрәжәғәтегеҙҙе кире ҡаҡһалар, төбәктең Территориаль мотлаҡ медицина страховкалауы фондына ялыу яҙырға кәрәк. Башҡа ҡалала йәки районда полис булдырғанда һеҙ уға «беркетеләһегеҙ», йәғни, страховкалау компанияһын алмаштырыуға ризалыҡ бирәһегеҙ. Ә быны йылына бер мәртәбә генә эшләргә мөмкин. Шуға күрә өйөгөҙгә ҡайтҡас иҫке полисығыҙ буйынса дауалана алмаясаҡһығыҙ.

—Филиалығыҙҙың Сибай ҡалаһындағы бүлексәһендә нисә кеше эшләй? Унда мөрәжәғәт итеүселәр бармы?

—Бүлек Сибай ҡалаһы халҡын ғына түгел, тотош Урал аръяғынан да страховкаланыусыларҙы ҡабул итә. Әлеге көндә ике хеҙмәткәр эшләгән бүлекте Розалия Ислам ҡыҙы Абзалова етәкләй. Яңыраҡ ҡына эшләй башлаһалар ҙа, ялыуҙар һәм тәҡдимдәр бик күп. Һәр мөрәжәғәт өҫтөндә ентекле эшләп, тейешле инстанцияларға ебәреп, уңышлы ғына эшләп киттеләр. Ленин урамындағы 17-се йортта урынлашҡан «Согаз-Мед» офисында көн һайын халыҡты ҡабул итәләр. Шәмбе, йәкшәмбе—ял көндәре. Киләсәктә лә хеҙмәткәрҙәрҙең эштәре ыңғай барыуын теләйем.

—Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

 

Гөлдәр Ҡадаева әңгәмәләште.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap