Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
17.10.2016
Илһөйәрлек - ҡаныбыҙҙа
Untitled document

Республика көнө айҡанлы Сибай ҡалаһының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы ҡала башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә «түңәрәк өҫтәл» ойошторҙо. «Киләсәк быуынды патриотик тәрбиәләү—Рәсәй йәмғиәтенең актуаль мәсьәләһе» тигән темаға ҡоролған һөйләшеүҙә Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт һәм аналитика бүлеге начальнигы Р.F.Байгилдин, ҡала башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе И.Н.Бикмәтов, мәғариф бүлегенең тәрбиәүи эш буйынса методисы Г.F.Дәүләтбаева, йәштәр комитеты рәйесе Ә.И.Вәлитов, ветерандар советы рәйесе Р.Х.Иҙрисов, «Отрада и утешение» храмы настоятеле Отец Владимир, БДУ-ның Сибай филиалы директорының тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары С.Н.Чернов, рустар Соборы рәйесе Ю.И.Лысенко, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты эргәһендәге Йәштәр советы рәйесе А.Р.Ишкилдин, гимназия директорының тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары Р.Р.Морапталова, тарих фәндәре кандидаты, доцент Ф.М.Сөләймәнов, мәктәп директорҙарының тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫарҙары, әүҙем йәмғиәтселәр, студенттар һәм уҡыусылар ҡатнашты.

Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, тарих фәндәре кандидаты А.З.Йәрмуллина алып барған сарала «Патриотик тәрбиә нигеҙе», «Уҡыу йорттарында патриотик тәрбиәнең заманса формалары», «Йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙә йәмәғәт ойошмаларының роле» һәм «Илһөйәрлек ғаиләнән башлана» темалары ҡаралды. «Түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусылар күтәрелгән темалар буйынса үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты һәм тәҡдимдәрен әйтте.

Альбина Зөфәр ҡыҙы Ярмуллина:

—Граждандарға, бигерәк тә йәштәргә патриотик тәрбиә биреү буйынса элек-электән дәүләт сәйәсәте алып барылған. Был йүнәлеш тәүге дәүләттәр төҙөлөү менән барлыҡҡа килгән. Ниндәй генә дәүләт булмаһын, ул үҙенең аяҡҡа баҫҡан мәлендә һәм һуңынан да халҡының һөйөүен яуларға тейеш. Совет йәмғиәте үҙ граждандарын юғары патриотик рухта тәрбиәләне һәм ошо дәүерҙә үҫкән кешеләрҙә илһөйәрлек тойғоһоноң юғары булыуын беҙ беләбеҙ. Ә әлеге ваҡытта йәштәребеҙҙә Ватанға, тыуған илгә ихтирам етмәй. Был нилектән килә? Был юҫыҡта эште нимәнән башларға? Киләсәк быуынға патриотик тәрбиә биреү менән кемдәр шөғөлләнергә тейеш? Иң беренсе булып был һорауҙарҙы Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе И.Н. Бикмәтовҡа бирәбеҙ. Ирек Ниғәмәт улы фекерегеҙҙе әйтеп үтһәгеҙ ине?

И.Н.Бикмәтов:

—Патриотизм төшөнсәһе бик тәрән мәғәнәгә эйә. Уның бер аспектында ғына туҡталып китмәксемен. Шәжәрәне өйрәнеү һәм Шәжәрә байрамдары үткәреү—нәҫелдәрҙе берләштерә, йәше һәм ҡартында берҙәмлек тойғолары барлыҡҡа килә. Берҙәмлек Рәсәйҙең көслөлөгөн күрһәтә.

Шәжәрә байрамы үҙ эсенә халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һыйҙырған. Үҙебеҙҙең шәжәрәбеҙ аша беҙ балаларыбыҙ һәм йәштәребеҙҙә илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләй алабыҙ. Бала үҙ нәҫеленең, ырыуының, ауылының шәжәрәһе менән ғаиләһендә, балалар баҡсаларында, мәктәптә һәм артабан үҙе уҡыған уҡыу йортонда танышырға тейеш. Кеше тамырҙарын белмәй тороп, үҙ иленең патриоты була алмай. Бына ошо төшөнсәләрҙе йәштәрҙең аңына һеңдерергә бурыслыбыҙ.

А.З.Ярмуллина:

—Гөлсәсәк Fәлимйән ҡыҙы, ҡаланың мәғариф учреждениеларында патриотик тәрбиә нисек алып барыла?

Г.Г.Дәүләтбаева:

—Мәктәптәрҙә патриотик тәрбиә мәсьәләләре буйынса 2016-2018 йылдарға иҫәпләнгән махсус программа һәм план төҙөлгән. Ошоға ярашлы һәр белем усағында маҡсатлы эштәр алып барыла. Балалар һәм үҫмерҙәрҙә ватансылыҡ тойғоларын үҫтереүҙә «Башҡортостан пионерҙары» ойошмаһы, «Кадет кластары» ҙур роль уйнай. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә һәм өҫтәлмә белем биреү учреждениеларында йыл буйына патриотик темаға арналған бик күп саралар, конкурстар уҙғарыла. Педагогтарҙың ата-әсәләр менән бергәләп эшләүе яҡшы һөҙөмтә бирә.

А.З.Ярмуллина:

— Рәшит Хәйҙәр улы, үкенескә ҡаршы йәштәр араһында әрме хеҙмәтен инҡар итеүселәр осрай. Был нимәнән килә?

Р.Х.Иҙрисов:

—Бөтә донъяны дер һелкеткән фашизмды еңеүҙә иң беренсе уҡытыусылар торған. Улар юғары патриотик рухлы совет кешеләрен тәрбиәләгән. Беҙ—шул осорҙа төшөрөлгән «Трактористар», «Салауат Юлаев» фильмдарын ҡарап үҫкән быуын. Балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә балаларға «Ир-егет үҙенең Ватанын һаҡларға тейеш» тип өйрәттеләр. Әрмелә сафта йөрөгән һалдаттар яңғыратып патриотик йырҙар йырлай торғайны. Элек хәрби хеҙмәткә бармаған кешене бөтөнләй һанламанылар. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн әрме хеҙмәтенә ҡарата ихтирам арта бара. Әле хеҙмәт итмәгән ир-егеттәрҙе дәүләт эшенә алмайҙар.

А.З.Ярмуллина:

—Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы гимназияла патриотик тәрбиә биреү йәһәтенән нимәләр эшләнә? Үҙегеҙҙең эш тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине?

Р. Р.Морапталова:

—Тәрбиә эше беҙҙә көн дә алып барыла. Уҡыусыларға мәктәптең, ғаиләгеҙҙең, ҡалабыҙҙың патриоттары булығыҙ тип өйрәтәбеҙ. Мәғариф ветерандарына ҙур рәхмәт. Улар һәр ваҡыт мәктәпкә килеп, уҡыусылар алдында сығыш яһай, аҡыллы кәңәштәрен бирә. Балалар был осрашыуҙарҙан оло быуынды ихтирам итергә, тыуған илде, унда йәшәгән кешеләрҙе яратырға өйрәнә.

А.З.Ярмуллина:

—Юғары уҡыу йорттарында был юҫыҡта эштәр нисек ҡуйылған? Семен Николаевич, Сибай  институтында ниндәй эш алымдары ҡулланаһығыҙ?

С.Н.Чернов:

—Йәштәр менән эшләгәндә алдашырға ярамай. Нимә уйлағанбыҙ, шуны үтәргә кәрәк. Кешелә патриотик рух бала саҡтан тәрбиәләнә. Беҙ ғаиләлә бирелгән тәрбиәне камиллаштырабыҙ ғына.

Хеҙмәт һәм спорт өлкәһендәге бөтә еңеүҙәр тыуған илде яратыуҙан килә. Ә иң башта кеше үҙен, ғаиләһен һәм йәшәгән ерен яратырға тейеш. Тағы ла шуны белеү зарур: патриотик һәм хеҙмәт тәрбиәһе йәнәш килә. Ялҡау кеше үҙ иленең патриоты була алмай. Рәсәйҙең яңы мәғариф министры О.Ю.Васильева ла уҡыусыларҙы хеҙмәт аша тәрбиәләүҙе ҡайтарыу яғында. Беҙ был башланғысты хуплайбыҙ ғына.

А.З.Ярмуллина:

—Әлфир Ирек улы, йәштәр менән нисек эшләргә, улар менән ниндәй телдә һөйләшеү алып барырға кәрәк? Һеҙ ниндәй фекер әйтерһегеҙ?

Ә.И.Вәлитов:

—Ҡалала эшләүсе үҫмерҙәр клубтары һәм йәштәр ойошмалары патриотик тәрбиә өлкәһендә тейешле эш алып бара. Ни өсөн егеттәр әрмегә барырға теләмәй тигән һорауға мин шуны әйтер инем: көнбайыш илдәре кинофильмдары йәштәргә кире тәьҫир итә. Сөнки бөгөн кинотеатрҙа булһынмы, телевизор йәки интернеттан үлтереш, ҡан ҡойош, терроризм, наркотиктар, гомосексуализм кеүек темаларҙы күрһәтәләр. Йәш быуынға совет осорондағы матур фильмдарҙы тәҡдим итергә кәрәк.    

А.З.Ярмуллина:

—Айнур Ринат улы, йыш ҡына ололар йәш быуын вәкилдәрен әрләргә ярата. Һеҙҙеңсә, замана йәштәре ниндәй һәм уларға киләсәктә өмөт бағлап буламы?

А.Р.Ишкилдин:

—Хәҙерге йәштәрҙе мин бик аҡыллы һәм алдынғы ҡарашлы тип әйтер инем. Тыуған илгә һөйөүҙе халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре аша бирергә була. Һабантуйҙа, шәжәрә байрамдарында йәштәр бик ихлас ҡатнаша. Ҡайһы берәүҙәр хәҙерге йәштәрҙе милләтселектә ғәйепләй. Әммә үҙ милләтеңде яратмай тороп үҙ ереңдең патриоты булып булмай. Минеңсә, илһөйәрлек телгә һөйөүҙән башлана. Шуға күрә, ғаиләлә балалар менән туған телдә һөйләшергә кәрәк. Йәштәр үҙ теленән оялмай үҫергә тейеш.

А.З.Ярмуллина:

—Беҙ күп милләтле республикала йәшәйбеҙ. Беҙҙең ҡалала ла башҡорттар, рустар, татарҙар, украиндар, сыуаштар һәм башҡа милләт вәкилдәре татыу көн итә. Юрий Иванович, халыҡтар дуҫлығын боҙорға маташыусылар ҙа осрап ҡуя. Һеҙ быға нисек ҡарайһығыҙ?

Ю.И.Лысенко:

—Беҙ балаларыбыҙға бәләкәй саҡтан уҡ халыҡтар дуҫлығы хаҡында аңлатырға, икенсе милләт вәкилдәренә ҡарата ихтирамлы  булырға өйрәтергә бурыслыбыҙ. Патриотик тойғо милләткә ҡарамай. Тыуған төйәккә һөйөү һәр кемдә булырға тейеш. Мәҫәлән, беҙҙең өсөн Сибай ҡалаһынан да яҡыныраҡ, яҡшыраҡ урын юҡ.

А.З.Ярмуллина:

—Фуат Мырҙағәле улы, балаға патриотик тәрбиә биреүҙә ғаиләнең роле ҙур тип билдәләнек. Бөгөнгө темаға ҡарата үҙ фекерегеҙ менән уртаҡлашыуығыҙҙы һорайбыҙ?

Ф.М.Сөләймәнов:

—Башҡорттар элек-электән үҙ еренә тоғро халыҡ. Беҙгә илһөйәрлек тойғоһо хас. 1557 йылда башҡорт халҡы тәүгеләрҙән булып Рәсәйгә ҡушылған. 1558 йылда уҡ Ливон һуғышында һәм башҡа яуҙарҙа ҡатнашҡан. Башҡортостан күп милләтле республика. Беҙ төрлөбөҙ һәм шуның менән бер-беребеҙҙе тулыландырабыҙ. Күп милләтле булғанға көслөбөҙ.

Патриотик тәрбиәгә килгәндә, мин үҙем 5-6 йәштән атайымдың бөткән ауылының урынына барып, уның тарихы менән танышып үҫтем. Fаиләлә патриотик тәрбиә яҡшы алып барылғандыр, сөнки мин тарихсы һөнәрен һайланым. Мәктәптә уҡытыусылар ата-әсәләр менән бергәләп эшләһә, ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеп була.

А.З.Ярмуллина:

—Отец Владимир, һеҙҙеңсә, ғаиләлә бала ниндәй тәрбиә алырға тейеш? Fөмүмән, үрҙә әйтелгән фекерҙәргә ҡарашығыҙ нисек?

Отец Владимир:

—Ысынлап та, бөтә нәмә лә ғаиләнән башлана. Иң элек беҙгә «атай» культын кире ҡайтарырға кәрәк. Белеүегеҙсә, борондан атай иң тәүге урында торған. Ризыҡ йәйгәндә лә иң беренсе булып атай ашаған, һуңынан башҡа ғаилә ағзалары ҡушылған. Атайҙы хөрмәтләү башҡа халыҡтарҙа ла булған. Бала ата-әсәһенә ҡарап, йәшәргә өйрәнә. Төрлө боҙоҡлоҡтарға ла улар ололарҙан күреп өйрәнә. Шуға күрә, беҙ, өлкәндәр балаларыбыҙға дөрөҫ юл күрһәтергә бурыслыбыҙ.

А.З.Ярмуллина:

—Бөгөнгө сарала йәштәргә әхлаҡи-патриотик тәрбиә биреү мәсьәләләре күтәрелде. Был юҫыҡта осраған ауырлыҡтар,  уларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды. Киләсәктә был тәңгәлдә бергәләп эшләгәндә тағы ла юғарыраҡ уңыштарға өлгәшербеҙ, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

 

«Түңәрәк өҫтәл»дә барған һөйләшеүҙе Альбина Ҡоҙашева яҙып алды.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap