Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
17.10.2016
«Әлифба» бабай
Untitled document

Белем әлифбанан башлана, әлифба белем һәм мәғрифәттең белем асҡысы.

А. Fәлләмов.

Башҡорт телен уҡытыу методикаһы буйынса бик күп ғилми-методик хеҙмәттәр һәм мәктәп дәреслектәре авторы, күренекле методист, педагогия фәндәре кандидаты, доцент, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, К.Д.Ушинский миҙалы лауреаты Абдрахман Әбдрәхим улы Fәлләмов 1926 йылдың 15 октябрендә Баймаҡ районы Күсей ауылында тау эшсеһе ғаиләһендә тыуған. Яҡташыбыҙҙың тормош юлы һәм педагогик эшмәкәрлеге башҡорт башланғыс мәктәбе, башҡортса уҡытыу тарихы һәм уның үҫеш баҫҡыстары менән туранан-тура бәйләнгән. А.Fәлләмов башҡорт грамотаһына өйрәтеү проблемаһы өҫтөндә терәк ғилми-тикшеренеү эштәре алып бара. Ул  башҡорт «Әлифба»һы, грамотаға өйрәтеү тарихы буйынса ғилми хеҙмәттәр, методик әсбаптар авторы. Башланғыс кластар өсөн башҡорт теле буйынса уҡытыу методикаһы комплекстары, уҡытыусыларҙың телмәрен үҫтереү буйынса тәүге дидактик материалдар әҙерләй һәм баҫтырып сығара.

А.Fәлләмовтың төп хеҙмәте, әлбиттә, заман талабы ҡуйған талаптарға яуап биргән «Әлифба» китабы. Был дәреслек 1962-2008 йылдарҙа (1962-1968 йылдарҙа З.Н.Айыуханов менән авторҙашлыҡта) 46 тапҡыр баҫылып сыға.

Уның исеме башҡортса «Әлифба», тәүге уҡыу әсбәптары яҙған В.В.Катаринский, А.Г.Бессонов, З.Н.Айыуханов кеүек «әлифбасы»лар менән бер рәттә тора.

1974 йылда «Әлифба» халыҡ-ара Лейпциг китап йәрминкәһендә диплом менән билдәләнә һәм башҡа төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, дипломдарға лайыҡ була.

А.Fәлләмов шулай уҡ урта мәктәп уҡыусылары һәм педагогия училищелары өсөн дәреслектәр, методик ҡулланмалар, программалар авторы.

1940-1943 йылдарҙа Темәс педучилищеһында, 1943-1947 йылдарҙа К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыған яҡташыбыҙ хеҙмәт юлын 1947-1948 уҡыу йылында Баймаҡ районы Сибай ҡасабаһының 1-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. 1948-1953 йылдарҙа Белорет педучилищеһында эшләй. Унда студенттарҙың педагогик практикаһы менән етәкселек итә, тәжрибә туплай. 1953-1957 йылдарҙа Сибай ҡалаһы мәктәптәрендә, Сибай ҡала мәғарифы бүлегендә эшләй. Ошо йылдарҙа башланғыс класс уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе булараҡ, педагогтарға төплө ярҙам күрһәтә.

1959-1968 йылдарҙа Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институтында методист, туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кабинеты мөдире була.

1968 йылдан ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем (1989 йылда вафат була) Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡыта.

1967 йылда профессор Ж.F.Кейекбаевтың ғилми етәкселегендә башҡорт грамотаһы өйрәтеү проблемаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.

А.Fәлләмов 1968-1974 йылдарҙа башҡорт мәктәптәре тарихында тәүге тапҡыр башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса 54 пластинкалы фонохрестоматия сығарыуҙы ойоштора.

Абдрахман Әбдрәхим улы ҡатыны Суфия ханым менән Азамат һәм Салауат исемле улдар үҫтереп, оло тормошҡа аяҡ баҫтыра. Баш ҡалабыҙҙа Fәлләмов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Тыуған ауылындағы урта мәктәп уның исемен йөрөтә. Белем усағының арҙаҡлы шәхестәргә арналған музейында ҙур айырым экспозиция ойошторолған. Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендәге музейҙа ла уға айырым мөйөш бағышланған. 2009 йылда БДУ-ның Сибай институтында А.Fәлләмов исемендәге лингвистика кабинеты эшләй башланы.

 

Гөлдәр Ҡадаева.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap