Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
Көндәр һыуынды - газ приборҙарын тикшерегеҙ!
Untitled document

Көндәр һыуынып, йылытыу миҙгеле башланыу менән «Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә көнкүрештә газды хәүефһеҙ файҙаланыуҙы пропагандалау буйынса сираттағы айлыҡ иғлан итте.

Айлыҡтың төп бурысы—көнкүрештә «зәңгәр яғыулыҡты» хәүефһеҙ ҡулланыу мәсьәләләренә халыҡтың иғтибарын йәлеп итеү. Ҡулланыусыларҙың фатирҙарында һәм өйҙәрендә газ приборҙарын эксплуатациялағанда ҡағиҙәләрҙе үтәү мөһимлегенә иғтибарҙарын йүнәлтәбеҙ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, газ ҡорамалдарын ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоуҙан килеп сыҡҡан ғәҙәттән тыш хәлдәр кәмемәй. Айырыуса йылытыу миҙгеле башында ҡазалар даими булып тора. Көн һайын тиерлек газ ҡорамалдарын һәм һыу йылытыу приборҙарын ҡулланғанда кешеләрҙең һөрөм газы менән ағыуланыу осраҡтары теркәлеп тора. 2015 йылда Башҡортостан Республикаһында 5 кеше һөрөм газы менән ағыуланып үлде, ә 2016 йылда 7 кешенең ғүмере өҙөлдө. Газ приборҙарын ҡулланыуҙың ябай ҡағиҙәләрен үтәгәндә бындай фажиғәләр булмаҫ ине.

Газ ҡорамалдарын хәүефһеҙ эсплуатациялауҙа йорт хужалары яуаплы булыуын иҫтән сығарырға ярамай. Төтөн, һөрөм газы сыҡҡан һәм елләтеү каналдарын һәр ваҡыт тикшереп торорға, боҙоҡлоҡтар булһа, уларҙы ремонтлауға һәм техник хеҙмәтләндереүгә газ хужалығы белгестәрен йәлеп итергә кәрәк. Хеҙмәтләндереү, ремонт һәм газ ҡорамалдарын алмаштырыу кеүек эштәрҙе махсуслаштырылған ойошма белгестәре генә башҡара ала. Йорт йәки фатир эсендәге газ ҡорамалдарын (ВДГО, ВКГО) техник хеҙмәтләндереү махсуслаштырылған ойошма менән төҙөлгән килешеү нигеҙендә генә атҡарыла. Техник хеҙмәтләндереүгә йорт эсендәге газ ҡорамалдарын ҡулланыу хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында профилактик эштәр, ҡоролмаларҙы, торлаҡ эсендәге газ үткәргестәрҙе һүндереү, (шул иҫәптән подъезд, фасад эсендә) инә. Бынан тыш, махсуслаштырылған ойошма тәүлек әйләнәһенә авария-диспетчер хеҙмәтләндереүе ойоштора.

Газ ҡорамалдарын ҡулланғанда төтөн сығыу һәм елләтеү каналдарының торошона айырым иғтибар бүлергә кәрәк. Уларҙың емерелеп тороуы, тығылыуы йәки туңыуы тартыу көсөн кәметә. Әгәр төтөн тартыу юлы эшләмәй икән газ ҡорамалдарын эшләтеү ҡәтғи тыйыла! Бындай осраҡта һөрөм газы менән ағыуланыу ҡурҡынысы янай. Шуға күрә газ ҡаҙанлығын тоҡандырыр алдынан тартыу көсөн түбәндәгесә тикшереп ҡарарға була: газ ҡорамалының бәләкәй тикшереү тәҙрәһенә ҡағыҙ киҫәге яҡынайтығыҙ. Әгәр ҡағыҙ киҫәге тикшереү тәҙрәһенә табан бөгөлә икән, тимәк тартыу бар, киреһенсә булһа, йәки ҡағыҙ киҫәге шул килеш ҡалһа, төтөн тартыу юлы эшләмәй. Тартыу көсөнөң булмауы айырыуса мейес горелкалары һәм газ приборҙарының янғын ҡалдыҡтары төтөн тартыу юлы аша сыҡҡан ҡоролмалар ҡулланғандарға хәүефле. Мейес һөйрәмәһә газ ҡаҙанлығының йәки һыу йылытыу приборының автоматикаһы эшкә егелеп, техника эшмәкәрлеген туҡтатырға тейеш. Әгәр автоматика эшләмәһә, һөрөм газы менән ағыуланыу, хатта вафат булыу ҡурҡынысы янай.

Һөрөм газы менән ағыуланыуҙың тәүге билдәләре үҙен белдергәс тә (күреү насарайһа, ҡолаҡ ишетмәй, маңлай ауырта башлаһа, баш әйләнһә) газ приборҙары менән ҡулланыуҙы туҡтатырға, уларҙың крандарын ябырға кәңәш ителә. Йортоғоҙҙо елләтеү өсөн тәҙрәләрҙе һәм форточкаларҙы асығыҙ һәм «04» һандарына шылтыратып авария-диспетчер хеҙмәтен сыҡырығыҙ.

Йорт һәм фатир эсендәге газ ҡорамалдарын (ВДГО,ВКГО) тәртиптә тотоу һәм хәүефһеҙ ҡулланыу уларҙы даими техник хеҙмәтләндереү һәм ремонт ярҙамында тәьмин ителә.

Көнкүрештә ҡулланылған газ ҡорамалдары 3 йылға 1 мәртәбә техник хеҙмәтләндереүе үтергә тейеш. Әгәр ҡоролманың ҡулланыу ваҡыты сыҡһа, уны яңыртыу зарур.

Йорт һәм фатир эсендәге газ ҡорамалдарын хәүефһеҙ ҡулланыуҙың мотлаҡ шарты булып төтөн сығыу һәм елләтеү каналдарын хеҙмәтләндереү иҫәпләнә. Газ менән ҡулланыуҙың 11 пунктына ярашлы, шуны иҫтә тотор кәрәк: был каналдарҙың төҙөклөлгө өсөн күп ҡатлы йорттарҙа—идарасы компаниялар, ә шәхси хужалыҡтарҙа  йорт милекселәре яуаплы.

«Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһы халҡына көкүрештә газ менән файҙаланыуҙың ябай ҡағиҙәләрен тағы бер тапҡыр хәтеренә төшөрә. Ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәмәү фажиғәгә килтереүе ихтимал.

Газ приборҙары менән файҙаланғанда:

—форточкағыҙҙы асығыҙ;

—газ колонкаһын һәм ҡаҙанлыҡты тоҡандырыр алдынан төтөн тартыу юлдарын тикшерегеҙ;

—газ менән һыу йылытыу приборҙарын, йылытыу мейестәрен тоҡандырыр алдынан һәр ваҡыт төтөн тартыу системаһының төҙөклөгөн тикшерегеҙ, шиберҙе (завод мейесенең төтөн юлындағы ҡапҡасы) асырға онотмағыҙ;

—эшләп торған приборҙарҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;

—газ приборҙарына балаларҙы һәм газ менән ҡулланыу ҡағиҙәләрен белмәгән ке-шеләрҙе яҡын ебәрмәгеҙ;

—газ менән файҙаланып бөткәс, газ приборҙарындағы һәм уларҙың алдында-ғы крандарҙы ябығыҙ;

—газ килеүҙән туҡтаһа, шунда уҡ крандарҙы ябығыҙ һәм 04 телефоны аша авария-газ хеҙмәтен саҡырығыҙ;

—газ еҫе килһә, йәки газ сығып тороуын шәйләһәгеҙ, тәҙрә, форточкаларығыҙҙы асып, бүлмәгеҙҙе елләтегеҙ, газ приборҙары менән ҡулланыуҙы туҡтатығыҙ, электр приборҙарын тоҡандырмағыҙ, телефон, электр шылтыратыуы менән ҡулланмағыҙ, газ таралмаған ерҙән «04» телефонына шылтыратып, авария-диспетчер хеҙмәтен саҡыртығыҙ;

—газ приборҙарын таҙалыҡта һәм төҙөк тотоғоҙ;

—бөтә етешһеҙлектәрҙе газ хеҙмәте белгестәре төҙәтергә тейеш.

—фатирығыҙҙа мебель, көнкүреш техникаһын урынлаштырғанда газ үткәргестәрҙе ҡапларға, уларҙы гипсокартон йәки мебель артына йәшерергә ярамай!

—ҡыш көнө төтөн сығыу юлдарының туңып тығылып тормауын даими тикшерегеҙ.

—төтөн юлдарын һәм вентиляция каналдарын рөхсәтһеҙ ремонтлау, өҫтәмә тыйыла.

Бинала газ еҫе сыҡһа:

—газ приборҙары менән ҡулланыуҙы туҡтатығыҙ;

—приборҙарҙың крандарын ябығыҙ;

—бинаны елләтегеҙ;

—ут тоҡандырмағыҙ, тәмәке тартмағыҙ, электр приборҙарын һәм электр утын тоҡандырмағыҙ, электр шылтыратыуын һүндерегеҙ;

—«04» телефонына шылтыратып авария хеҙмәтен саҡыртығыҙ (газ булмаған урындан).

Үҙ белдегегеҙ менән йортоғоҙға, фатирығыҙға газ үткәрмәгеҙ, газ ҡорамалдарын урынынан шылдырмағыҙ, махсуслаштырылмаған ойошмаларҙың хеҙмәттәре менән ҡулланмағыҙ. Бындай эштәрҙе тик махсуслаштырылған ойошма хеҙмәткәрҙәре генә башҡара ала!

Газ плитәләрен бинаны йылытыу өсөн файҙаланмағыҙ. Газ приборҙары урынлашҡан бүлмәлә йоҡларға, ял итергә ярамай.

Шыйыҡлатылған газ баллондарын фатирығыҙҙа, подвал, гараж, балкон һәм лоджияларҙа һаҡламағыҙ!

Газ менән тәьмин итеү системаларына (газ үткәргестәр, һүндереү, газ ҡоролмалары) сит кешеләрҙең тығылыуын күрһәгеҙ, кисекмәҫтән авария-дистепчер хеҙмәтенең «04» телефонына, кеҫә телефонынан «104» һәм полицияға «02» шылтыратығыҙ.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Көнкүрештә газ менән ҡулланыуҙың хәүефһеҙлек ҡағиҙәлерән теүәл үтәгәндә генә үҙегеҙҙең генә түгел, яҡындарығыҙҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итәһегеҙ.

 

Газ менән бик һаҡ булығыҙ! Иғтибарһыҙлыҡ, битарафлыҡ үҙегеҙҙе, туғандарығыҙҙы, күршеләрегеҙҙе фажиғә килтереүе ихтимал. Газ приборҙары менән яҡшы эш итә белеү һәм ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү генә бәлә-ҡазанан ҡотҡарыр.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap