Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
Октябрҙә баҡса эштәре
Untitled document

Ағас япраҡтарын ҡыҙғылт-һары төҫкә мансып көҙ үҙ көсөнә инә бара. Еләк-емеш ҡыуаҡтары ла япраҡтарын ҡоя-ҡоя ҡышҡа әҙерләнә.

Был осорҙа, көндәрҙең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, еләк-емеш үҫентеләрен ултыртыу эштәре дауам итә, ул һалҡындар башланғас ҡына тамамлана.

Алманың ҡышҡы сорты йыйып алына. Баҡсаны ҡышҡа әҙерләү эштәре дауам итә: ер йомшартыла, үҫенте ҡалдыҡтарынан таҙартыла, еләк-емеш ҡыуаҡтары тәрбиәләнә, ашлама индерелә. Ҡыҫҡаһы, көҙ баҡсала эш күп, һәр береһенә өлгөрөргә генә кәрәк.

Үҫенте ҡалдыҡтары

Ҡойолған япраҡтарҙа, үҫенте ҡалдыҡтарында ҡоротҡостар, төрлө бәшмәк ауырыуҙары йыш сыға, тигәйнек. Шуға ла уларҙы яндырыу йәки компостлау шарт. Ҡайһы бер һәүәҫкәр баҡсасылар үҫенте ҡалдыҡтарын, ҡойолған япраҡтар, картуф, сөгөлдөр, кишер, ҡыяр, помидор һабаҡтарын ҡышҡылыҡҡа өйөп ҡуя. Һөҙөмтәлә сүп аҫтына сысҡан оялай, үрсей. Ҡышын был кимереүселәр алмағасҡа һәм башҡа еләк-емеш ҡауаҡтарына зыян килтерә. Шуға күрә баҡса участкаларында сүп-сар өйөп ҡалдырырға ярамай.

Баҡсасыларҙың ҡайһы берҙәре үҫенте ҡалдыҡтарын юл буйына сығарып ташлап әрәм итә. Ә бит улар—һәйбәт ашлама. Тәжрибәле баҡсасылар ҡыяр ултыртҡан ергә һөрөнтө ҡатламы тәрәнлегендә канау ҡаҙа ла, бөтә үҫенте ҡалдыҡтарын ошонда тыңҡыслап тултырып, өҫтөн тупраҡ менән күмә. Киләһе йылға унда ҡыяр сәсәләр. Ҡалдыҡтар серегәндә ҡыяр түтәле йылына, ә сүп-сар сереп ашламаға әйләнә.

Ҡарағат ҡыуаҡтарын тәрбиәләү

Ҡайһы берәүҙәр ҡарағат сыбыҡтарын күтәреп бергә бәйләп ҡуя. Улай эшләргә ярамай. Күтәреп бәйләнгән ҡыуаҡтар ҡар менән күмелмәй ҡала. Ҡышҡы һалҡындарҙа сәскә бөрөләре өшөп юҡҡа сыға. Шуға күрә бөтә төр емеш ҡыуаҡтарын ҡар аҫтында ҡалдырыу сараһын күрергә кәрәк.

Көҙ ҡарағат ҡыуаҡтарындағы ҡартайған, һынған, ауырыу  ботаҡтар ҡырҡып алына һәм яндырыла. Ҡарағат төбөнә органик һәм минераль ашламалар индерелә, ҡыуаҡ тирәһе тамырға зыян килтерелмәй генә йомшартыла. Унан тиреҫ, торф, ағас онтағы менән ҡаплайҙар.

Ҡурай еләгенә тәрбиә

Ҡарағат һәм ҡурай еләге бер урында һигеҙ-туғыҙ йыл үҫтерелә. Шуға күрә оҙаҡ ултырған ҡурай еләген тамырынан йолҡоп ташларға, яңы еләк плантацияһы ултыртырға кәрәк.

Ҡурай еләге ашламаларҙы  айырыуса ярата. Йыл һайын көҙҙән бер квадрат метрға 6-8 килограмм серетмә, 40-50 грамм суперфосфат, 20-30 грамм калий ашламаһы, ә яҙ 30-40 грамм мочевина (азот ашламаһы) индерелә. Унан, тамырға зыян килтермәй генә, ер йомшартыла.

Ҡурай еләге үҫкән тупраҡтың дымлылығын, структураһын һаҡлау өсөн унда торф, серетмә йәки ағас онтағы һибеү мөһим. Ҡышҡылыҡҡа үҫентеләрҙе ҡар күмерлек итеп, бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ҡуйып, ергә эйеп бәйләргә кәрәк.

Ер еләге

Ер еләгенең уңышын йыйып алғас та япраҡтарын сабып алып яндыралар. Ләкин һыуыҡ ҡыштарҙа сабып алынған еләк плантациялары туңып һәләк булыуы мөмкин. Ә япраҡтары сабылмаған еләк түтәлдәре көҙгө һалҡындарға бик бирешеп бармай. Еләк тамыры тупраҡ ҡатламының өҫкө өлөшөнә таралып үҫә, шуға күрә ул асыҡ ятҡан ерҙәрҙә 15 градус һалҡынға ла бирешеп бара. Шуға еләк плантацияһын 5-7 сантиметр ҡалынлыҡта серетмә, торф йәки ағас онтағы менән ҡапларға кәрәк.

Еләк-емештең ҡышты уңышлы сығыуында ҡар ҡатламы ифрат ҙур роль уйнай. Шуға ла уларҙы ҡышҡа әҙерләнгәндә ҡар тотоу сараларын күрергә кәрәк.

Емеш ағасын ҡыш көнө сысҡан кимереүҙән һаҡлау өсөн ағас олоно тирәһенә торф йәки ағас онтағына 10 процентлы креолин һеңдереп һипһәң, кимереүселәр ағас олонона яҡын да бармаҫ.

 

Фәрит Әхмәров әҙерләне.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap