Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
Сирҙән һаҡлар һырғанаҡ
Untitled document

Һырғанаҡ (облепиха) емешенең файҙаһы хаҡында бик күп яҙырға була. Ул аш эшкәртеү системаһы сирҙәренән да яҡшы дауа, сәс ҡойолғанда ла ярҙам итә. Тик уны ҡулланыу алымдарын белеү зарур.

Һырғанаҡтың емеше витаминдарға һәм файҙалы матдәләргә (марганец, магний, тимер һ.б.) бай. Ул иммунитетты күтәрә, организмды нығыта. Көн һайын ас ҡорһаҡҡа уның емешен ашау авитаминоздан ҡотҡара, һыуыҡ тейеүҙән һаҡлай, арыуҙы ала. Ә инде япраҡтарынан эшләнгән төнәтмә ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан яфа сигеүселәргә ярҙам итә. Диарея ваҡытында, йә артыҡ күп ашауҙан эсегеҙ ауыртһа мотлаҡ әлеге төнәтмәне эсегеҙ.

Емешен иҙеп тән йәрәхәтенә, янған урынға, төрлө тап сыҡҡан ергә һөртөргә мөмкин. Ә иҙмәне һыуға болғап, уның менән ауыҙҙы сайҡатһағыҙ стоматиттан, ангинанан, фарингиттан, гингивиттан ҡотолорһоғоҙ. Был саҡта антибиотик, химик составлы дарыуҙар ҡулланыу ҙа кәрәкмәй. Шулай уҡ иҙелгән емеште балға бутап  ашар алдынан ҡапһағыҙ, йүтәлде еңерһегеҙ.

Һырғанаҡ косметология һәм дерматологияла киң ҡулланыла. Емешенән һығып алынған һутты биткә һөртөргә мөмкин, һытҡыларҙан ҡотҡарыр. Диатез, дерматит, экзема менән сирләүселәр уның һутын эсһә яңылышмаҫ. Оҙаҡ компьютерҙа эшләүҙән күҙҙәрегеҙ талһа, күҙ ҡабаҡтары шешенһә, һырғанаҡ һутын һыу менән болғатып, унан компресс эшләп күҙгә һалығыҙ.

Әлбиттә, һырғанаҡтың файҙаһы булған кеүек үк зыяны ла бар. Шуға бик һаҡ булырға кәрәк. Ашҡаҙан аҫты биҙе, бауыр ауыртҡанда, ашҡаҙанда сей яра, һейҙек ҡыуығында таш булғанда ҡулланырға ярамай. Һырғанаҡ әллә ни аллергия бирә торған емеш түгел, шулай ҙа һаҡлыҡ талап итә. 1 йәшкә тиклемге балаларға бөтөнләй ҡулланырға ярамай.

 

Эйе, файҙалы үләндәр, емештәр бик күп. Әммә уларҙы файҙаланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap