Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
25.10.2016
Беләҙеге, алҡалары көмөштән...
Untitled document

Линара ҠЫРЫМFУЖИНА

Башҡорт халҡы борон-борондан төрлө биҙәүестәрҙе үҙ иткән. Төрлө ынйы-мәрйендәрҙән эшләнгән түшелдеректәр, селтәрҙәр, затлы таштар ҡушып яһалған һырға, балдаҡ, беләҙектәр матурлыҡ, зауыҡ өсөн генә түгел, яман көстән, күҙ тейеүҙән һаҡланыу маҡсатында ла ҡулланылған. Һуңғы арала милли биҙәүестәр ҡатын-ҡыҙҙар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, уларға һорау артты.

Хәйбулла районының Fәлиәхмәт ауылында үҙ ҡулдары менән ошондай матурлыҡты тыуҙырыусы Светлана Ибраһимова йәшәй.

—Һөнәрем буйынса компьютер белгесемен. Әлеге ваҡытта ауылыбыҙҙа һатыусы булып эшләйем. Биҙәүестәр менән буш ваҡытымда шөғөлләнәм. Беренсе тапҡыр был эшкә 4 йыл элек тотондом. Әсәйемдең селтәр (һаҡал) тегеп кейергә тигән ҙур хыялын тормошҡа ашырырға теләп ҡулыма мәрйендәр алдым. Бер ай тигәндә селтәрҙе эшләп бөтөп әсәйемә кейҙерҙем,—тип үҙе менән таныштырҙы Светлана.

Иң яҡын кешеһенең хыялын тормошҡа ашырыр өсөн башланып киткән был эш Светлананың яратҡан шөғөлөнә әйләнә. Селтәр, ҡашмау, башлыҡ, сулпы, алҡа-балдаҡ, беләҙектәр эшләргә өйрәнеп ала. Бындай матурлыҡты күргән ауылдаштары заказ бирә башлай. Иң беренселәрҙән булып ағинәйҙәр ойошмаһына бер иштән генә алҡалар эшләп бирә оҫта. Тора-бара тирә-яҡҡа ла тарала уның даны. Үҙ белгәндәрен башҡаларға ла өйрәтә  Светлана. Яҙғыһын район үҙәге Аҡъярҙа бар теләүселәр өсөн ҡашмау һәм селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрә. Төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Уның эштәре Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларында ла булып ҡайта.

Светлананың әйтеүе буйынса, интернет заманында эшләүе бер ниндәй ҙә ауырлыҡтар тыуҙырмай. Барлыҡ кәрәк-яраҡты шунан яҙҙырып ала, әҙер биҙәүестәрҙең фотоһын ҡуйып заказдар йыя. Бындай әйберҙәр менән күберәк йәштәр ҡыҙыҡһына. Заманса стилләштерелгән селтәрҙәр ҙур һорау менән ҡулланыла. Ырымбур, Силәбе, Свердловск өлкәһенән, Ҡазандан заказдар күп килә икән.

 

Халҡыбыҙҙың асылын сағылдырған биҙәүестәр юғалып ҡалмай, киреһенсә модаға инә барыуы ҡыуандыра,—ти Светлана.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap