Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
25.10.2016
Туған тел—кешенең булмышы
Untitled document

Линара ҠЫРЫМFУЖИНА

Август айында Сибай ҡалаһында уҙғарылған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының күсмә ултырышында ҡоролтайҙың район-ара йәмғиәт ойошмаларын булдырыу буйынса ҡарар ҡабул ителгәйне. Шуларҙың береһендә, йәғни Урал аръяғында үткән аҙнала тәүге йыйын ойошторолдо. Бында төбәккә ҡараған район-ҡалаларҙан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән иллегә яҡын делегат ҡатнашты.

Ултырышта башлыса тел, тарих һәм ер мәсьәләһе күтәрелде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе Рәйсә Әбдрәхман ҡыҙы ла үҙ сығышында быға баҫым яһаны:

—Туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу—беҙҙең иң мөһим бурысыбыҙ. Республикабыҙҙа уҡытыуҙы рус телендә алып барыу ҙур үҫеш алды. Үткән быуаттың 60-70 йылдарында бала рус телен белһә, кеше була тигән ялған лозунг ташланды, һәм бөтәһе лә, ниндәй милләт вәкилдәре булыуына ҡарамаҫтан, балаларын рус кластарына, мәктәптәренә бирҙе. Юнесконың тикшеренеүҙәре буйынса тыуғандан алып үҙ телендә һөйләшеп, белем алған кеше генә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшә ала. Хәҙерге заманда зыялыларҙың 80%-тын үҙ телендә белем алған кешеләр тәшкил итә. Үҙ теленән рус телен юғары ҡуйыусыларҙың күбеһе маңҡорт булып үҫте. Үҙ балаларын туған телдә аралашыуҙан мәхрүм итте.

 

Хәҙерге заманда ла элекке кеүек мәктәптәрҙә руслаштырыу бара. Беҙ үҙ ҡулдарыбыҙ менән балаларыбыҙҙы туған телдән, туған моңдан айырабыҙ. Был яйлап телде юғалтыуға килтерә. Беҙ быға юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ.

Рәйсә Күзбәкованың һүҙҙәрен Мәрйәм Бураҡаева ла ҡеүәтләне.

—Телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн балаларҙа рух тәрбиәләргә кәрәк тибеҙ. Ә ҡайҙан алырға һуң ул рухты? Кеше алдында һорау тыуа икән, уға төрлө яҡлап яуап эҙләй башлайһың. Шулай итеп, 1992 йылда Ейәнсура районында беренсе ауыл гимназияһын асҡанда инновацион йүнәлештәге дәрестәр кәрәк ине. Шунда үҙебеҙҙең «Тормош һабаҡтары», «Башҡорт мәҙәниәте» тигән предметтарҙы индереп балалар һабантуйы, «Башҡортостан ынйылары» конкурсы, Шәжәрә байрамдарын башлап ебәрҙек. Тәүҙә был эштәр бер класс эсендә башҡарылһа, тора-бара яйлап мәктәп, унан ауыл, район, республика кимәленә сығарылды. Балаларҙың күңеленә башҡортлоҡ орлоғон һалыу, рух тәрбиәләү тап ошо дәрестәр аша башланып китә лә инде. Телгә ҡарата ихтирам, иғтибар, һөйөү уятырға кәрәк. Туған тел ул аралашыу теле генә түгел, ә һәр кешенең булмышы. Әгәр һин донъяны үҙ телеңдә танып беләһең икән, башҡа телдәрҙе лә яҡшы һәм еңел үҙләштерә алаһың.

Уҡыу процесында ғына түгел, йәйге ял ваҡытында ла балаларҙа башҡортлоҡто тәрбиәләүҙе дауам итеү маҡсатында «Йәйләү» тип аталған программалы лагерҙар булдырылды. Ул бына инде 19 йыл эшләп килә. Һуңғы йылдарҙа рус телле башҡорт балалары күберәк килә бында. Был мәктәптәрҙә рус телендә уҡытыуға бәйле. Шулай уҡ беҙгә сит өлкәләрҙән, илдәрҙән дә балалар килә. Уларҙа телебеҙгә, илебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә ҡарата һөйөү уятабыҙ. Киләһе йылдан Ейәнсура районында йыл әйләнәһенә «Йәйләү» лагеры эшләйәсәк.

Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ирек Ниғәмәт улы Бикмәтов үҙ сығышында тарихты ла күҙ уңынан сығармаҫҡа өндәне.

—Илебеҙ Президенты В.В.Путин 2019 йылда «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын байрам итеү» тураһындағы Указға ҡул ҡуйыуын оло баһа итеп ҡабул иттек. Ошо иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы Республикабыҙ Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов «Башҡотостандың 100 йыллығына—өр-яңы 100 объект» күләмле республика акцияһын ойошторорға тәҡдим итте. Был йәһәттән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Башҡорт Совет Автономияһының 100 йыллығына 100 шәхестең исемен мәңгеләштерергә тигән ҡарарға килде. Беҙ Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ултырышында был мәсьәләне ентекләп өйрәндек һәм автономия өсөн көрәшкән төбәгебеҙ зыялыларының исемдәрен мәңгеләштереү тәҡдимен индерҙек. Бындай шәхестәр һәр төбәктә булған. Уларҙың исемдәрен тергеҙергә, халыҡ хәтеренә ҡайтарырға, халҡыбыҙға, бигерәк тә йәш быуынға еткерегә бурыслыбыҙ.

Артабан һүҙҙе Урал аръяғы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Зиннур Fөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов алды:

—Тел бөтә икән, тимәк, халыҡ бөтә. Теле юҡтың—иле юҡ, тип бушҡа ғына әйтмәгән ата-балаларыбыҙ. Телде һаҡлап ҡалыу менән бер рәттән ер мәсьәләһе лә ҡырҡыу тора. Беҙҙең халыҡтың борон-борондан ергә аҫаба хоҡуғы булған. Ул үҙ ерендә йәшәгән. Ваҡытында Рәсәй батшаһы менән килешеү нигеҙендә башҡорттар ерҙәрен һаҡлап ҡалған. Ләкин һуңғы йылдарҙа был мәсьәлә ситтә ҡала башланы. Бөгөнгө Рәсәй закондары буйынса ауылда йәшәгән һәр кемдең ер пайы алырға хоҡуғы бар. Әммә ысынбарлыҡта Башҡортостанда 60 меңдән ашыу кеше шул ер пайҙарын алмаған, алғандары ла ерҙәрен сит кешегә һатып ебәрә. Үҙҙәрендә ҡалдырғандары ла дөрөҫ файҙалана белмәй. Беҙгә үҙ өҫтөбөҙгә ошо етди мәсьәләне лә алырға кәрәк.

Үрҙә һанап кителгән проблемаларҙы хәл итеү өсөн Урал аръяғы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары бер төптән эшләргә, бының өсөн Совет төҙөргә, һәр ауыл-районда, ҡалала ҡоролтайҙың бәләкәй ойошмаһын булдырырға тигән ҡарар ҡабул итте.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap