Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
25.10.2016
Әйтеп ҡалырға ашыҡты
Untitled document

«Әйтеп ҡалырға ашығам»,—тип ҡабатлар ине яратҡан уҡытыусым Илдус Ҡасим улы Бүләков. «Мин әйтмәһәм, кем әйтер»,—тип тә өҫтәп ҡуйғылай торғайны. Киң эрудициялы, нәфис һәм фәнни әҙәбиәтте һыу кеүек эскән, педагогик стажы ҙур, тормош тәжрибәһе бай булған остазыбыҙҙың йәштәргә әйтер һүҙҙәре, ысынлап та, бик күп ине. «Һаумыһығыҙ, Илдус Ҡасимович, хәлдәрегеҙ нисек?»,—тиһәк,—«Сәғит Агиш әйткәнсә, зерә шәп»,—тип яуап биргән булыр ине. Уның шаяртып әйткән һүҙҙәрен ысынға алып, уҡытыусыбыҙҙың эштәре шәп икәнлегенә ихлас ышанып тик йөрөгәнбеҙ. Шулай ҙа уның аҙаҡҡа табан: «Түҙерлек»,—тигән яуаптары беҙҙе бер аҙ борсоһа ла, хөрмәтле ғалим әле генә беҙҙең аранан китер тип уйламаныҡ. Аяуһыҙ сир коллегаларың, уҡыусыларың алдындағы абруйға ла, эшләгән изгелектәреңә лә ҡарамай икән шул… Үкенескә ҡаршы, ағымдағы йылдың 18 сентябрендә остазыбыҙҙың йөрәге тибеүҙән туҡтаны…

Илдус Ҡасим улы 1940 йылда сал Урал тауҙарына һыйынып ултырған Учалы районының Учалы ауылында донъяға килә. Ул бәләкәйҙән зирәк, уҡырға әүәҫ бала булып үҫә. Айырыуса матур әҙәбиәтте, сәнғәтте ярата.

Кескәй саҡтан йыр-моңға, сәхнәгә ғашиҡ егетте урта мәктәп тамамлаған йылда уҡ ауыл клубына мөдир итеп ҡуялар. Бында бер йыл эшләгәс, ул Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының (ул ваҡытта культура-ағартыу училищеһы) театр бүлегенә уҡырға инә. Училищены тамамлаған егетте Мәсетле районына халыҡ театры ойошторорға ебәрәләр. Ҙур өмөт-хыялдар менән килгән йәш белгескә бында оҙаҡ эшләргә тура килмәй. Ун-ун биш көн үтеүгә, Стәрлетамаҡ хәрби комиссариатынан саҡырыу килә. Илдус Ҡасим улы ир-егеттең изге бурысын үтәргә ил һағына баҫа. Тәүҙә Ҡаҙағстандың Уральск ҡалаһындағы бер йыллыҡ хәрби мәктәптә уҡый. Мәктәпте «отлично»ға тамамлаған егеткә хеҙмәтен артабан дауам итергә өс адрес тәҡдим итәләр: Мәскәү, Ленинград (хәҙерге Санкт-Петербург) һәм Германия Демократик Республикаһы. Армиянан һуң мотлаҡ юғары белем алырға тигән маҡсаты булған йәш кеше Ленинградты һайлай. Бында ул хәрби академияның ярҙамсы полкына эләгә. Йәш белгесте радиостанция начальнигы итеп билдәләйҙәр.

Тревогалар, хәрби күнегеүҙәр менән хеҙмәттең ҡалған ике йылы һиҙелмәйенсә үтеп китә. Егетте армияла ҡалырға өгөтләйҙәр. Ләкин ул йәшлек хыялына хыянат итмәй—әле хәрби хеҙмәт срогын тамамлағансы уҡ Башҡорт дәүләт университе-тына документтарын ебәрә. Ҡабул итеү имтихандарын бик яҡшы тапшырып, Илдус Ҡасим улы филология факультетына уҡырға инә. Зирәк, тырыш егетте бында ла бик тиҙ күреп алалар, һәм өсөнсө курстан ул индивидуаль программа буйынса шөғөлләнә башлай.

Уҡыуҙы тамамлағандан һуң ул СССР фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының (хәҙер—Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге) Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында аспирантурала уҡый, бер үк ваҡытта Өфө сәнғәт институтының театр факультетында уҡытып та йөрөй. Йәш ғалим тынғыһыҙ уҡытыу эше менән бер рәттән диссертация яҙыуҙы ла тигеҙ алып бара. «1917-1932 йылдарҙа башҡорт драматургияһы һәм театрының формалашыуы» темаһына яҙылған кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлағандан һуң, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында тәүҙә ғилми хеҙмәткәр, унан—өлкән ғилми хеҙмәткәр, аҙаҡ инде байтаҡ йылдар институттың ғилми секретары вазифаларын уңышлы башҡара.

Ҡағиҙә булараҡ, фән кандидаттарының күпселеге диссертацияларын беренсе монография итеп сығара. Илдус Ҡасим улы бындай мөмкинлектән мәхрүм ителә, сөнки диссертацияның темаһы ул замандар өсөн «айырыуса ҡурҡыныс» була. 1917-1937 йылдарҙа ижад иткән күренекле драматургтар Афзал Таһиров, Дауыт Юлтый, Мөхәммәтша Буранғолов—барлығы 15-ләп кеше Сталин репрессияһына эләгә. Бары тик Сәғит Мифтахов ҡына, һуғышта һәләк булып, халыҡ дошманы тигән хурлыҡлы мөһөр тағылыуҙан ҡотолоп ҡала. Уларҙың тормош юлын һәм ижадын өйрәнеү түгел, исемдәрен дә телгә алыу тыйылған осорҙа диссертация яҡлау бик ауырға тура килә Илдус Ҡасим улына.

Бәхеткә күрә, байтаҡ йылдар үткәс булһа ла, ғәҙеллек тантана итә, репрессия ҡорбандары аҡлана. Fалим-уҡытыусы И.Ҡ.Бүләков 2006 йылда «Башҡорт театры менән драматургияһы тарихынан» исемле монографияһын уҡыусы хөкөмөнә сығарҙы. 6 томлыҡ «Башҡорт әҙәбиәте тарихы»ндағы бүлектәрҙең ике тиҫтәнән артығы Илдус Ҡасим улы тарафынан яҙылған. Уның хеҙмәттәрендә шул күҙгә ташлана: ул нахаҡҡа хөкөм ителгән яҙыусыларҙың (Т.Йәнәби, И.Насыри, Һ.Дәүләтшина һ.б.) тормош юлын һәм ижадын өйрәнә. Был ғалимдың ғәҙел, миһырбанлы, кешелекле, ярҙамсыл, үҙ халҡының патриоты булыуын һәм батырлығын тағы ла бер тапҡыр иҫбатлай. Ҡайһы берәүҙәр уларҙы өйрәнеү түгел, исемдәрен әйтергә лә ҡыймаған саҡта репрессия ҡорбандарының тормош юлын өйрәнеү батырлыҡ түгел, тип кем әйтер. Бындай ҡаһарманлыҡты тик туған халҡын, уның әҙәбиәтен, мәҙәниәтен сикһеҙ яратҡан Илдус Ҡасим улы кеүектәр генә башҡара алалыр.

Күңелендә йәштән йөрөткән театрға булған мөхәббәтенә лә тоғро ҡала ул. Өфөлә йәшәгән ваҡытта оҙаҡ йылдар буйы Яҙыусылар союзының тәнҡит секцияһында яуаплы секретарь вазифаһын башҡара, драматургия секцияһының бюро ағзаһы була. Яңы спектаклдәргә рецензиялар яҙырға ла ваҡыт таба Илдус Ҡасим улы.

1993 йылда, махсус саҡырыу буйынса, Бүләковтар ғаиләһе Башҡорт дәүләт педагогия институтының Сибай филиалына уҡытырға килә. Яңы ерҙә лә һынатмай ғалим, ең һыҙғанып эшкә тотона. Йөктө тартҡан атҡа күп тейәйҙәр тигәндәй, Илдус Ҡасим улына 1996 йылда филиалдың деканы вазифаһын йөкмәтәләр. Юғары уҡыу йорттарында, ғәҙәттә, һәр факультеттың үҙ деканы була, ә бында иһә—тотош филиалға бер декан. Аҙаҡ, филиал институт статусы алып, факультеттар күбәйгәс, педагогика факультеты менән етәкселек итә. Үҙенә йөкмәтелгән эште һәр саҡ намыҫ менән башҡарған ир-уҙаман был эште лә бар күңелен һалып, ихлас йөрәктән үтәне һәм аҙаҡ, сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, үҙ теләге менән деканлыҡты ҡалдырҙы. Студенттарға атайҙарса хәстәрлекле, иғтибарлы, коллегаларына (йәшенә лә, олоһона ла) ихтирамлы һәм талапсан, һәр кемдең күңелен яҡшы аңлаған деканды студенттар ҙа, уҡытыусылар ҙа әле лә һағынып һөйләй.

Һәр студенттың һәләтен асыҡлап, уны артабан үҫтереү өсөн дә күп көс һала уҡытыусы. Йәш быуындың ижади һәләтен үҫтереү маҡсатында, 1996 йылда «Инеш» әҙәби-ижад түңәрәген ойоштора һәм, ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, уның етәксеһе була. Фәнни эшкә һәләте булғандарҙы аспирантураға урынлаштырыу, тема һайлашыу, диссертация яҙыуҙа ярҙамлашыу, яҡлау алдынан тейешле кәңәштәр биреү кеүек эштәрҙе лә тынғыһыҙ ғалим үҙ бурысы тип һананы. Шуға күрә лә әйләнгән һайын йәштәргә ихлас күңелдән ярҙам итә килде.

Аҡыллы кәңәштәренә, күңел йыуатыр һүҙҙәренә мохтаж кеше тураһында үткән заманда яҙыу ни тиклем ауыр икәнлеген күптәр аңлайҙыр. Әммә әжәл сирҙәренән дарыу юҡ икән. «Әйтеп ҡалырға ашығам»,—тип йыш ҡабатлаған уҡытыусым һүҙҙәрен әйтеп өлгөрҙөмө һәм беҙ уның һәр һүҙен күңелебеҙгә һеңдереп ҡала алдыҡмы икән?

Нәилә Ласынова, филология фәндәре кандидаты,

 

БДУ-ның Сибай институтының башҡорт һәм рус филологияһы кафедраһы мөдире.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap