Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
25.10.2016
Ҡулдарының име бар
Untitled document

Ауылда фельдшер-акушерлыҡ пунктының булыуы һөйөнөслө хәл. Яманһаҙҙар был яҡтан уңған. Ауылдың уртаһында урынлашҡан медицина учреждениеһының ишеге бер ҙә ябылмай. 2005 йылдан бында Светлана Шаһимәрҙән ҡыҙы Бикҡолова халыҡҡа киң медицина ярҙамы күрһәтә.

Светлана был һөнәрҙе осраҡлы һайламай, ул бала саҡтан шәфҡәт туташтарының эшенә ғашиҡ булып үҫә. 2000 йылда Сибай медицина колледжының «Фельдшер эше» бүлеген тамамлай. Диплом алған йәш белгес Өфөнөң 4-се йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында, Баймаҡ районының медицина учреждениеларында хеҙмәт тәжрибәһе туплай. 2005 йылда тыуған ауылы Яманһаҙға ҡайтып эш башлай.

Ҡулдарында име булған фельдшерҙы халыҡ ярата, «үҙебеҙҙең Светлана» тип кенә йөрөтә.

Светлана Бикҡолова яңы тыуған сабыйҙарҙан алып оло йәштәге граждандарға тиклем барыһының да һаулығын хәстәрләй, төрлө процедуралар эшләй, прививкалар яһай, ҡан баҫымын үлсәй, диспансеризация үткәрә. Ауырыуҙарҙы өйҙәренә барып хеҙмәтләндереү ҙә Светлананың иңендә. Яманһаҙ фельдшер-акушерлыҡ пункты Матрай участка дауаханаһына ҡарай. Шунлыҡтан, табип ярҙамына мохтаж пациенттар тәжрибәле терапевт Флүрә Тәлғәт ҡыҙы Дмитриеваға йүнәлтелә. Йылына ике тапҡыр Сибай ҡалаһының Сәләмәтлек үҙәгенән белгестәр килеп, яманһаҙҙарҙың һаулыҡ торошон тикшереп тора.

—Эшемде бик оҡшатам. Ҙур ышаныс белдереп мине икенсе тапҡыр ауыл Советына депутат итеп һайлаусы ауылдаштарыма рәхмәт. Һөнәри бурысым менән бергә 7-се һайлау округына ингән Быҙаулыҡ урамында йәшәүселәрҙең донъяуи мәсьәләләрен һәм проблемаларын хәл итергә тырышам. Ауыр хәлгә тарыған ғаиләләр буйынса комиссия ағзаһы булараҡ, йыш ҡына ярҙамға мохтаж ғаиләләр менән эшләргә тура килә. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы булыу ҙа ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Бар башланғыстарыбыҙҙы хуплап, булышлыҡ итеүсе Яманһаҙ ауыл хакимиәте башлығы И.А. Амантаевҡа ҙур рәхмәт,—ти Светлана.

Тырыш хеҙмәт өлгөһө күрһәтеүсе фельдшер С.Ш.Бикҡолова лайыҡлы рәүештә районда «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» тип табылған. Тилбер, үҙ эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараусы белгес, әүҙем йәмәғәтсе Светлана Шаһимәрҙән ҡыҙы күптән инде ауылдаштарының ихтирамын яулаған.

Уңған ҡатын ғаиләһенә лә ҙур иғтибар бүлә. Улар тормош иптәше Фәнис Хәйрулла улы менән өс ул тәрбиәләй. Өлкәндәре Заһир Сибай гимназия-интернатының 8-се класында белем алһа, кеселәре Тимур менән Нияз балалар баҡсаһына йөрөй.

Бикҡоловтар яңы йорт һалып сыҡҡан, унда уңайлы, заманса шарттар булдырған. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт көтөп, баҡса үҫтереп йәшәүҙән ҡәнәғәтлек табалар.

Альбина Таһирова.

 

Һүрәттә: алтын ҡуллы фельдшер пациенттарына юллана.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap