Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
25.10.2016
Башҡорт халҡы илгә шундай шәхесте биргән!
Untitled document

Башҡорт халҡының бөйөк улдары тураһында һүҙ барһа, иң тәүҙә Салауат Юлаев күҙ алдына баҫа. Әлбиттә, ул хаҡлы рәүештә—беренсе урында. Икенсе баҫҡысты, минең уйымса, Зәки Вәлиди биләйҙер. Шулай уҡ Башҡортостандың сәйәси картала барлыҡҡа килеүендә Зыя Нуриевтың да роле ҙур.

Зыя Нурый улы 1957 йылдан 1969 йылға тиклем КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары булып эшләгәндә, республикабыҙҙа бихисап ҡеүәтле предприятие, завод, фабрика, комбинат, трестар барлыҡҡа килде. Ил буйынса иң арзан нефть «Туймазынефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында сығарылды. Химия һәм нефть химияһы продукцияһы етештереү 5,3 тапҡырға артты. Республика мотор яғыулығы, кальцийлы һәм каустик сода, синтетик этил һәм бутил спирты, полиэтилен һәм синтетик каучук, гербицид етештереү буйынса СССР-ҙа лидер иҫәпләнде. Синтетик материалдарҙы етештереүҙә химик ысулдарҙы ҡулланыу һөҙөмтәһендә 1959-1965 йылдарҙа миллиондарса тонна иген, меңдәрсә тонна тәбиғи май экономияланды. 1958 йылда Башҡортостандағы сәнәғәт тауарҙары етештереү күләме, 1913 йыл менән сағыштырғанда, 145 тапҡырға күберәк булды. Индустриялаштырыу программаһы нигеҙендә илебеҙҙә бик күп ҡалалар барлыҡҡа килде. Ишембай, Туймазы, Октябрьский, Нефтекама, Салауат, Күмертау, Сибай, Учалы, Мәләүез—шуға асыҡ миҫал. Өфө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Бөрө, Белорет ҡалалары төҙөкләндерелде. Ете йыл эсендә Башҡортостанда нефть етештереү 23 миллион тоннанан 44 миллион тоннаға етте, ә бөгөн йылына 16 миллион тонна ғына нефть етештерелә. Ул ваҡытта Башҡортостан нефте СССР-ҙа етештерелгән күләмдең 18 процентын тәшкил итте.«Арлан» нефть ятҡылығында көкөртлө нефть табылыу арҡаһында, ундағы мазутты файҙаланыу йәһәтенән «Ҡарман» электр станцияһы төҙөлдө һәм мазут яғыулығы сифатында файҙаланылды. Яңы нефтселәр ҡалаһы булған Нефтекамала яһалма күн заводы, үҙбушатҡыстар заводы, ауыл хужалығы машиналары эшләү заводы, ит комбинаты төҙөлдө. Шулай уҡ бүтән ҡалалар ҙа йылдам үҫте. Октябрьскийҙа—фарфор, тире эшкәртеү заводы, нефть ҡорамалдары етештереү заводтары, аяҡ кейеме фабрикаһы, ә Салауат ҡалаһында органик быяла заводы төҙөлә, минераль ашлама етештереү предприятиеһы барлыҡҡа килде. Сибайҙа баҡыр-көкөрт комбинаты асылды, ул күп йылдар ил күләмендә алдынғы урында барҙы. «Башмедьстрой» тресы барлыҡҡа килеп, Урал аръяғы райондарындағы ПМК-лар торлаҡ йорттар, мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм һөтсөлөк фермалары төҙөү эшен йәйелдерҙе, ауылдар яңы һулыш алды. Өфөлә—өс нефть эшкәртеү заводы, ә Салауат ҡалаһында нефть химияһы комбинаты төҙөлдө, шул арҡала йылына 50 миллион тонна нефть эшкәртелде һәм Башҡортостан СССР-ҙа беренсе урынға сыҡты. Шулай уҡ Стәрлетамаҡта—ил буйынса беренсе синтетик каучук заводы, ә Өфөлә һәм Салауатта полиэтилен етештереү заводтары барлыҡҡа килде. Барыһы ла уңышлы эшләне. Башҡортостан аграр республиканан алдынғы, көслө иҡтисадлы индустриаль төбәккә әйләнде. Ә инде ауыл хужалығына килгәндә, 1949-1953 йылдарҙа иген культураларының уңышы уртаса 6,6 центнер тәшкил итте, дөйөм иген культураларының күләме 1,7 миллион тонна булһа, 1954-1958 йылдарҙа Башҡортостан буйынса 566 мең гектар сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәр эшкәртелеп, сәсеү әйләнешенә индерелде. Шул арҡала республикала иген етештереү ошо биш йылда 1,6 миллион тоннаға артты. Халыҡ икмәккә туя башланы. Был күренеш үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәне, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү, колхоз һәм совхоздарҙың ҡеүәтен арттырыу маҡсатында республика һигеҙ мең трактор, дүрт мең иген комбайны, өс мең лафет һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителде. МТС-тар өсөн 160 оҫтахана төҙөлдө. Ауылдарға ҡалаларҙан 3 500 кеше эшкә ебәрелде, шуларҙың 450-һе—юғары һәм урта белемле белгестәр була. Тиҙ арала 33 мең механизатор әҙерләнде. Был эштәр үҙенең һөҙөмтәһен көттөрмәне, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләме артты. 1956 йылда колхоз-совхоздар иген культураларының гектарынан уртаса 16 центнер уңыш алды һәм дәүләткә 1,3 миллион тонна тапшырҙы. Был 1953 йыл менән сағыштырғанда 450 мең тоннаға күберәк булды. Шәкәр сөгөлдөрө етештереү, картуф үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелде. 1958 йылда дәүләткә 163 мең тонна «татлы тамыр» һатылһа, 1965 йылда ул 505 мең тонна тәшкил итте, йәғни өс тапҡырға күберәк тигән һүҙ. Шәкәр етештереү кеше башына Японияла ике килограмм булһа, Башҡортостанда 16,5 килограмдан ашты. Һыйыр майы етештереү АҠШ-та—3,2, Англияла—0,5, Италияла 1,3 килограмм була, ә Башҡортостанда 4 килограмға етте. «Ул осорҙа сит илдәрҙән бик күп делегациялар беҙҙәге тәжрибәне өйрәнеү өсөн килә торғайны», тип яҙҙы 1967-1987 йылдарҙа партияның Башҡортостан өлкә комитетының өсөнсө секретары булып эшләгән Таһир Ахунйәнов. Республиканың иҡтисади ҡеүәте артыу менән бер рәттән, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә лә алға китеш күҙәтелә. К.А.Тимирязев исемендәге Башҡортостан дәүләт педагогия институты Башҡорт дәүләт университеты кимәленә күтәрелде. Сәнғәт институты асылды, уның ректоры итеп Заһир Исмәғилев һайланды. Бөйөк Октябрь Социалистик Революцияһына тиклем Башҡортостанда Өфө уҡытыусылар институты ғына булһа, Зыя Нуриев эшләгән осорҙа туғыҙ юғары уҡыу йорто барлыҡҡа килде. Зыя Нуриев милли мәсьәләләргә лә бик етди ҡараны һәм аҡыллы эш итте. 1957 йылдың 15 июнендә Башҡортостандың үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылыуына 400 йыл тулыу тантаналы билдәләнде, Өфөлә Дуҫлыҡ монументы асылды, ул баш ҡалабыҙҙың күркәм урынына әйләнде. Ә инде Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйырға урын эҙләгәндә, төрлө тәҡдимдәр була. Архитектор Сосланбәк Тавасиев Ағиҙел ярын тәҡдим итә. Был тәҡдимде күпселек хуплай, ә юғары вазифалы етәкселәр Совет майҙанында туҡтала. Арыу ғына бәхәстән һуң мәсьәләгә Зыя Нуриев нөктә ҡуя. «Киләсәктә кешеләр Салауатҡа байрамға, театрға барған һымаҡ йөрөһөн, шунда бөйөк милли рух хаҡында уйланһын, күңелдәрен таҙартһын»,—тип ул С.Тавасиевтың тәҡдимен яҡлай. Милли кадрҙар әҙерләү мәсьәләһендә бик төптән уйлап эш итте Зыя Нурый улы. 1962 йылда В.Нәбиуллин Министрҙар Советы рәйесе вазифаһынан бушатылғас, кемде ҡуйырға тигән һорау тыуа. Был урынға БАССР Дәүләт планы рәйесе Ниғәмәтйәнов, финанс министры Вәлиев тәҡдим ителә. Башҡортостандың күп милләтле республика икәнен дә онотмай, шул уҡ ваҡытта башҡорт халҡының да күп ырыуҙан тороуын күҙ уңынан сығармайынса, бик отошло фекергә киләләр. Зыя Нуриев был хәлде былайыраҡ итеп һүрәтләй: «Мин,—ти ул,—партияның БАССР өлкә комитетының беренсе секретары, төньяҡ-көнбайыш башҡорто булараҡ, Министрҙар Советы рәйесе мотлаҡ рәүештә Урал аръяғы райондарының береһендә тыуған башҡорт булырға тейеш, тип уйлайым». Шулай итеп, Зекериә Аҡназаров кандидатураһында туҡталалар. З. Аҡназаров комсомолдың өлкә комитетының беренсе секретары булып эшләгәндән һуң, партия өлкә комитетында ойоштороу бүлеге етәксеһе, йәғни ул ваҡыттағы иерархия буйынса, партия өлкә комитетында дүртенсе кеше һаналған. 37 йәшендә генә ул ҙур вазифаға үрләтелә һәм 24 йыл буйы БАССР Министрҙар Советы рәйесе булараҡ, бик уңышлы эшләп ялға сыға.

1969 йылдың июнь айында, КПСС үҙәк комитеты секретарҙары Кулаков, Кириленко, Устиновтарҙың тәҡдиме буйынса, Леонид Брежнев үҙе телефондан шылтыратып, Зыя Нуриевты Мәскәүгә СССР-ҙың Әҙерләүҙәр комитеты рәйесе итеп саҡыра. Дүрт йыл эшләү дәүерендә ошо комитетты СССР-ҙың Әҙерләүҙәр министрлығы кимәленә еткерҙе. Бик күп иген элеваторҙары, тирмәндәр, келәттәр, иген киптергестәр, ҡатнаш аҙыҡ заводтары, ит эшкәртеү, һөт эшкәртеү комбинаттары, шәкәр заводтары һәм башҡалар төҙөлдө. Уның эшләү принцибын, кешеләр менән яҡшы мөнәсәбәттә булыуын, һәр мәсьәләгә дәүләт эшмәкәре күҙлегенән объектив эшлекле ҡарашын иҫәпкә алып, Брежнев Нуриевтың СССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнеүен хәбәр итте. 1973 йылдан алып 1985 йылға тиклем ул тәүҙә Косыгиндың, аҙаҡ Тихоновтың урынбаҫары булып эшләне һәм СССР ауыл хужалығы һәм сәнәғәте комплексын етәкләне. З.Нуриев, үҙенең төп эшенән тыш, СССР Министрҙар Советы Президиумы комиссияһы етәксеһе вазифаһын да башҡарҙы. Бурысы—тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәт ресурстарын һөҙөмтәле файҙаланыу. Ул комиссия Байкал, Ладога күлдәрен, Каспий, Азов һәм Ҡара диңгеҙҙәрҙең бассейндарын һаҡлау, Себер һәм Алыҫ Көнсығышта кедр урмансылығын яҡлау кеүек бик мөһим мәсьәләләрҙе хәл итте. Ләкин, Зыя Нуриев эштән киткәс, илдә «Гослесхоз» менән «Гослеспром» берләштерелде һәм урмандарҙы иҫәпһеҙ ҡырыу башланды. Зыя Нуриев 1954 йылдан алып 15 йыл буйы СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы ағзаһы булып эшләй. Үҙ дәүерендә ошо илдең иң юғары органының биш рәйесе менән эшләү бәхетен татыны. Ул СССР Министрҙар Советында эшләгән бер осорон иҫкә төшөрҙө.

—Һеҙ йылына нисә тонна сыр етештерәһегеҙ?—тип һорай ул саҡтағы рәйес А.Микоян.

—840 мең тонна, тиҙ арала бер миллион тоннаға еткерергә тейешбеҙ,—ти Зыя Нуриев.

—Сырҙы мосолман халҡы ла ярата бит, уның ассортиментын киңәйтеүҙе лә күҙ уңында тотоғоҙ. Шуны ла әйтәм: һеҙ бит СССР Хөкүмәтенең тарихында Хөкүмәт ағзаһы булараҡ иң тәүге мосолман кешеһе,—ти А.Микоян.

Ә башҡорт халҡы өсөн был күренеш икеләтә ҡыуаныслы. Шундай ҙур дәүләткә етәкселек итеүҙә ҡан-ҡәрҙәшебеҙ ҙә ҡатнашҡан. Ә инде СССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары булып эшләгән Юрий Баталин былай тип иҫкә ала: «Зыя Нуриев йыш ҡына илдәге милләтселек күренештәрен тәнҡитләй торғайны. Уның һүҙҙәре иҫтә ҡалған. «Бына ҡарағыҙ, Башҡортостандан СССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫарҙары икәү: мин—башҡорт, Юрий—рус; ике армия генералы: Гәрәев—башҡорт, Лобов—рус. Тик милләттәр берҙәм булһа ғына эш бара!»—тип ҡабатлай торғайны ул». Яҡташыбыҙ юғары дәрәжәле кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел тапҡан, үҙен бик иркен тотҡан һәм, кәрәк икән, тәнҡитләргә лә тартынмаған. Быға миҫал итеп бер күренеште иҫкә төшөргө килә... 1955 йылда Кремлдә сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү буйынса кәңәшмә бара. Мөһим йыйылышта Башҡортостандан өс делегат—партия өлкә комитетының беренсе секретары С.Игнатьев, З.Нуриев һәм Башҡортостан Министрҙар Советы рәйесе В.Нәбиуллин ҡатнаша. «Беҙ йылҡысылыҡ заводтары ҡарамағындағы буш ятҡан 55 мең гектар ерҙә иген культуралары сәсергә ҡарар иттек»,—ти В.Нәбиуллин. Зал дәррәү ҡул саба. Шунан бер нисә ораторҙан һуң С.Буденный сыға ла: «Бына бер башҡорт йылҡысылыҡ заводы ерҙәрен тартып алырға уйлай. Беҙ бер кемгә лә заводтарҙы емерергә бирмәйбеҙ»,—ти. «Не какой-то башкир, а правнук тех воинов, которые в составе Российской армии, преследуя Наполеона, дошли до Парижа, до берегов реки Сены, водой которой напоили своих коней»,—тип Зыя Нуриев халыҡ алдында ғәфү үтенеүен һорап, президиумға записка яҙа. С.Буденный аҙаҡ, Н.Хрущев уға терһәге менән төрткәс, трибунаға сығып рәсми ғәфү үтенгән һәм былай тигән: «Прошу вас, башкирскую делегацию, простить меня. Я в своем выступлении в сердцах допустил оплошность. Я знаю башкир, они любят коня, отличные кавалеристы. После Гражданской войны у меня работал ваш земляк, отличный конник Муса Мортазин...». Үҙҙәрен ысын етәкселәр итеп тойоп, халыҡ алдындағы бурысын еренә еткереп үтәп йөрөгән кешеләрҙе нисек ихтирам итмәҫкә мөмкин! Башҡортостан Хөкүмәте етәксеһе З. Аҡназаров былай ти: «Зыя Нуриев Башҡортостан өсөн, уның халҡы өсөн бик күп эшләне, Мәскәүҙә саҡта ла республикаға айырым иғтибар бирҙе. Рәсәйҙә, беҙҙәге һымаҡ, элеваторҙар, иген ҡабул итеү пункттары, һыуытҡыстар юҡтыр». Ә инде күрше Ҡаҙағстанда булғанда Д.Ҡунаев һүҙҙе Зыя Нуриевтан башлаған: «Как он развернулся, как грамотно и быстро решает все проблемы! Какого человека дал стране башкирский народ!»

Мин яҙып үткәндәр, һандар һәм факттар З.Нуриевтың үҙ ҡулы менән яҙылған «Ауылдан Кремлгә тиклем» тигән иҫтәлектәренән алынды. М.Ямалов авторлығында, күренекле дәүләт эшмәкәренең 100 йыллыҡ юбилейына арналып, «Зыя Нуриев» тигән матур эстәлекле китап былтыр донъя күрҙе. Зыя Нуриевтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында Өфөлә һәйкәл ҡуйһаҡ, урамдарға, мәҙәни усаҡтарға уның исемен бирһәк, был эш беҙҙең халыҡтың мәртәбәһен арттырасаҡ.

 

Шөғәйеп УСМАНОВ, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap