Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
Ир ҡанаты (поэма) Салауат Әбүзәр
Untitled document

«Ат биреп тор әле, ағай...»

Мохтажлыҡ ине атҡа.

Күпме тапҡыр мин ат һорап,

Йөрөнөм бала саҡта.

Дәрәжәһен белеп, көлөп,

Эре сиртә ағабыҙ:

«Ҡатынды, ана, алығыҙ,

Атымды һорамағыҙ».

И, бала саҡ... Атай ҙа юҡ,

Атай булмағас—ат та.

(Әле лә йөрәк теленә

Уйлаһам ошо хаҡта).

Көнләштем атлы, атайлы

Үҙемдең тиҫтерҙәрҙән.

(Башҡаһынан көнләшергә

Танауға еҫ кермәгән).

Көнләштем, тик үсләшмәнем—

Мәкер юҡ ине уйҙа.

Шатландым ат атланғандай,

Еңһәләр һабантуйҙа.

Шул ат менән йәшәнек беҙ,

Шул атта ине өмөт.

Ҡанатландыҡ—урамдан бер

Үтеп китһәк ат менеп.

Йырлап ебәргән булабыҙ:

«Ир ҡанаты—ат була...»

Ҡыҙлы йорттар тәҙрәһенә

Ҡырын ҡарап саҡ ҡына.

Йәнәһе, беҙ ҙә үҫербеҙ,

Онотмағыҙ был хаҡта:

Урлап алып ҡайтасаҡбыҙ

Һеҙҙе лә ошо атта.

...Уйҙар, уйҙар!.. Хәтерләтеп,

Тышауын өҙгән атты,

Минең бөтә булмышымды

Үткәнгә алып сапты.

*   *   *

Бер саҡ беҙҙә атты бөтөрҙөләр,—

Юғарынан әмер булған ҡаты.

Совет ҡушҡас, ҡаршы тороп ҡара,—

Һәр береһе атын һуйып һатты.

Тик колхозда ғына ҡалды аттар.

Тағы берәү ҡалды—Шәһит ҡартта.

Үҙ атына ҡулын күтәрмәне—

Ҡаршы торҙо совет ҡуйған шартҡа.

Рәйес килеп, башта өгөтләне,

Ярты ултыртып та ҡылын тартты.

Ахырыһы, сабырлығы һынғас,

Закон, төрмә менән ҡыҫты ҡартты.

Ныҡ торҙо ҡарт: «Мә, һуй мине,—тигән,—

Ләкин әле башым иҫән саҡта,

Һин был хаҡта бүтән ауыҙ асма,

Ҡағылаһы булма,—тигән,—атҡа».

Хата булғанда ла, закон—закон,

Шул хатаға тотош халыҡ күнә.

Халыҡ та шул бер еп ише генә,

Власть инде—һабаҡланған энә.

Һәм тегелә шулай яңы күлдәк.

Fәйеп кемдә? Ептә, энәләме?

Ҡайҙа барып морон төртәйем тип,

Епкә инде энә инәләме?!.

Рәйес килде ҡартҡа дүрт ир менән,

«Һә» тигәнсе улар йыҡты атты.

Бер сараһыҙ ҡалған Шәһит ҡарттың

Күҙҙәренән бары йәше аҡты.

Ат күҙе лә йәшкә тулған ине,

Тойҙом уның йыш-йыш һулағанын.

Шул саҡта мин тәүге тапҡыр күрҙем

Ат менән ир бергә илағанын.

Бына бысаҡ!.. Бына!.. Бына!.. Шул саҡ

Ҡарт ирҙәргә табан атынды бит.

«Туҡтатығыҙ! Зинһар, туҡтатығыҙ!

Үҙем саласаҡмын атымды»,—тип.

Бысаҡ алып, оҙаҡ ҡайраны ул:

«Үткер булһын,—тине,—закон кеүек.

Килер бер көн: бысаҡ аҫтарында

Улар ҙа бер ятыр атым кеүек!»

«Туҡтатығыҙ!» Юҡ, мин ҡысҡырманым,

Тик йөрәкте ошо һөрән телде.

Ҡысҡырыр ҙа инем, ошо бысаҡ

Киҫте микән әллә минең телде!?

...Ал ҡан аҡты. Ҡан атылды ҡапыл.

Үҙ хужаһы атын үҙе салды.

Салды ла ул, кинәт усы менән

Ергә аҡҡан ҡанды услап алды.

«Ҡаныҡҡайның, мә, эс, рәйес,—тине,—

Ҡан да етмәҫ власть эттәренә!..»

Һәм усына һоҫоп алған ҡанды

Һибеп ебәрҙе ул биттәренә.

Күҙ алдымда донъя ҡыҙарҙымы,

Әллә алланыпмы ҡояш бата?!.

Ҡанлы йөҙлө рәйес... Ерҙә лә ҡан...

Ҡан эсендә тулап, күк ат ята...

Ә аҙаҡтан, аҙна үткәс, буғай,

Ҡырҙар буйлап, тотоп йүгәнен,

Йыш күргәндәр икән Шәһит ҡарттың

Һаман да ат эҙләп йөрөгәнен.

Тамам йомолдо ҡарт үҙ-үҙенә,

Кермәҫ булды кеше өйҙәренә.

Һәм мәңгегә киткән тиҙәр уны,

Башын һалған килеш эйәренә...

*   *   *

Бына минең тыуған ерем.

Бышҡырып ҡуя юрға,

Әйтерһең, мин юрға түгел,

Атланып киләм йырға.

Тел шартлатып ҡуя ҡоштар,

Һоҡланалар—беленә.

Гүйә, атым тояҡтары

Баҫа гармун теленә.

Моң ағыла тояҡтарҙан

Тыпыр-тыпыр... Тыпыр-тыпыр...

Эх!.. Ат йәнле ир-аттарға

Шунан моңло көй ҙә юҡтыр.

Тыпыр-тыпыр... Тыпыр-тыпыр...

Ҡасан ғына ошо яҡтан

Ауылымдың күпме ире

Ат эйәрләп, яуға сапҡан.

Мин уйлаһам ул саҡтарҙы

Бәғерҙәрем аҡтарыла.

Аттар менеп сапҡан улар—

Ҡыҙылдары, аҡтары ла.

Ауылымдың күпме атын

Талап алып киткән улар.

Яуҙа күпме толпарҙарҙың

Баштарына еткән улар!

Тағы һуғыш... Тағы аттар...

Күсимовтар, Шаймораттар...

Быуаттарҙан-быуаттарға

Аттар саба... Сабар аттар...

Хәҙер заман башҡа төрлө,

Ҡылыс түгел, янай атом.

Ләкин, ана, ихатала

Егер йөрөй егеп атын.

Шөкөр, хәҙер борсолоу юҡ,

Ҡайҙан, тиеп, ат табырға.

Башҡорт үҙе әйләнгәндәй

Әкиәттәге кентаврға.*

...Уйҙар!.. Уйҙар!.. Мин тағы ла

Бала саҡҡа остом атта.

Бөгөнгөләй күҙ алдымда,

Ҡалһа ла ул бик йыраҡта.

*   *   *

Ятып сирләй атай. Балнис йыраҡ.

Алып барыр инең—аты юҡ.

Ҡараңғы төн. Тышта буран олой.

Тәҙрәләрҙә тамсы яҡты юҡ.

Сараһыҙҙан, ни ҡылырға белмәй,

Әсәй әйтә инде аптырап:

«Конюх бабайыңа барып, улым,

Ҡарайһыңмы әллә ат һорап».

Ялан аяғыма ҡата ҡатып,

Сығып саптып конюх өйөнә.

Күңелемдән әллә ниндәй төйөр

Тамағыма килеп төйөлә.

«Ете төн уртаһы. Бынау саҡта

Ҡайҙан һиңә мин ат табайым!?

Төн тимәйҙәр, оят юҡ кешелә...»—

Сығырынан-сыҡты бабайым.

Ҡайтып киттем башты түбән эйеп:

«Ат юҡ, атай! Ат юҡ! Тапманым!..»

Һәм иланым, оҙаҡ иланым мин,

Күкрәгенә уның ҡапланып.

Атай әйтте: «Теге донъяла ла

Үкендерер инде был хатам:

Эх! Мираҫҡа һиңә ат ҡалманы,

Мәхрүм иттем һеҙҙе мин аттан!»

Иртәгәһен... Атайымды һалып

Ишек алдындағы саптарға,

Алып китте халыҡ... Алып китте

Кире ҡайтмай торған яҡтарға...

*   *   *

«Ат биреп тор әле, ағай,

Ҡапылда ат кәрәкте».

Әгәр берәү һорап килһә,

Тотторормон йөрәкте.

Уйламағыҙ, маҡтана тип,

(Маҡтанһам да, хаҡым бар!)

Йөрәгемдә сапсып торған

Ауыҙлыҡһыҙ атым бар.

Башҡорт атһыҙ буламы ни!—

Мираҫ ул быуаттарҙан.

Батыршалар, Салауаттар

Яуға сапҡан саҡтарҙан.

Париждарҙы, Берлиндарҙы

Яулағанбыҙ аттарҙа.

Һәм үтербеҙ ат атланып,

Быуаттан-быуаттарға!

________

 

*кентавр—кеше башлы, ат кәүҙәле мифик зат.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap