Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
25.10.2016
Телгә һөйөү тәрбиәләйбеҙ
Untitled document

Рухлы бала тәрбиәләү бурысы иң беренсе атай-әсәйҙәргә ҡайтып ҡалһа ла, уҡытыусылар ҙа туған ергә, илгә, телгә, үҙ халҡыңдың тарихына, мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләргә тейеш. Айырыуса башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары иңенә ҙур яуаплылыҡ һалынған. Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн дәрес уҙғарыу ғына аҙ, уҡыусыларҙы һәр төрлө сараларға, кисәләргә, осрашыуҙарға йәлеп итеү зарур.

Беҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, ҡалалағы сараларҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. Мәҫәлән, августа үткән Бөтә донъя башҡорттарының башҡарма комитетының төбәк форумда ҡатнаштыҡ. Мәктәптәрҙә лә фәһемле осрашыуҙар үткәрелеп тора. Сентябрь аҙаҡтарында 9-сы лицейҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, ғалим, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтов, драматург Флүр Fәлимов, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин һәм йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов килде. Осрашыуҙа ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла ҡатнашты. Баш ҡаланан килгән мәртәбәле ҡунаҡтар сара барышында Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың 75 йәшенә арнап «Шоңҡар» журналы үткәргән «Башҡортостан—аҡ тирмәләр иле» видеоконкурсында еңеүсе Хәзиева Азалия менән Байрамғолов Тимурҙы ҡотланы. Юбиляр уҡыусыларға изге теләктәрен еткерҙе, лицейға китаптарын бүләк итте. Профессор Т.Килмөхәмәтов та матур-матур теләктәрен еткерҙе. Ул залдағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында үҙенең элекке студенттарын күреп шатланды, ҡайһы бер иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Айгиз Баймөхәмәтов зал менән ҙур булмаған викторина үткәрҙе һәм еңеүселәргә үҙенең «Ҡалдырма, әсәй» китабын бүләк итте.

Сибай ҡалаһы мәғариф бүлеге планына ярашлы, йыл һайын октябрҙә Башҡортостан айлығы үткәрелә. Белем усаҡтарындағы бөтә саралар тыуған Республикабыҙға арнала. Ошо айлыҡ сиктәрендә Республика көнөнә, Рәсәй киноһы йылына, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың 75 йәшенә, мәғрифәтсе М.Аҡмулланың тыуыуына 185 йыл тулыуға арналған шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе уҡыусыларҙы ҡаланың 12-се мәктәбенә йыйҙы. Башҡорт кластары һәм башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр өс төркөмгә (5-6, 7-8, 9-11 кластар) бүленеп һынау тотто. Тематикаға ярашлы шиғырҙар, поэмаларҙан өҙөктәр ятланы. Ҡайһы бер әҫәрҙәр ҡабатланһа ла, һәр уҡыусы уны үҙенсә еткерҙе. Был конкурста уҡыусылар үҙҙәренең һәләттәрен асып ҡына ҡалманы, ә сығыштары менән тиңдәштәрен поэтик әҫәрҙәрҙең иң матур өлгөләре менән таныштырҙы. Еңеүселәр айлыҡ аҙағында билдәләнәсәк. Әлегә Башҡортостан айлығы дауам итә.

Ошо сараларҙың уртаһында ҡайнаған ҡалабыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына киләсәктә лә ижади уңыштар, һәләтле, тырыш уҡыусылар, ныҡлы һаулыҡ теләге килә.

З.С.Fәбитова, 9-сы

 

лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap