Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
БӘЛӘКӘЙ СЫСҠАНДЫҢ ОЛО БӘЛӘҺЕ
Untitled document

Йәй миҙгелен ял итеү ѳсѳн уңайлы мәл, тип һанаһаҡ та, тап шул осорҙоң хәүефле икәнен дә хәтерҙән сығармау кәрәктер. Ни ѳсѳн тигәндә, халыҡ ваҡытын башлыса тәбиғәт ҡосағында, баҡсала уҙғара, ә ул иһә үҙ сиратында тѳрлѳ бәләләргә килтерергә мѳмкин. Мәҫәлән, шуларҙың береһе—сысҡан биҙгәге. Табиптар уны бѳйѳр синдромлы геморрагик биҙгәк тип атай. Башҡортостанда сирҙең иң киҫкен осоро 1997 йылда күҙәтелгән. Ул ваҡытта 10 мең кеше сысҡан биҙгәге йоҡторған, 34-е вафат булған. Быйыл Сибай ҡалаһында—7, ә Баймаҡ районында 9 кеше зарарланған.

Бер нисә кѳн элек Сибайҙа йәшәүсе егеттең ошо инфекцияға дусар булыуы билдәле булды. Сәбәбе ябай: Хәйбуллаға барған һәм тәбиғәткә ял итергә сыҡҡан. Бѳгѳнгѳ кѳндә зарарланыусы дауаланыу курсы үтә. Белгестәр фекеренсә, инфекцияға ҡала халҡы тиҙерәк бирешеүсән, уларҙың ауыл халҡынан айырмалы рәүештә, вирусҡа ҡаршы иммунитеты етерлек кимәлдә түгел.

Сирҙең барлыҡҡа килеүендә кем ғәйепле? Был йәһәттән тѳбәктә ниндәй саралар күрелә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу маҡсатында Сибай ҡалаһындағы Роспотребнадзор идаралығы начальнигы Замир Рәфҡәт улы Күсәбаевҡа мѳрәжәғәт иттек.

—Бының тѳп сәбәбе—күптәрҙең ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәмәүендә,—тип һүҙ башланы ул.—Мәҫәлән, яҙ кѳндәре күптәр йорт-ихаталарын, баҡсаларын тәртипкә килтерә башлай. Был осраҡта иһә оҙаҡ таҙартылмаған урындарҙы саң күтәреп һеперергә түгел, ә хлорамин иретмәһен ҡулланып йыуып сығыу кәңәш ителә. Был ысулды һауыт-һабаға ла ҡулланырға мѳмкин. Иң мѳһиме тыштан ингәндән һуң ҡулдарҙы һабын менән яҡшылап йыуыу кәрәк.

Ауырыуҙың билдәләренә килгәндә, температура күтәрелә, һыҙланыу (ломка) булыуы мѳмкин, һуңғы сиктә бѳйѳр эшмәкәрлеге боҙола. Әйткәндәй, кимереүселәр таратҡан инфекция күпләп Ѳфѳ, Стәрлетамаҡ ҡалалары янында күҙәтелә икән. Беҙҙең тѳбәктә хәлдәр әллә ни ҡатмарлы түгел. Уҙған йыл күрһәткестәренә ҡарағанда, Сибай ҡалаһында һәм Хәйбулла районында—1, Йылайырҙа—2, Баймаҡта 7 осраҡ теркәлгән. Һуңғыһы уйға һалмай ҡалмай. Әйткәндәй, был районда быйыл да сысҡан биҙгәге менән зарарланыусылар барлығы билдәле.

—Законға ярашлы, һәр эш биреүсе ойошма йәки предприятие хеҙмәткәрҙәрен хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән тәьмин итергә тейеш. Йәғни, махсус ойошмалар менән ҡомаҡтарға, сысҡандарға ҡаршы кѳрәш алып барыу нигеҙендә килешеү тѳҙѳп, профилактик саралар уҙғарыу мѳһим. Бик булмаһа объекттағы тишектәрҙе ҡаплап сығыу, уларҙы даими рәүештә ҡарап тороу ҙа етә. Күҙ алдына килтерегеҙ: яҡшы шарттарға килеп эләккән ике сысҡан 300-ҙән ашыу бала тыуҙырыу мѳмкинлегенә эйә,—ти Замир Рәфҡәт улы.

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тигәндәй, барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда. Ни бары, тәбиғәткә сыҡҡанда ризыҡтарығыҙҙы сысҡандарҙан йәшереп тотоғоҙ, шишмә һыуын да ҡайнатып эсергә тырышығыҙ.

Данил Әбделғазин.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap