Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
31.10.2016
Борсолоғамы, тынысланырғамы?
Untitled document

Бәләкәй баланың телмәре яңылыш булыуы бер кемде лә борсомай. Ә инде мәктәп уҡыусыһының телмәре үҫешеп етмәүе күп проблемалар килтерә. Сөнки бындай балалар үҙҙәре лә бик оялсан булып үҫә, кеше менән аралашмай. Телмәрҙең үҫешмәүе уҡыуҙа тотҡарлыҡ яһай, грамматик хаталар күп ебәрелә. Бындай балаларға ашығыс рәүештә логопед ярҙамы кәрәк.

Кескәйҙең телмәре бик тиҙ үҫешә. Мәҫәлән, әгәр ул бер йәш тә алты айҙан бер йәштә туғыҙ айына тиклем «Әсәй, бир» тигән тәүге һөйләмдәрен яңғыратһа, ике йәшенә тиклем ул 350-нән ашыу һүҙҙе үҙләштереп өлгөрә. Ошо ваҡытта ул бик күп һорауҙар бирә башлай. Бала дөрөҫ үҫешһен өсөн уның һорауҙарын иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Ике йәштән өс йәшкә тиклем кескәй туған телен яҡшы белә, ҡылымдарҙы, сифаттарҙы дөрөҫ ҡуллана. Дүрт йәштән биш йәшкә тиклем ул ишеткән әкиәтен, яратҡан йәнһүрәтен дөрөҫ итеп һөйләй белергә тейеш. Әгәр бала дүрт йәшендә ауыр булып һаналған өндәрҙе (Р, Л, С, Щ) әйтә алмаһа, ҡурҡыныс юҡ. Биш-алты йәшкә тиклем уларҙы әйтергә өйрәтеп була. Әммә ул ошонан күберәк өндәрҙе әйтә алмаһа, телмәре үҫешмәһә, мотлаҡ логопедҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Йыш ҡына баланың насар телмәре уның моторикаһы үҫешмәүенә бәйле. Һөҙөмтәлә, баланың яҙыуы, һүрәт төшөрөүе насар була, ул дәрестә башҡаларҙан артта ҡала, класташтары менән бер тиҙлектә эшләй алмай. Баланың моторикаһы ниндәй кимәлдә булыуын билдәләү өсөн уға иҙәнгә яңылыш һибелеп киткән шырпы бөртөктәрен йыйып алырға ҡушығыҙ. Ул шырпы бөртөгөн ике бармағы менән алмаһа, уларҙы усына йомарлап тотһа, тимәк, моторикаһы үҫешеп етмәгән. Шулай уҡ балағыҙҙың бер бармағын ситкә шылдырыуын һорағыҙ. Моторикаһы үҫешмәгән кескәйҙең бармаҡтары ҡуша шыласаҡ. Төрлө төҫтәге түңәрәктәр һүрәтен эшләгеҙ һәм балаға уларҙың ептәрен төшөрөргә ҡушығыҙ. Ептәр урынына һыныҡ кәкерсәктәр килеп сыҡһа—баланың моторикаһы яғынан проблемалар бар. Алты йәшлектәр был күнекмәләрҙең барыһын да уңышлы үтәргә тейеш.

Тағы бер мөһим проблема—ул баланың телмәре үтә тиҙ үҫешеүе. Сабый бер йәше тулыу менән тулы һөйләмдәр менән, асыҡ итеп, өлкәндәрҙең һүҙҙәрен ҡулланып һөйләшә башлай. Был ата-әсәләрҙең ғорурлығына әүерелә. Баланы күп өйрәтәләр, уға күп һөйләйҙәр, уҡыйҙар, видеофильмдар күрһәтәләр. Бәләкәс барыһын да ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итә, тәү ҡарамаҡҡа барыһы ла яҡшы кеүек, тик кескәй насар йоҡлай, төшөндә илай, һүлпәнәйә башлай. Был баланың нығынып етмәгән психикаһы үтә күп мәғлүмәткә ҡаршы тора алмауын күрһәтә. Ошондай нервы ауырыуҙары булмаһын өсөн ул күберәк тышта, саф һауала уйнарға, тиҫтерҙәре менән аралашырға тейеш.

Шулай итеп, беҙ баланың телмәре, яҙыуы һәм хәрәкәте (ваҡ моторика) бер-береһенә тығыҙ бәйле икәнлеген аңланыҡ. Балағыҙ аяҡ кейеменең бауҙарын нисек бәйләүенә, ҡалаҡ-сәнскене  нисек тотоуына, ҡайсы менән эшләүенә иғтибар итегеҙ. Әгәр был эштәрҙе ауырлыҡ менән башҡарһа, моторикаһын үҫтереү өсөн төрлө күнекмәләр эшләтергә була. Мәҫәлән, ваҡ әйберҙәрҙе ҡумтаға йыйҙырыу, төймәләрҙе епкә теҙеү, сиртеш уйыны, һүрәт төшөрөү һ.б. Бала үҙе эшләй алған өй эштәрен үҙе башҡарырға тейеш. Шулай уҡ уның менән төрлө шиғырҙар ятларға, уны кешеләр алдында тартынмай һөйләргә өйрәтегеҙ.

 

Мәүлиҙә Ҡашҡарова, Баймаҡ ҡалаһы «Миләш» балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap