Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
Үсеккән ҡатын. Ләйсән Ҡорманова
Untitled document

Иртәнсәктән уңманы бөгөнгө көн. Йоҡонан уянып күҙҙәрен асҡанда уҡ кәйефһеҙ ине Зәлифә. «Бөгөн планерка... Балалар баҡсаһына биш йөҙ һум ҡалдырырға... Ял көндәре баҙарға сығып ит алырға кәрәк, юғиһә бер аҙнанан хаҡтар күтәреләсәк» тип уйланды ҡатын ҡараңғыла һәрмәнә-һәрмәнә бүлмәнән сығып барғанда. Ултырғыста ятҡан халатын алам тип һәрмәнгәндә ҡулына кейем   осмото эләкте. «Уф, Азаттың күлдәге үтекләнмәгән дә баһа! Онотҡанмын, кистән үтекләргә бөтөнләй онотҡанмын...»

Аяҡ аҫтында нимәлер уфылданы, һыҙғырып ебәрҙе. «Айбулаттың уйынсыҡ өкөһө»—тигән уй үтте башынан. «Кистән әйттем бит инде уйынсыҡтарҙы йыйып ҡуйығыҙ тип, күпме әйттем!»—тип эстән генә мыжыны Зәлифә иренең күлдәген, үтекте эләктереп сығып барышлай.—«Барыһына ла мин бер үҙем».

...Ҡатын бер ҡулы менән иренең күлдәген үтекләне, икенсеһе менән бутҡа бешерҙе, ул арала борхолдап сәйнүк ҡайнап сыҡты. Тәҙрә артындағы ҡараңғылыҡ, шыйығая барып, тора-бара күкһел томанға әүерелде.

—Хәйерле иртә!—иренең йоҡоло тауышы ҡатындың зитына тейҙе.

—Хәйерле...—тине ҡатын.—Йоҡоң туйҙымы һуң?

—Юҡ!

—Йоҡоң туямы һуң инде һинең бер ҡасан?—Үтектең ҡырына тейгән бармаҡ осо ҡара янды, бүлтеү ирендәр турһайҙы, аҡһыл йөҙҙө тимгел таптар сыбарланы.

—Бупылдаҡ!—Азат Зәлифәнең сикәһенән үпте лә көлә-көлә ваннаға ҡасып инеп китте.

Наҙланып ҡына йоҡлап ятҡан баланы уятып, торғоҙоп, кейендергәнсе ахмалға төштө ҡатын. Бала туҡтауһыҙ мыжыны, ниҙер таптырҙы, бүлмә уртаһына ятып тыпырсынып иланы.

—Айбулатҡа өҫкө кейемен кейҙерә тор әле?—тип һөрән һалды Зәлифә өҫтәлдәге сынаяҡтарҙы сайған килеш.

—Әү!—тип ҡысҡырҙы уға икенсе бүлмәнән ире.

—Кейендерә тор Айбулатты!—ҡатын өҙә-йолҡа сәсен тараны, битенә кер     шән яҡты, өй буйлап йүгереп сумкаһын эҙләне.

—Шарфы ҡайҙа ул?

—Өҫкө элгесте ҡара...

—Ә бейәләйҙәре?

—Тартмала, йә кеҫәһендә.

Зәлифә сумкаһын табып, кәрәкле ҡағыҙҙарын тултыра башланы, асҡысын, телефонын, башҡа кәрәк әйберҙәрен барланы.

—Улар унда юҡ!

—Нисек инде юҡ?

—Зәлифә, мин һуңлап барам...

—Улайһа бар, йүгер!

—Шылтыратырмын, йәме!—Азаттың  яңғырауыҡлы тауышы ишеккә ҡыҫылып тороп ҡалғандай булды. Ҡатын тәҙрәгә моңһоу ғына ҡараш ташланы: тумалаҡ ҡына ире алпан-толпан баҫып автобус  туҡталышына йәһәтләй ине.

...Көрт йырып сана һөйрәп китеп барған ҡатындың йөрәге янды. Үтек эҙенән янған яра ише һулҡылдай ине ул. «Бөтә нәмәгә шул бер мин,—тип йәнә мыжыны Зәлифә эстән генә.—Иттең бөтөп барғанын да һиҙмәй, миңә генә кәрәкме шул ит?! Мин магазин тауығына ла риза. Картуфты ла ҡолаҡ итен өс көн ашағас ҡына алып ҡайта. Мин картуф ашамаһам да күңелем тыныс, миңә кәрәкме ни ул...». Саналағы кескәй Айбулаттың көйләй-көйләй, уймаҡ ирендәре менән иҫәнәп, бармаҡтары менән уйнап китеп барғанын ишетмәне лә, күрмәне лә ҡатын. Бер туҡтамай, күҙен күтәрмәй атланы ла атланы ул.

Шар илаған баланы тәрбиәсегә тоттороп сығып абына-һөрөнә йүгергән ҡатын эшенә етәрәк көҙгө ише ялтырап ятҡан боҙ тротуарҙа тайып йығылды. «Ниндәй көн булды һуң был!?»—тип үрһәләнде аҡһай-туҡһай баҫҡыстарҙан күтәрелгән ҡатын.

—Заманова һаман эшкә һуңлай!—тип шелтәләп ҡаршы алды уны етәксеһе.   Ҡып-ҡыҙыл булып ни тиергә белмәй торған ҡатындың һаулығын да алмай, кабинетына инеп китте лә ишеген шарт япты, хатта фойе тәҙрәләре сыңлап китте.

Хәле бөтөп, тамам ҡара тиргә төшөп урынына ҡунаҡланы Зәлифә.

—Барығыҙ ҙа планеркаға!

...Планерканың аҙағына тиклеп саҡ түҙеп ултырҙы Зәлифә. Бармағы ла, аяғы ла түҙгеһеҙ булып һыҙлай ине уның. Етмәһә, әллә арыуҙан, әллә эсе бошоуҙан йөрәге сәнсеп ауыртты. Ҡатын һаман да иренә үсекте, һаман да улын кейендерешеп, ярҙам итмәгәнен кисерә алманы. Көндәлек арыу-талыуҙар, өлгөрәм, еткерәм тип йүгерекләүҙәр тау кеүек ишелде лә төштө бисара ҡатынға. «Күпме егеттәр арттан йөрөнө, ә мин, иҫәр, шул бәндәне һайлағанмын. Һуҡыр! Алйот! Үҙе матур ҙа түгел бит әле исмаһам, ҡәҙимге, белеме лә юҡ, буйы ла. Етмәһә, нимә әйтһәң дә иҫәр кеүек көлә лә йөрөй. Хәҙер планерканан сыҡҡас та шылтыратам, ҡаты һөйләшәм, баҙарға барып килһен, Айбулатты баҡсанан алһын, ашарға бешерһен... ».

Планерка тамам булғас та Зәлифә йүгерә-атлай кабинетына йомолдо, хатта ауыртҡан аяғы ла бер мәлгә онотолоп торҙо. Сумкаһын аҡтарҙы, хатта эсендәгеһен өҫтәлгә түкте: телефон өйҙә тороп ҡалған бит һуң! Ҡатын уртын сәйнәне,  кабинетында яралы януар ише бәргеләнде. «Ул бит һаңғырау ише бер нәмә лә күрмәй ҙә ишетмәй ҙә! Нимә әйтһәң дә үҙе ярай ти, үҙе бер нәмәһен дә эшләмәй, һүҙен үтәмәй! Баланы бар тип тә белмәй, садикка барып урағаны ла юҡ!» Тик торғанда сығырынан сыҡты ҡатын, йөрәгенә оялаған асыуҙы таратырға ла тырышманы, киреһенсә яман уйҙар менән ҡамсылап үҫтерҙе генә. Иренә ҡарата булған үпкәһе ҙурайғандан-ҙурайып, бөтә булмышын яулап алды.

Сумкаһындағы ҡырылмаһа-ҡырҡ әйбере араһында телефоны тәки табылмағас, Зәлифә кабинетынан төтөн сығарған паровоз ише фырлдап сығып китте, дөрләне, төтәне! Бахыр ҡатын хатта тонсоға башлағандай хис итте үҙен. «Берәйһенән телефон һорап торайым да шылтыратайым әле! Нимә уйлағанымды әйтәм дә һалам. Маҡтанып йөрөмәһен! Балаға түгел, миңә бер иғтибары юҡ, тунын да үҙем алдым, алтын алҡаларын да!» Әллә нимәләр уйлап бөттө Зәлифә, уйҙары ҡара болот һымаҡ башына ишелеп төштө, бисара ҡатын уларҙан арына алманы, һаман бата ғына барҙы.

...Етәксе кеше йөҙө ҡара янып телефон теләнселәп йөрөгән ҡатынды кабинеттарҙың береһенән эҙләп табып алды.

—Понимаешь, һеҙ что себе позволяете? Һеҙ ҡасан йүнләп эшләй башлайһығыҙ? Һеҙ ҡасан...

Етәксе тағы ла әрләргә булып ҡатындың күҙҙәренә тексәйгәйне, ярты һүҙҙән туҡтап ҡалды, ауыр һуланы ла ҡул һелтәне.

—Марш бынан, Заманова... Отчетығыҙҙы тапшырығыҙ, кискәрәк, йәме?

Иренең телефон номерын инде йыйып бөттөм, шылтыратыу ебәрҙем тип  торғанда Зәлифәгә аппаратты кире коллегаһына биреп, етәксеһе артынан күндәм генә эйәреп сығып китергә тура килде.

«Нервыны ашаны был ир!»—тип уйланды Зәлифә етәксе нотоҡ уҡыған арала.—Әллә интернет аша хат ебәрәйемме икән? Ул бит төшкө аш мәлендә гел сайтта ултыра! Былай булмай, гел түҙеп, өндәшмәй нисек йәшәмәк кәрәк?» Ҡатын шыпыртын ғына компьютерҙы тоҡандырҙы, кәрәкле сайтты эҙләп тапты. «Яҙам,—тип уйланы ул ҡәтғи генә.—Ундай ялҡау, яуапһыҙ кешегә минең янда урын юҡ тип яҙам. Әйҙә үҙең йәшәп ҡара, үҙең ашарға бешер, үҙең кейемеңде үтеклә, үҙең баҙарға барып ит һайла! Арыным, ялҡтым, башҡаса...» Илһамланып хат яҙған ҡатын ишек асылып ябылғанын да, биҙрә күтәреп ингән йыйыштырыусының мыштым ғына иҙән йыуа башлағанын да шәйләмәне. Ярым һуҡыр әбейҙең галоштары иҙәндә аунап ятҡан пилотҡа эләгеүе электр утын һүндерҙе лә ҡуйҙы: Зәлифәнең көнө буйы ҡаш төйөп йөрөүҙән шешмәкләнеп киткән күҙҙәре мониторҙың былт итеп һүнгән яҡтылыҡтан тертләп китте...

«Булманы,—тип бошонҡо ғына уйланды Зәлифә автобус тәҙрәһенә башын терәп балалар баҡсаһына китеп барған килеш.—Шылтыратып та, хат яҙып та булманы. Ярай, ҡайтҡас һөйләшермен». Уның нескә бармаҡтары туңған тәҙрәлә кескәй генә түңәрәк уйымдар яһаны. Ҡатын көн дауамында апаруҡ тынысланғайны, күкрәген бөрөп алған асыуынан һүрелә төшкәйне. Зәлифә баяғы уйымдарҙан тышҡа текләп ҡарап барҙы. «Бер уйлап ҡараһаң, Азат матур итеп әйткәнде лә аңлай инде ул. Мине лә, Айбулатты ла ярата. Беҙ тип үлеп тора барыбер. Миңә бер яман һүҙ әйткәне юҡ. Бармағы менән дә теймәй. Ә мин, иҫәр, дыуамал үсексән бисә...». Үҙ уйҙарына үҙе йылмайҙы ҡатын, автобуста бәүелеп килеп ойоп киткәнен дә һиҙмәгәнсе.

...Балалар баҡсаһына килеп еткәнсе апаруҡ йоҡлап килгән һәм тыныслана төшкән ҡатындың түңәрәк матур йөҙө яҙылып, алһыуланып киткәйне. «Беҙгә күберәк ял итергә кәрәк,—тип һәүетемсә генә уйланды йәш ҡатын.—Әллә ниндәй тормош менән йәшәйбеҙ беҙ. Бер күтәрелеп күккә ҡараған юҡ, исмаһам. Ығы-зығы ялҡытты, ваҡытты дөрөҫ бүлергә өйрәнергә кәрәк». Зәлифә ҡыҙарып ултырған ҡышҡы миләштәргә, күп  йыуылыуҙан уңа яҙған яулыҡты хәтерләткән күк йөҙөнә баҡты.

—Әссәй!

Зәлифәнең ҡаршыһына туптай кейенгән Айбулатты санаға ултыртып алған Азат күренде.

—Өшөнөк, арыныҡ, асыҡтыҡ!—тип һөрән һалды ире һәм артынса балалар  кеүек шарҡылдап көлөп ебәрҙе.—Бөгөн Айбулатты алырға мин килдем, телефоның яуап бирмәй...

Сабый бала ише тәтелдәгән иренә ҡарап торған ҡатын бөгөн тәүгә йылмайҙы, уның йылмайыуынан хатта күк  йөҙө лә яҡтырып, таҙарынып киткәндәй булды. «Бая алай ҙа шылтырата алмағанмын, электрон хатты ла, шөкөр, ебәреп булманы. Хатта уңайһыҙ булыр ине». Үсеккән, талсыҡҡан ҡатынды, гүйә, алмаштырҙылармы ни, иренең бер көлөүенән бөтә моңһоу уйҙар һыпырып алғандай юҡ булды, күҙҙәрҙе ҡамаштырған ҡара болоттар таралып китте...

—Иртәгә баҙарға барайыҡтар,—тип өндәште иренә Зәлифә иркә тауыш менән.

 

—Барайыҡтар һуң, ит алайыҡтар,—уйнап һөйләшкән ир йәнә күңелле итеп көлөп ебәрҙе лә үҙенә һыйына төшкән ҡатынының ҡулынан етәкләне.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap