Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
31.10.2016
Беҙҙә Тәфтизан рухы йәшәй!
Untitled document

«Атайсал» гәзитенең уҙған һанында (№43, 21 октябрь) сыҡҡан «Яуҙа сапҡан саҡта булһын яман, имен заманда—уҙаман» исемле мәҡәлә минең ауылдаштарымда оло ризаһыҙлыҡ уятты. Был аңлашыла: Күсей ауылы халҡының рухы көслө, улар билдәле шәхестәре менән ғорурлана һәм балаларын шулар өлгөһөндә тәрбиәләргә тырыша. Ошо ауылда буй еткереп, әле ситтә йәшәүселәр ҙә кескәй генә тыуған төйәктәренең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, матур йәшәргә ынтыла.

Эйе, беҙҙең, күсейҙәрҙең, ғорурланырлыҡ шәхестәре бик күп: Советтар Союзы геройы Тәфтизан Миңлеғолов, атаҡлы ҡурайсы Хәмит Әхмәтов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Таңсулпан Fарипова, Башҡортостандың халыҡ артискаһы Зифа  Баязитова, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, бейеүсе Йәүҙәт Бикбирҙин, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Абдрахман Fәлләмов, шағир Батыр Вәлид һәм  башҡалар. Уларҙың исеме ауыл урамдарына бирелгән, мәктәп музейында (мөдире Гүзәл Игебаева) барыһы хаҡында ла мәғлүмәт бар. Ауылда геройыбыҙ Т.Миңлеғоловҡа обелиск, таҡтаташ ҡуйылған.

Юғарыла телгә алынған мәҡәлә арҙаҡлы ауылдаштарымдың береһе Тәфтизан Миңлеғоловҡа бәйләп яҙылған. Унда: «Ут яуҙырған дошман дзотын кәүҙәһе менән ҡаплаған...»,—тигән һүҙҙәр бар. Был мәғлүмәт ҡайҙан алынған? Минеңсә, «Тәфтизан Миңлеғолов кем ул? Ул ниндәй батырлыҡ эшләгән»,—тигән һорауға, мәктәп балаһы ла дөрөҫ яуап ҡайтарыр ине. 1943 йылдың 29 сентябрендә полк подразделениелары  ут аҫтында ҡалғас, ҡыйыу гвардеец Тәфтизан Миңлеғолов үҙе теләп дошмандың ут нөктәләрен юҡ итергә ташлана һәм автомат, гранаталар менән дошмандың миномет расчетын юҡ итеп, танкыһын шартлатып, үҙе батырҙарса һәләк була. Ул дзотты ҡапламаған. А.Матросов (Ш.Мөхәмәтйәнов) батырлығын Башҡортостандан бер генә кеше—М.Fөбәйҙуллин ҡабатлаған.

Автор: «Хәҙерге көслө зат шундай аҙым яһар инеме икән!? Икеле...» тигән. Ә мин шикләнмәйем, иманым камил: батырҙарыбыҙ юлын дауам итерҙәй  бынамын тигән йәштәр бар һәм буласаҡ. Тик һуғыш булыуын теләге килмәй, донъябыҙ имен торһон! Афған, Чечен һуғыштары күпме кешенең, күпме әсәнең  күҙ йәшен түкте. Беҙҙең Күсей ауылынан да егеттәр унда хеҙмәт итте, цинк табутта ҡайтыусылар ҙа булды. Әрменән ҡасыусы, хеҙмәттән баш тартыусы егеттәр беҙҙә юҡ. Һаулығы насар булыу сәбәпле комиссияны үтә алмаусылар араһында ла үҙ теләге менән әрме сафына баҫыусыларҙы беләм.  Мәҡәләлә яҙылғанса «аяҡ-ҡулдары тал кеүек нәҙек» ир-азаматтары ла юҡ беҙҙә. Типһә тимер өҙөрлөк, физик яҡтан көслө, емертеп донъя көткән ауылдаштарым менән ғорурланам!

Мәҡәлә авторы көнө-төнө компьютерҙа ултырып, талдай нәҙек булған егеттең сығышы Күсейҙән тип белдерә һәм «Бер үк ауыл кешеләренең миҫалынан сығып, ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында рухи ҡиммәттәрҙең ҡырҡа үҙгәреүен тояһың» тип яҙа. Мин шәхсән әлеге егеттең нәҡ Күсейҙән булыуына шикләнәм, нигеҙһеҙ һығымта яһалғанға ризаһыҙлыҡ белдерәм. Тәфтизан кеүек батыр егеттәр үҫеүенә автор шикләнә икән, ул ауылға килергә, халыҡ менән осрашырға, геройҙың тыуғандары менән әңгәмәләшергә, шунан һуң ғына мәҡәлә яҙырға тейеш. Шул саҡта ғына беҙ төплө мәҡәлә уҡыр инек һәм килешер ҙә инек. 19 йәштә һуғышҡа китеп, 22 йәштә һәләк булған Геройҙың «ауылда йүнләп туғандары ла ҡалманы» тип белдереү ҙә дөрөҫлөккә тап килмәй. Аллаға шөкөр, улар бар. Бер туған апаһы Фәйрүзә, ҡустыһы Миҙхәт, һеңлеләре Зәйтүнә менән Гөлнисанан тыуған балалар, уларҙың балалары батырҙың тоҡомон дауам итә. Баҫым төшөрөп тороп әйтер инем: лайыҡлы дауам итә! Бөтәһе хаҡында ла яҙып бөтөп булмаҫ, шуға бер нисәүһен генә миҫалға килтереп китәм. Геройҙың бер туған апаһының улы Fиниәт Игебаев ауыл мәсетенең имам-хатибы. 3 ул, 1 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, оло тормошҡа аяҡ баҫтырҙы. Бөтәһе лә эшһөйәр, уңған, аҡыллы, иманлы. Уртансы улы Урал тураһында айырым һөйләмәксемен. Ул: «Иҫ белгәндән ат өҫтөндәмен»,—ти. Ысынлап та, ул ат йәнле егет. Ат менән оҫта эш итә белеүе уның данын районға ғына түгел, республикаға таратты. Бик күп бәйгеләргә арғымаҡтар менән сыҡты һәм призлы урындар яуланы бит ул! Барыһын да теҙеп тормайым, быйыл Ҡырғыҙстанда үткән II Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйынында ҡатнашып, ылаҡ уйыны буйынса 4-се урын алып, республикабыҙ намыҫын лайыҡлы яҡланы. Быйыл республика йылҡы көтөүселәр ярышында ҡатнашып, «Иң яҡшы йылҡы көтөүсеһе» тигән исем алыуға өлгәште. Бына ниндәй Тәфтизан тоҡомо! Үҙенең тиҫтәнән ашыу йылҡыһы бар. Ауыл халҡының йылҡыһын ҡушып, бергә көтә. Ярҙамсыл, кешелекле егет. Уны ауылдаштары ихтирам итә.

Геройҙың һеңлеһе Гөлниса Ноғоманова йәштән генә тол ҡалып, 2 улын һәм 4 ҡыҙын үҙе генә тәрбиәләп үҫтерә. Балаларына бына тигән тәрбиә биргән: итәғәтлеләр, эшһөйәрҙәр. Ейән-ейәнсәрҙәре лә ҡыуаныс ҡына килтерә. Геройҙың икенсе һеңлеһе Зәйтүнәнең дә (мәрхүмә инде) балалары тормошта үҙ урынын тапҡан. Өс ейәненең юғары белем алып, икәүһенең махсус урта белем алып, уңышлы эшләп йөрөгәнен күрһә, ул бик ҡыуаныр ине. Улдарының әрменән ситтә ҡалыу уйы ла булмағандыр, иманым камил быға.

Геройҙың туғандары тура һүҙле, кенә тотмай улар. Әйтер инем: был бик күркәм сифат. «Т.Миңлеғолов дыуамаллығы арҡаһында ла шундай аҙым яһағандыр инде»,—тиелә мәҡәләлә. Эйе, «дыуамал» һүҙенең мәғәнәһен һәр кем үҙенсә ҡабул итә. Берәүҙәр—ыңғай, икенселәр кире сифат тип уйлай. Ә бына  русса һүҙлектә ул былай тип бирелә: безумец, необдуманный, неблагоразумный поступок. Т.Миңлеғолов иптәштәрен, яуҙаштарын ҡотҡарыу өсөн аңлы, аҡыллы аҙымға барған. Был дыуамаллыҡ түгел, ә батырлыҡ!

Йылдар үтә, әммә Күсейҙә рухи ҡиммәттәр юғалмай. Ул киреһенсә нығынғандан нығына. Сөнки беҙҙә Тәфтизан рухы йәшәй, шағирҙар, яҙыусылар, ҡурайсылар ҡаны аға! Бөйөк шағир F.Туҡай: «Халыҡ ҙур ул, көслө ул, дәртле ул, моңло ул, әҙип ул,  шағир ул»,—тип яҙған. Әйтерһең дә был һүҙҙәрен беҙҙең Күсей ауылына бағышлаған. Бынамын тигән йәштәр үҫеп сыҡты һәм буй еткерә. Мәҫәлән, Сибай институтының физкультура бүлеген тамамлаған Руслан Ласынов еңел атлетика буйынса спорт мастеры. Әле Өфөлә тренер булып эшләй. Моңло егеттәребеҙ ҙә бар. Әлфир Заманов әленән-әле конкурстарҙа призлы урын яулай. Илдар Абдуллинды ла белмәгәндәр бик һирәктер. Ул «Башҡорт йыры» конкурсында икенсе урын алды.

Мәҡәлә авторы йәштәр С.Юлаев кем икәнен дә белмәй тигән фекерҙә. Килешмәйем. Уның тормош юлы, ижады мәктәп программаһына индерелгән. Башҡорт теле уҡытыусылары балаларға уның хаҡында һөйләй. Ә уҡыусылар уның шиғырҙарын ятлап үҫә. Мәҫәлән, беҙҙең Төйәләҫ ҡасабаһының «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһында Салауат Юлаев аҙналығы үтте. Кескәйҙәр батырыбыҙ тураһында мәғлүмәттәр тупланы, йырҙар йырланы, батырҙай уҡтан атып уйнаны. «Мин Салауат  булам»,—тип йүгерешеүҙәрен ҡарап тороу үҙе бер ғорурлыҡ ине. Тәрбиәселәр ҙә, уҡытыусылар ҙа йәш быуында илһөйәрлек сифаты тәрбиәләргә тырыша. Мәғариф бүлегенең был тәңгәлдә айырым күрһәтмәһе лә бар. Балалар баҡсалары, мәктәптәр патриотик рух тәрбиәләрҙәй саралар уҙғарырға, һуғыш һәм тыл ветерандары, һуғыш осоро балалары менән осрашыуҙар үткәрергә тейеш. Был күрһәтмәнең үтәлеше ныҡлы контролгә алынған. Мәғариф хеҙмәткәрҙәре был юҫыҡта бик әүҙем эшләй.

Эйе, намыҫсан ауылдаштар әлеге мәҡәләгә ризаһыҙлыҡ белдерә. Сөнки улар илен, халҡын, ерен ярата һәм үҙҙәре буй еткергән Күсейен үҙ кәүҙәһе менән дзотты ҡаплаған батырҙарҙай яҡларға, һаҡларға әҙер.

 

Сәғиҙә Байназарова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap