Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
31.10.2016
Онотолмай үткәндәр
Untitled document

Илебеҙ тарихының иң фажиғәле биттәре булып сәйәси золом иҫәпләнә. Икенсе йыл был ҡот осҡос хәлдәр уҙыуға 80 йыл туласаҡ. Сибай ҡалаһында әлеге көндә 83 сәйәси золом ҡорбаны йәшәй. Улар араһында исемдәре ҡалабыҙҙа ғына түгел, республикаға билдәле Имам Fимал улы Биктимеров, Хөснитдин Хәйбулла улы Хәмитов, Маһруй Мөхлис ҡыҙы Ваһапова бар.

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө алдынан беҙ тап Маһруй Мөхлис ҡыҙына мөрәжәғәт иттек.

—Беҙҙең атайыбыҙ—Мөхлис Суфиян улы Үтәбаев, илебеҙҙең меңәрләгән кешеләре кеүек үк золомға дусар булды. Атайым ҡыйыу, отҡор булғанға ғына мәхшәрҙән иҫән ҡалды,—ти 91 йәшлек инәй, ул ауыр йылдарҙы иҫләп.—Һеңлем мәрхүмә Маһинур Үтәбаева менән ауыр йылдар ғазаптарын беҙ ҙә үҙ иңебеҙҙә  татыныҡ.

1925 йылда Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуған Маһруй Мөхлис ҡыҙының яҙмышы еңелдән булмай. Һеңлеһе Маһинур Мөхлиc ҡыҙы хаҡында ла бер-ике һүҙ менән генә әйтеү мөмкин түгел. Ҡыҙҙар кес кенә саҡта илебеҙҙе, халҡыбыҙҙы һөргөн тарихтары тетрәндерә. Мөхлис Үтәбаев та ошо йылға тиклем тыуған ерендә йәшәп, уҡымышлы Суфиян мулланың нәҫел ебен дауам итеп, күп балалы ғаилә башлығы булып, үҙе лә ауылдаштарына дини тәрбиә биреүгә һәм артабан, заманса мәктәп асып, унда балалар уҡытыуға бар көсөн һала. Мөхлис Суфиян улы Беренсе донъя һуғышында батша армияһында Буг, Брест, Киев, Варшава ҡалаларында хеҙмәт итә. Фронттан ҡайтҡас, Темәстә Бөрйән-Түңгәүер кантоны секретары вазифаһында Зәки Вәлидиҙең ярҙамсыһы була. Бына ошолай яңы тормош ҡороуҙа әүҙем ҡатнашҡан Мөхлис мулланың ғаиләһе, хәлле тип иҫәпләнгән крәҫтиәндәрҙе «халыҡ дошманы» итеүҙең яңы тулҡынына эләгеп, алты балаһы, ҡатыны, ҡәйнәһе менән бергә  Себергә һөргөнгә ебәрелә.

Үтәбаевтар ғаиләһен Себерҙә 1937 йыл сәйәси золом ваҡиғалары ла урап үтмәй. Мөхлис мулланы инде быныһында Зәки Вәлидиҙең ярҙамсыһы булараҡ хөкөм итәләр һәм, 10 йыл срок биреп, Свердловск өлкәһенә төрмәгә оҙаталар. Ҡараусыһыҙ ҡалған (әсәләре, биш туғаны Черемхово ҡалаһында ауыр тормош шарттарына, аслыҡҡа түҙә алмай вафат була) Маһинур менән Маһруйҙы балалар йортона ебәрәләр. Мөхлис мулла Свердловск төрмәһенән үҙенең отҡорлоғо һәм уҡымышлылығы арҡаһында иҫән-имен ҡотолоп, һуғыш башланыр алдынан тыуған еренә ҡайта, ғаиләһен юллап йәнә Себергә китә. Унда балалар йортонда тәрбиәләнгән ҡыҙҙарын таба, ләкин был юлы уларҙы бергә алып ҡайтырға яҙмай.

Ул осорҙағы фажиғәле яҙмыштарҙы бында, гәзит битендә генә, яҙып бөтөрөү мөмкин түгел, әлбиттә. Былар хаҡында Маһинур Мөхлис ҡыҙы үҙенең «Тере хәтер» китабында, биш томлыҡ «Хәтер китабы»нда, гәзит-журнал биттәрендәге башҡа хәтирәләрендә бәйән итте. Мәғариф өлкәһендә әүҙем эшләү менән бер рәттән, 1991 йылдан алып Башҡортостандың сәйәси золом ҡорбандары ассоциацияһын етәкләне, нахаҡҡа рәнйетелгәндәрҙе иҫкә алыу, уларҙың нәҫел-ырыуҙарына, балаларына ниндәйҙер рухи ярҙам күрһәтеү эше менән шөғөлләнде.

Ә Маһруй Мөхлис ҡыҙы Баймаҡ районы ауылдарына йөрөп кешеләргә пенсия юллау эшендә эшләй. Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡан Fиззәт Зиннәт улына кейәүгә сыға. Ваһаповтар 3 улға, бер ҡыҙға ғүмер бүләк итеп матур ғүмер кисерә. Әлеге көндә уларға 91-әр йәш, уларҙың бергә йәшәүҙәренә 69 йыл!

—Шул тиклем ғәҙелһеҙлек осоронда йәшәнек! Илебеҙҙең ҡанлы тарихын юйып та, онотоп та булмай. Кем ғәйепле икәнлеген дә әйтә алмайбыҙ. Иң мөһиме—ундай вәхшилек башҡаса илебеҙҙә ҡабатланмаһын.

Бала сағы ауыр йылдарға тура килһә лә оҙон ғүмер кисергән инәй яҙмышына зарланмай, бабайы менән ғаилә, балалар бәхете күреп йәшәүҙәренә һөйөнә.

 

Яҡташтары Мөхлис Суфиян улы Үтәбаевты онотмай. 2000 йылда Буранбай ауылында иман йорто төҙөп «Мөхлис мулла» исемен ҡушҡандар. 2013 йылда уның тыуыуына 125 йыл тулыуға арнап буранбайҙар ҙур йыйын уҙғарып, арҙаҡлы шәхестәренең нәҫел-нәсәбен барланы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap