Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
31.10.2016
Яҙылмаған күпме йыры ҡалды...
Untitled document

Танылған композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хисмәтулла Дәүләтовҡа ошо көндәрҙә 65 йәш тулған булыр ине… Эйе… Әммә аяуһыҙ яҙмышы уны беҙҙең аранан иртәрәк әхирәткә алып китте. Шулай ҙа уның һыны, күп һанлы спектаклдәрҙә ул башҡарған образдар Хисмәтулла Әхмәт улын күреп белеүселәрҙең күҙ алдында һаман. Ә радиоларҙан һәм Башҡортостан телевидениеһы тапшырыуҙарынан беҙ әленән-әле ул ижад иткән аһәңле йырҙарҙы тыңлап ҡыуанабыҙ… Ә йырҙары һуң, йырҙары ниндәй уның! «Аҡ ямғырҙар», «Ат эсерәм», «Тал бөгөлә», «Йылмай, иркәм!», «Ҡар һыуҙары», «Сауаптарын алып ҡалайыҡ!», «Уралиә» һәм башҡа бик күп йырҙары халыҡ араһында күптән инде яратып, үҙ күреп йырланған йырҙар… Уның байтаҡ ҡына ижад емештәрен халыҡ йыры итеп иҫәпләүселәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, күрше Татарстан Республикаһында Хисмәтулла ағайҙың «Етеле шәм» йырын татар халҡының «күптән онотолған» йырынан һанайҙар һәм йыш ҡына шулай иғлан итәләр ҙә…

Хисмәтулла Әхмәт улы Дәүләтов 1951 йылдың 19 октябрендә Әбйәлил районының республикабыҙға әллә күпме сәнғәт әһелдәре үҫтергән Хәлил ауылында донъяға килә. Ошонда урта мәктәпте тамамлай һәм артабан ул, үҙендәге әле асылмаған талантын һәм һәләтен тойоптор инде, Өфө дәүләт сәнғәт институтына юллана.

—Уҡыу йылдарында Хисмәтулла (беҙ уны Хисмәт тип кенә йөрөттөк) әллә ни күҙгә салынып барманы, баҫалҡы ғына егет булды,—тип иҫкә ала уның тураһында курсташы, Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Йосопов.—Студенттарҙың  ығы-зығылы, шау-шыулы тормошонда  ҡалҡып сығып та йөрөмәне, баҫалҡы ғына егет булды. Асыҡ, алсаҡ булһа ла бик сиселеп тә китмәне Хисмәт… Шул йылдарҙа уҡ уның үҙенә оҡшаған шиғырҙарҙы көйгә һалғанлығын белә инек. Әммә ул, мин йыр яҙҙым, мин шулайттым, тип һөрәнләп йөрөмәне. Беҙгә йырлап ишеттерә лә, шуның менән онота инек… Fүмеремдең сәхнәләге өлөшө лә йәшлек дуҫым менән бергә үтте. Мин уны кешелекле һәм кеселекле шәхес булараҡ ҡына иҫкә алам…

—Ижадта, ғөмүмән, сәнғәттә ике икең дүрт булмай, уның һөҙөмтәһе биш йәки  өс булырға мөмкин,—тип һүҙгә ҡушыла Сибай концерт-театр берекмәһе етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов.—Хисмәтулла ағай хаҡында мин ошонан сығып фекеремде әйтер инем. Халҡыбыҙҙың рухлы аҫылташы, киң күңелле, бик талантлы шәхесе ине ул. Дөрөҫ, миңә Хисмәтулла Дәүләтов менән әллә ни күп эшләргә тура килмәне, бары бер нисә спектаклдә генә бергә уйнаныҡ. Шулай ҙа мин уны бик тә ғәҙел, тура һүҙле кеше булараҡ ихтирам иттем һәм итәм. Кешенең оҡшамаған урынын, кем булыуына ҡарамаҫтан, йөҙөнә бәреп әйтә торғайны. Шунлыҡтан да, бәлки, уны үҙһенмәүселәр, талантын һанға һуҡмау-сылар күберәк булғандыр… Башҡа берәй яҡта, әйтәйек, күрше төбәктәрҙә булһа, Хисмәтулла ағайҙы күккә күтәрерҙәр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ үҙ шәхестәребеҙҙе күтәрмәләй, ҡәҙерләй белмәйбеҙ…  Был бик аяныслы хәл!

Алда телгә алғанымса, Хисмәтулла Дәүләтов бихисап спектаклдәрҙә һоҡланғыс образдар тыуҙыра, үҙе уйнаған ролдәрҙе шул ҡәҙәрем күңел биреп башҡара, тамашасылар хатта тик уға ғына ғашиҡ була… Ҡыҙыҡ өсөн ул кире ролдә уйнаған «Командировка» спектаклен генә иҫкә алып китәйек әле: һәр эштә аяҡ салған, тиҫкәре Байрамдан (Хисмәтулла Дәүләтов) бер аҙға ғына булһа ла ҡотолоу өсөн уны алыҫҡа командировкаға ебәрәләр. Спектакль аҙағында сәхнәлә Байрам пәйҙә була. Шул мәлдә залдан бер апай, бер ҡосаҡ сәскәләр тотоп, сәхнәгә йүгереп менә һәм Байрамды ҡосаҡлап ала: «Командировкаңдан имен-һау ҡайтыуың менән, ҡустым!» Тамаша залы дәррәү алҡыштарға, ҡеүәтләү ауазадарына күмелә! Бына бит ул, ысын таланттың хатта кире образды ла халыҡ күңеленә яҡынайта алыуы!

«Диләфрүзгә дүрт кейәү» комедияһындағы Йәмил, «Кем ғәйепле?» спектаклендәге Рыжий, «Мөхәббәт тураһында һөйләшәйек»тәге Ноғоман, «Башҡорт туйы»ндағы Әпкәләй, «Ҡыр ҡаҙҙары»ндағы Әбдрәхим, «Ҡыҙыл йондоҙ»ҙағы Саҙрый, «Өҙөлгән өмөт»тәге Рамаҙан, «Зимагорҙар»ҙағы Fайса, «Алһыу таңдар»ҙағы Зөлфәт, «Дүрт кешелек табын»дағы Ирек, «Аҡмулланың аҡ көндәре»ндәге Аҡмулла һ.б. ролдәре тап бына Хисмәтулла Дәүләтов тыуҙырған образдар сифатында күҙ алдынан китмәй.

Fүмер юлында Хисмәтулла ағайҙың тоғро юлдашы, серҙәше һәм күңел йыуанысы булып уның йән дуҫы—гармуны торҙо. Күп кенә спектаклдәрҙә лә яратҡан тальянын ҡулынан төшөрмәне ул, үҙе яҙған йырҙарын да иң элек ана шул гармунына ҡушылып йырлар ине…

Музыкаль яҡтан биҙәүсе булараҡ, «Аҫыл ҡоштар», «Әсәйемдең сал сәстәре», «Етеле шәм», «Ҡырҙарым-туғайҙарым», «Тойғолар ниңә һүнә?», «Һайра, һандуғасым!», «Ай булмаһа, йондоҙ бар», «Fәйебем булһа, кисергеҙ!», «Ҡотлайым һине—атай булдың!», «Мөхәббәт тураһында һөйләшәйек!», «Мөхәббәт тураһында йыр», «Шүрәле—йән киҫәгем» һ.б. спектаклдәренең уңышына тос өлөш индереүсе лә нәҡ Хисмәтулла Дәүләтов булды.

Fәҙәттә, артистар тураһында яҙғанда улар менән булған ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе лә телгә алып китергә яраталар. Әммә Хисмәтулла ағай тураһында яҙған ҡыҙығым уҡыусыла көлкөнән бигерәк шәхестең асылы хаҡында уйҙар тыуҙырыр, тип ышанам… Бер ваҡыт шулай, һуң ғына, төн уртаһында, театр артистары Сибай урамдары буйлап йыр һуҙып ҡайтып килгәндәрендә милиция машинаһы килеп туҡтай. Башҡаларға теймәйҙәр, бер Хисмәтулла ағайҙы ғына ултыртып алып китәләр.

—Егеттәр, мин саҡ ҡына эстем,—ти Хисмәтулла ағай.

—Зарар юҡ, беҙҙә бар, һалып бирербеҙ, Хисмәтулла ағай. Тик һин беҙгә лә йырла әле, пожалуйста, юғиһә беҙгә таңға тиклем дежурить итергә… Оҙатып ҡуйырбыҙ, һый етерлек, тиҙәр…

Ошо көндәрҙә Сибай дәүләт башҡорт театрында Сибай концерт-театр берекмәһе тарафынан «Үткән генә ғүмер…» тип аталған матур кисә үтте. Сәхнәләш, ижадташ дуҫтары, Хисмәтулла Дәүләтовтың йырҙарын башҡарыусы популяр йырсылар кисә сәбәпсеһен иҫкә алып ҡына ҡалманы, ә уның шәхес булараҡ ниндәй баһаға лайыҡ булыуын күрһәтергә тырышты. Сараның төп сәбәпсеһе—концерт-театр берекмәһе директоры Айбулат Минеғәле улы Ҡотошовҡа тамашасылар тарафынан бик күп рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Уға һәм ул етәкләгән коллективҡа афарин! Тик был ғәмәлдең һуңлап, бик һуңлап атҡарылыуы ғына күңелде бер аҙ ҡырҙы… Үҙ мәлендә, үҙҙәре иҫән саҡта уҡ баһалай белһәк ине шәхестәребеҙҙе!!!

 

Мотал Рәмов, РФ һәм БР журналистар союзы ағзаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap