Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
31.10.2016
Ул әле лә сафта
Untitled document

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы, матбуғат ветераны Әхмәт Мөхәмәтшәрип улы Юлановты студент саҡтан беләм. 1993 йылдың йәйендә БДУ-ның «Башҡорт филологияһы һәм журналистика» факультетының II курсын тамамлағас, райондың «Ауыл уттары» гәзитенә практика үтергә ҡайттым. Гәзиттең ул ваҡыттағы мөхәррире Ильяс Исмәғил улы Такалов йәш белгесте киң ҡоласын йәйеп ҡаршы алды, ә эргәһендә дубляж буйынса мөхәррир урынбаҫары вазифаһында эшләүсе Әхмәт ағай Юланов баҫып тора ине. Тәү күргәндән был тәбәнәк буйлы, теремек ағай миндә яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Әхмәт Мөхәмәтшәрип улының бик бөхтә итеп кейенеп йөрөүе хәтерҙә ҡалған. Һәр ваҡыт ап-аҡ күлдәк, ҡара төҫтәге костюм кейеп, галстук тағып алған ағайыбыҙ бик олпат күренә торғайны. Юғары интеллект, тәрән белем, аҡыл һәм эрудицияға эйә булған Әхмәт ағайға ҡарап һоҡлана инек. Оҙаҡ йылдар тәржемә өлкәһендә эшләгән өлкән коллегамдан эш тәжрибәһе алдым.

Һуңыраҡ, БДУ-ның ситтән тороп уҡыу бүлегенә күскәс, хеҙмәт юлымды район гәзитендә башланым. Әхмәт ағай Юланов ул ваҡытта хаттар бүлеге мөдире ине. Йәш кеше булараҡ, мине лә ошо бүлеккә беркеттеләр. Шулай итеп, хәбәрсе һөнәренә мин Әхмәт ағайҙан өйрәндем тиһәм дә хата булмаҫ. Тыныс холоҡло, кәрәк ерендә үткер һүҙле хеҙмәттәшем һәр яҡлап беҙгә өлгө булып торҙо.

Талантлы яҡташым Әхмәт Юланов 1936 йылда Юлдыбай ауылында донъяға килгән. Өфөнөң элекке 9-сы мәктәбендә (хәҙерге Р.Fарипов исемендәге гимназия-интернат) белем ала. Хеҙмәт юлын 1956 йылда райондың «Коммунизм өсөн» гәзитендә тәржемәсе булып башлай. 1962 йылда Йылайыр районы бөтөрөлөү сәбәпле, уны Хәйбулла районының партия комитетына инструктор итеп күсерәләр. Оҙаҡламай Аҡъярҙа сыға башлаған «Хеҙмәт байрағы» гәзитенә өлкән тәржемәсе итеп алалар. 1965 йылда Йылайыр районы киренән тергеҙелә һәм бер йылдан Әхмәт Юлановты «Коммунизм өсөн» гәзитенә дубляж буйынса редактор урынбаҫары итеп саҡыралар. Шулай итеп, Әхмәт ағай ғаиләһе менән кире үҙ районына күсеп ҡайта һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы редакцияла тоғро хеҙмәт итә.

Әхмәт Мөхәмәтшәрип улын уңған ғаилә башлығы. Улар ҡатыны Хәлимә Вәли ҡыҙы менән береһенән-береһе матур өс ҡыҙ үҫтерҙеләр. Эльвира, Альбина һәм Зиләнең үҙ ғаиләләре бар. Бәхетле ҡартатай менән өләсәй 6 ейән-ейәнсәрен тәрбиәләшеүгә ҙур өлөш индерә.

Бөгөнгө көндә ҡәләмдәшебеҙ Әхмәт Юланов үҙенең хәләл ефете менән Сибайҙа йәшәй. Күптән инде хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ул бер ҙә ҡул ҡаушырып ултырғаны юҡ. Әленән-әле уның төплө мәҡәләләре «Ауыл уттары» һәм «Атайсал» гәзиттәрендә сығып тора. Әхмәт ағай Сибай ҡалаһы һуҡырҙар йәмғиәтенең әүҙем ағзаһы. Матбуғат ветераны ҡаланың йәмәғәт тормошо менән янып йәшәй, төрлө сараларҙа ҡатнаша. Бөгөн Юлановтар ғаиләһендә оло тантана. Әхмәт Мөхәмәтшәрип улы үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләй! Форсаттан файҙаланып, беҙ, «Атайсал» гәзите хеҙмәткәрҙәре ҡәләмдәшебеҙҙе күркәм ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, ижад ҡомарының бер ваҡытта ла һүнмәүен теләйбеҙ.

 

Альбина Таһирова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap