Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
31.10.2016
Теләгәндәр әмәлен таба
Untitled document

Хәйбулла районы Яңы Ергән мәктәбе янында ойошторолған ярҙамсы хужалыҡ хаҡында гәзитебеҙҙә яҙып үткән инек («Атайсал», №23). Ә бөгөн һүҙебеҙ ошо ауылдың «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы тураһында. Бында эшләүсе хеҙмәткәрҙәр кескәйҙәрҙе тәрбиәләп кенә ҡалмай, ә өйрәк себештәрен дә ҡарай. Нисекме? Һорауға яуапты белгегеҙ килһә, балалар баҡсаһы мөдире Рәмилә Рауил ҡыҙы Рәхмәтова менән ҡорған әңгәмәне уҡығыҙ.

—Рәмилә Рауил ҡыҙы, өйрәк себештәрен алып көтөү идеяһы ҡайҙан килде?

—Туҡланыуға хаҡты арзанайтыу тураһында һорау килеп баҫҡас, уйлана башланыҡ. Йәшелсә-емеш үҫтереү мөмкинселеге юҡ, сөнки беҙҙең эргәләге ер уңдырышһыҙ, һыу менән тәьмин ителеш тә ауыр. Коллегалар менән кәңәшләшкәндән һуң, өйрәк себештәре алырға булдыҡ.

—Себештәр өсөн махсус урын эшләнегеҙме? Нисек көттөгөҙ?

—Башта тәүәкәлләгәс тә коллектив менән аҡса йыйып 20 өйрәк алдыҡ. Шул көндән алып сиратлап көтә башланыҡ. Ике аҙна беребеҙ баҡһа, ике аҙна икенсебеҙ ҡараны. Шулай итеп Туҡбаева Көнһылыу, Килсенбаева Флүрә, Рәхмәтова Рәйсә, Ҡоломбәтова Сәлиә, Рәхмәтуллина Гөлшат, Хәсәнова Гүзәл һәм үҙем алмаш-тилмәш үҫтереп алдыҡ. Бындай башланғысты хуплап, бер ниндәй зарланыуһыҙ эшләгән коллективҡа рәхмәтлемен. Улар һәр ваҡыт балаларҙы тәрбиәләүҙә лә, белемдәрен камиллаштырыуҙа ла яңы алымдар ҡулланып заман менан бергә атлай. Йорттарында уңған хужабикә булһалар, ауылда йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашалар.  Балалар баҡсаһына йөрөүсе кескәйҙәрҙең ата-әсәләре менән яҡшы мөнәсәбәт булдырғандар.

—Өйрәктәрҙе үҫтереү өсөн яҡшы ашатырға ла кәрәк бит. Емде ҡайҙан алдығыҙ?

—Был йәһәттән үҙебеҙҙең ауылдың крәҫтиән фермер хужалығы етәкселәренә рәхмәтлемен. Айрат Рәхмәтов, Зөфәр Ҡырымғужин, Альберт Күҫәков, Фәнис Туҡбаев ашлыҡ бүлеп бирҙе. Күмәкләгән—яу ҡайтарған тигәндәй, бергәләшеп себештәрҙе үҫтереп алдыҡ.

—Өйрәк балаларҙың туҡланыуына ҡулланаһығыҙмы?

—Юҡ, өйрәк ите балаларға туҡланыу өсөн бармай, бәләкәй организмға ауыр була. Шуға күрә өйрәктәрҙе эшкәртеп, йәрминкәләргә һатыуға ҡуйҙыҡ. Әлеге көндә ҡош һатып 15 мең килем алдыҡ. Ул аҡсаға йәшелсә-емеш һәм башҡа аҙыҡ-түлек аласаҡбыҙ. Шул рәүешле туҡланыу хаҡын арзанайтыуға өлгәшәбеҙ.

—Киләсәккә пландарығыҙ ниндәй? Киләһе йылда ла был эште дауам итерһегеҙме, әллә икенсе төрлө шөғөл табырға уйлайһығыҙмы?

—Был беҙҙең беренсе тәжрибә булды. Киләһе йыл өйрәк кенә түгел, башҡа төрлө ҡош-ҡорт алып үҫтереп ҡарарға ниәтләнеп торабыҙ.

 

—Рәмилә Рауил ҡыҙы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap