Сибайҙа һауа торошо:
-4, -6 ° C 4 - 6 м\с З
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
Октябрь айында нисек пляжға эләгергә?
Untitled document

—Һыу күбәйгәндән-күбәйә. Пляж да ҙурая. Бында килгән һайын яр сиктәре киңәйгәнен күрәбеҙ,—ти фабриканың капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы Юрий Архипов. Уны тыңлағандан һуң күҙ алдына шундай күренеш баҫа: диңгеҙ, ҡом, пальмалар... Әммә былар ысынбарлыҡтан алыҫ торған хыялдағы образдар ғына. Ысынында һүҙ бөтөнләй икенсе нәмә хаҡында—Сибай байыҡтырыу фабрикаһының ҡалдыҡтар һаҡлау урыны тураһында бара. Фабрикала эшкәртелгән һыу буш тау тоҡомдары менән ҡушылып пульпа барлыҡҡа килтереп ҡалдыҡтар һаҡланған урынға оҙатыла. Нишләп велосипед уйлап сығарып маташырға? Тау тоҡомдарын байытыусылар үҙ телмәрҙәрен профессионализмдар менән ҡатмарлаштырырға теләмәй барыбыҙға ла таныш дөйөм һүҙҙәрҙе—пляж, тулҡын һырты, яр сиге кеүек һүҙҙәрҙе ҡуллана. Хатта пляждарҙы йыуҙыртыу процесы кеүек төшөнсә лә бар. Ҡалдыҡтар таралғандан һуң пульпа ятҡылыҡтың уртаһына ултыра. Һыу яйлап китә, пульпалағы ҡаты матдәләр аҫҡа төшөп кибә һәм шулай итеп пляж барлыҡҡа килә. Йәғни, һәр һыу ятҡылығыныҡы кеүек бының да төбө, шунан ҡойоһо, һәм, ниһайәт, атлап йөрөп була торған сите бар.

Фабриканың ҡалдыҡтар ятҡылығы  «Унипромедь» институты проекты буйынса бынан быуат ярым йыл элек төҙөлгән. Башта ул ике бүлектән тора. Сәнәғәт күләмдәре артҡан һайын өсөнсөһөн төҙөү мохтажлығы тыуа. Шулай итеп, 90-сы йылдарҙа ҡалдыҡтар ятҡылығын киңәйтеү проекты тормошҡа ашырыла башлай. 2001 йылда ул сафҡа ингәс, мәғдәнде эшкәрткәндән һуң ҡалған һыу өсөнсө бүлеккә аға башлай. Шул уҡ ваҡытта дамбаның беренсе һәм икенсе бүлектәренең һыйҙырышын арттырыу буйынса проект та әҙерләнә. Киләсәкте күҙаллап, өсөнсө бүлеккә лә иғтибар кәмемәй. Бөгөнгө көндә икенсе бүлек эксплуатацияланһа,  беренсеһендә төҙөлөш эштәре дауам итә. Уларҙы хеҙмәтләндереүгә, яңыртыуға   йыл дауамында 46 миллион һум тирәһе аҡса бүленә. Бер һауыт тула икән, икенсеһенә күсәләр, икенсеһе тулһа, өсөнсөһө әҙер тора. Һәр ҡайһыһында ҡаты матдәләр яйлап аҫҡа ултыра, һыуы тороп ҡала бара. Ҡалдыҡтарҙан таҙартылған һыу тағы байыҡтырыусылар фабрикаһының технологик циклына  ебәрелә.

Тағы шуны билдәләп китеү зарур: әлеге көндә сәнәғәт ҡалдыҡтары ятҡылыҡтарының төбөнә махсус геомембрана йәйелгән. Махсус материал ҡалдыҡтар шыйыҡсаһын ерҙән айырып ята. Шулай итеп экологик тигеҙләнеш булдырылған.

—Элек эзбиз карьерынан ташлы тупраҡ ташып, өйөп, ятҡылыҡҡа урын әҙерләй торғайныҡ. Килеп сыҡҡан һауыттың стеналарынан шыйыҡсаһы аҡмаһын өсөн балсыҡ менән нығыта инек. Уның өҫтөнә тағы тупраҡ һалдыҡ. Үҙенә күрә шундай «торт» барлыҡҡа килә торғайны. «Торттың эстәлеген тәбиғи изолятор—балсыҡ тәшкил итте,—ти Ю.А.Архипов.—Балсыҡ үҙ бурысын үтәүен үтәне, әммә ул зарарлы матдәләрҙе ергә һәм һыуға эләгеүҙән тулыһынса һаҡлап ҡала алманы. Бөгөнгө көндә тәбиғи материалдарға ҡыйыу рәүештә яһалмаларын ҡаршы ҡуйып була. Әйткәндәй, беҙ ҡулланған геомембрана һүҙе латинсанан тәржемә иткәндә «ерҙәге япма» тигәнде аңлата. Был материал бик ныҡ, оҙаҡ хеҙмәт итеүгә яраҡлаштырылған. Шулай уҡ тәбиғәтте һаҡлау закондарының барлыҡ талаптарына ла тап килә. Германияла етештерелгән геомембрананы һатып алыуға бик күп аҡса түгелде. Әммә материал быға торошло.

Белеүебеҙсә, мәғдән байытылғанда унан файҙалы ҡаҙылмалар тулыһынса алынып бөтөлмәй. Белгестәр фекеренсә, унда ҡиммәтле металдар булыуға ҡарамаҫтан, был технологик йәһәттән әлегә башҡарып булмай торған эш. Ҡасандыр кешеләр быға тотонор, файҙалы ҡаҙылмалар ресурстары икһеҙ-сикһеҙ түгел булыуын һәр кем яҡшы аңлай.

 

Альбина БАЙГИЛДИНА.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap