Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
31.10.2016
«Техүҙәк»тә эштәр көйлө
Untitled document

Альбина Ҡоҙашева

Бөтә уңайлы шарттар булған заманала йәшәйбеҙ. Хатта автомобилдәрҙе йыуыу өсөн махсус мунса—«Автобаня»лар эшләй, йәғни башҡорт теленә һүҙмә һүҙ тәржемә итһәң «Автомунса» тип атала. Сибай ҡалаһының Пионерҙар урамында урынлашҡан «Техүҙәк»тә лә еңел автомобилдәрҙе йыуыу урыны бар. Әйтергә кәрәк, ул 10 йылға яҡын бик тотороҡло эшләп килә.

«Автомунса» йыл әйләнәһенә «ҡорос ат»тарҙы хеҙмәтләндерә. Бигерәк тә яҙлы-көҙлө бында машиналар күбәйә. Әле автомобиль йыуыусылар өсөн иң ҡыҙыу мәл. Уларҙың һәр береһе көнөнә 40-50-ләп  автомобилде йыуып, таҙартып сығарып тора. Эш ике сменала алып барыла. 4 кешенән торған бригада 2 көн буйына иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға ҡәҙәр машиналар йыуыу менән мәшғүл. Киләһе сменала тағы ла 4 автомобиль йыуыусы эшләй.

Беҙ барғанда «Автомунса»ла эштең ҡыҙған мәле ине. Автомобиль йыуыусылар — Венера Хәлилова, Әлифә Әхтәмова һәм Наиль Боҫҡоновтар өсөһө өс автомобилде күҙ асып йомғансы йыуып та ҡуйҙы.

—Элек магазинда эшләнем. Бында урынлашыуыма бер йыл. Машиналарҙың тышын, эсен, двигателен йыуабыҙ. Даими клиенттарыбыҙ күп. Машина йыуыу ирҙәр эше түгелме тигән һорауығыҙға былай тип яуап бирер инем: беҙ ирҙәрҙән бер ҙә кәм түгелбеҙ. Бар эште лә яратып башҡарабыҙ,—ти Венера Урал ҡыҙы. Һөнәре буйынса штукатур-буяусы булған Әлифә Әнүәр ҡыҙы ла яңы урынға тиҙ өйрәнгән. Ярты йыл самаһы эшләүенә ҡарамаҫтан, ул үҙ эшенә бик яуаплы ҡарай. Fүмере буйына водитель булып эшләгән Наиль Зәкир улы ла яңы һөнәр үҙләштереүенән ҡәнәғәт. Яуаплы хеҙмәткәрҙе өлкән автомобиль йыуыусы тип үрләткәндәр. Йәштәр, 7-8 йыл буйына «Техүҙәк»тә автомобиль йыуыу эшен атҡарыусы, тырыш Нәзилә Әхтәмоваға оҡшарға тырыша. Коллегалары уңғанлығы менән айырылып торған Миңлегөл Дәүләтбаеваны ла ихтирам итә.

Администраторҙар Аксенова Любовь Ивановна һәм Никонорова Оксана водителдәрҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып, һәр клиентты юғары кимәлдә хеҙмәтләнде-реүҙе ҡайғырта.

Беҙ автомобилдәрҙең тышын, салонын йыуабыҙ, туҙанын һурҙырып, һөртөп киптерәбеҙ. Бынан тыш двигателде, багажникты, тәгәрмәстәрҙе йыуҙыртырға мөмкин. Йәйгеһен келәм-балаҫтарҙы йыуҙыртыу буйынса күп мөрәжәғәт иттеләр. Хатта балалар коляскаһын йыуҙырып алыусылар бар. Клиенттарҙы һәр ваҡыт көтөп ҡалабыҙ. Беҙҙә хеҙмәтләндереү осһоҙ. Хаҡтар 180 һумдан башлана,—ти тәжрибәле администратор Любовь Ивановна.

 

Уңған эшҡыуар Дамир Нәбиулла улы Fиззәтуллин етәкселегендәге «Техүҙәктә» автомобилдәрҙе йыйыуҙан тыш, тағы күп төрлө хеҙмәттәр күрһәтелә. Бында автомобилде, двигателде ремонтлау, буяу цехтары эшләй. Автомагазинда запас частар һәм башҡа кәрәк яраҡ һатыла. Бар-кафе асылған. Клиенттарҙы бушлай сәй, ҡәһеүә менән һыйлайҙар. Шулай уҡ, телевизор ҡарарға һәм WI-FI менән ҡулланырға була. Күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн ҡулаҡса менән дә, банк карталары менән дә иҫәпләшергә мөмкин. Ҡыҫҡаһы, барыһы ла заманса, ябай һәм уңайлы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap