Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
07.11.2016
Илһөйәрлек тәрбиәләйбеҙ
Untitled document

Йәш быуынды ватансылыҡ рухында тәрбиәләү—бөгөнгө замандың мөһим мәсьәләләренең береһе. Әммә һуңғы осорҙа был юҫыҡҡа иғтибар кәмене.

Нимә ул илһөйәрлек? Ватансылыҡ рухын нисек тәрбиәләргә?

Илһөйәрлек—ул Тыуған илебеҙгә, тыуған еребеҙгә һөйөү, үҙ халҡыбыҙҙың тарихын, телен, мәҙәниәтен , ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын белеү, хөрмәт итеү. Үҙ илеңдең патриотын тәрбиәләү бик күп яҡлы процесс. Балала илһөйәрлек тойғолары үҙенән-үҙе генә барлыҡҡа килмәй. Ул тәү сиратта ғаиләнән башлана. Балаларҙы шәхес итеп тәрбиәләү,   уларға рухи тәрбиә биреү, үҙ халҡыңа, телеңә, илеңә һөйөү уятыу—ата-әсәнең бурысы.

Илһөйәрлек тәрбиәһе биреүҙә белем биреү учреждениеларының, мәҙәниәттең, сәнғәттең, матбуғаттың, спорттың да роле бик ҙур.

Сибай ҡалаһының Советтар Союзы Геройы Ф.Белов исемендәге 12-се мәктәбендә был тәңгәлдә эш эҙмә-эҙлекле алып барыла. Күптән түгел белем усағында «Мин—патриот» тип аталған  акция үтте. Балалар экология-биология үҙәге менән берлектә ойошторолған сарала уҡыусылар ҙур теләк менән ҡатнашты. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙур ғорурлыҡ менән шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы, бейене, дәүләт гимнын башҡарҙы. Мәктәп стеналарын балаларҙың «Мин патриот, сөнки мин тыуған илемде яратам», «Мин патриот, сөнки мин тәбиғәт балаһы» һәм башҡа лозунгылар аҫтында әҙерләнгән фотокүргәҙмәләре биҙәне. Акция аҙағында уҡыусылар Рәсәйҙең һәм республикабыҙҙың флагтары төҫөндәге шарҙарҙы күккә осорҙо. «Киләсәгебеҙ яҡты булһын өсөн Тыуған илебеҙҙе һаҡлайыҡ, яҡшылыҡҡа ынтылайыҡ»,—тигән саҡырыу һүҙҙәре менән тамамланды был күркәм тәрбиәүи сара.

Йәш быуынды ысын граждан итеп тәрбиәләү—беҙҙең төп бурысыбыҙ. Бала күңеленә рух һалынһа, тыуған теленә, мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына ҡыҙыҡһыныу уянасаҡ. Рух булһа, телебеҙ ҙә, милләтебеҙ ҙә йәшәйәсәк.

 

Ләйсән Әлибаева, Балалар экология-биология үҙәге педагогы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap