Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
Талҡаҫта ял—үҙе илһам
Untitled document

Баймаҡ районының иң хозур урындарының береһе—«Талҡаҫ» шифаханаһы эргәһендә былтыр республика Яҙыусылар союзының ижад йорто эшләй башлағайны. Бында әҙиптәргә ял итеү, иркенләп ижад итеү өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған. Шифаханаға эш сәфәре менән барғанда билдәле шағирә, драматург, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина менән осрашып әңгәмә ҡороу бәхете тейҙе.

—Тәнзилә Сәлих ҡыҙы, республикабыҙҙа ял йорттары, шифаханалар бихисап, ни өсөн һеҙ «Талҡаҫ»ты һайланығыҙ?

— Беренсе тапҡыр 2008 йылда был яҡтарҙа булып, шифахананы күреп ҡайтырға насип булғайны. Былтыр драматургтар  Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил райондары буйлап сәйәхәт иттек. Шул мәлдә ике көндө Талҡаҫ   буйында халыҡ менән аралашып үткәрҙек. Быйыл бында урынлашҡан Яҙыусылар союзының ижад йортона юлланма бирҙеләр.

—Төбәктәге ижад йортобашҡаларынан нимәһе менән  айырыла?

—Үҙ ғүмеремдә мин Мәскәү эргәһендәге Переделкинола, Санкт-Петербург эргәһендәге Комарово ижад йорттарында булдым. Быйыл иһә үҙебеҙҙең ерлектәгеһенә өҫтөнлөк бирҙем. Донъяны күп күрелде, күп илдәрҙә булырға тура килде. Әммә үҙебеҙҙең тыуған төйәктәге гүзәллектәр башҡа бер ҡайҙа ла юҡ. Ҙур ерҙәргә барһаң, кешеләр менән танышаһың, төрлө әҙиптәр менән аралашаһың, улар менән ниндәйҙер дөйөм темаларға ғына һөйләшәһең. Ә бында халыҡ менән аралашыу мөмкинлеге бар. Уларҙың хәсрәтен, уйын белеп йөрөйһөң. Халыҡтың күңеле киң, йөҙө асыҡ.

—Ижад итеп буламы?

— Ҡала тормошонан арып килдем. Тәүҙә килеп төшкәс тә, бындағы һауаның сафлылығы, һыуҙың тәмлелеге хайран ҡалдырҙы. Эргәлә генә мәғрүр ҡарағай урманы. Шунда сығып йөрөп илһамланып ҡайтам. Дәфтәр-ҡәләмемде гел ҡуша алып йөрөйөм. Әле бында бер шәлкем шиғырҙар ҙа ижад иттем.

—Ял йортона билдәле шәхестәрҙең килгәнен көтөп торалар. Осрашыуҙар үткәрмәнегеҙме әле?

— Халыҡ менән осрашып әҙәби кисә ойошторҙоҡ. Сара бик матур үтте. Бында башҡорттар ғына түгел, башҡа милләт вәкилдәре лә рәхәтләнеп ял итә. Минең ижадҡа ғына иғтибар йүнәлтмәнек, ял итеүселәр араһынан да әҙәбиәткә ғашиҡ кешеләр үҙҙәренең ижад емештәре менән бүлеште. Шиғырҙар уҡып, йырҙар йырлап күңелде йылытыусы кисә барыһына ла оҡшаны.

—Был төбәктә сыҡҡан «Атайсал» гәзите менән танышһығыҙмы?

—Кешенең рухиәтен һаҡлап тороусы был башҡорт баҫмаһын яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡов етәкләгәнен беләм. Рухи яҡтан көслөләр генә был тормошта ныҡлы  терәкле. Тамағың туҡ, физик көслө булһаң да рухың булмаһа кеше бөгөлөп төшә. Башҡорт телендә сыҡҡан гәзиттәр кешелекте рухи аҙыҡ менән тәьмин итә. Әле «Атайсал»дың электрон вариантына яҙылдым һәм киләсәктә уны рәхәтләнеп уҡырмын тип уйлайым.

—Тәнзилә Салих ҡыҙы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Һеҙгә яңы ижади бейеклектәр, илһам һәм дәрт ташламауын теләйбеҙ!

Линара Ҡырымғужина әңгәмәләште.

Шат йондоҙҙар менән дуҫ сағым

Тәүге ҡар

Ҡарҙы мин оҙата барҙым.

Тәүге ҡар бит, нишләйһең?

Әйҙә ул мулыраҡ яуһын,

Ҡыйыу булһын, ишәйһен!

Ҡарҙың саталары осло,

Ҡыры үткер, беҙ ише.

Йәнгә һеңә һәр бөртөгө

Тәнде, кейемде тишеп.

...Тәүге ҡар яуҙы йәнемде

Сафлыҡ менән һуғарып.

Бөгөн минең тәнем ерҙә,

Ә күңелем  юғары!

14.10.2016 й.

Буран

Ағастарға шыуып менеп,

Йылан кеүек ыҫылдай.

Буран өлгөр, буран тилбер

Ҡайҙа ғына ҡыҫылмай!

Ҡуйыныңа инеп сыға,

Ҡолағыңа оялай.

Уның әрһеҙ ҡылығынан

Ай, Ҡояш та ояла!

Әрһеҙ ҡунаҡты индермәй,

Ҡояш, Айы ла ҡаса.

Шуға Кешенең ҡапҡаһын

Буран сыйылдап аса.

Өй мөйөшөнән үрмәләп,

Менә ҡыйыҡ башына,

Шунан : «Мин хужамын!»—тиеп

Бейей, уйнай, шашына.

18.10.2016 й.

Хәтер

Был донъяла һәр нәмәне Хоҙай

Серей торған итеп яратҡан.

Таш диуарҙар, ҡыйрап, ергә батҡан,

Онтаҡтарын елдәр таратҡан.

Был донъяла бөтә нәмә туҙа,

Әрһеҙләнә, сатнай, юғала,

Әммә Хәтер генә бөтөн көйө

Мәңгелеккә табан юл ала.

Талҡаҫта

Йыһан устарынан шыуып төшөп,

Тау башына йоморо Ай ятты.

Күҙ бәйләнде. Эңер ҡар аҫтына

Йәшереп ҡуйҙы соҡор, таяҡты.

Ай нурҙарын ҡулға матҡып тотоп,

Атлап барам өрпәк ҡар йырып.

Ә төн йолҡош ҡара кәзәкейен

Һаман һала өҫкә ҡайырып.

Әле минең яңғыҙ Айым менән,

Шат йондоҙҙар менән дуҫ сағым.

Ә шулай ҙа өҙөлөп һағындыра

Үҙ йортомдоң йылы усағы.

Болот

Япраҡһыҙ ҡайын  һепертке.

Сос хужа  бөхтә елдәр.

Һеперә улар болотто

Өйөлһөн, өҫтәлһендәр.

Ә болоттар өйөлмәйҙәр,

Таралалар, ҡасалар.

Шунан ялбыр ҡарағайҙар

Таяу булып баҫалар.

Өйөрөлә торғас болот

Уҡмаша кәбән булып.

Ҡар бөртөктәре ҡойола

Уларҙан кәбәк булып.

20.10.2016 й.

Ямғыр

Исеме  ямғыр. Әммә төрлө-төрлө

Була вағы, була эреһе.

Рашҡы ниндәй теләк менән яуа

Яҙын-көҙөн үлән сереһен!

Борсаҡ ниндәй маҡсат менән яуа

Йоҡоһонан донъя уянһын.

Ҡыйыҡтары ҡойто йүнһеҙ хужа

Йорто тураһында уйланһын!

Ҡояш нурын ләйсән һабын итеп

Сәскәләрҙең йыуа сәстәрен:

Һәр ямғырҙың үҙе вазифаһы,

Һәр ямғырҙың үҙе хәстәре.

*    *    *

Болот ҡорғанынан Ай

Һыңар күҙ менән ҡарай!

Һыңар күҙ менән ҡарарға

Серҙәшкә генә ярай.

Болот ҡорғанын тарттым,

Айҙы оялтып, таптым.

Күрмәнем тип, болот осо

Менән ул күҙен япты,

Ә мин

ҡараңғыла

ҡайнар

Ирендәреңде ҡаптым.

Ҡоштар

Яҙып та аңлатылмай,

Әйтеп тә аңлатылмай.

Ҡош телендә беҙҙең менән

Һөйләшә Алла, тынмай.

Яҙып та аңлатамын,

Әйтеп тә аңлатамын

Ҡош түгелеп һайрамағас,

Ерҙә һил таң атамы?!

*    *    *

Атылырға минең ҡосаҡҡа

Ҡамасаулай ямғыр яуҙары.

Һин йәшенгән ошо ҡыйыҡты

Ҡыйратырға ине, ауҙарып!

Һин ҡурҡаһың

Ҡыйыҡ аҫтынан

Һыпырылып сығып осоуҙан.

Ҡайтып киләм

Илап, һыҙланып

Еүеш елдәр һығып ҡосоуҙан.

Көҙ

Көҙ ҡыҙыҡ ҡына инде ул

Төрлө сүрәткә инә.

Әйтерһең дә төҫлө кино

Йөрөп күрһәтә һиңә.

Был кинола  подиумда

Йөрөй модель-ағастар.

Бигерәк сибәрҙәр инде

Аллы-гөллө йә семәрле

Күлдәк кейеп алғастар!

Бында елгә шул кейемдәр

Күмәртәләп һатыла.

Был кадрҙа  боҙ уйынсыҡ,

Солан ҡыйығынан төшөп,

Күтәрмәлә ватыла...

...Көҙҙөң кинолары тамам.

Аҡ экран элә мышы.

Хәҙер сериалы менән

Биҙрәтер инде ҡышы.

Ҡыш алдынан

Көҙҙөң һыны төҙ әле, төҙ

Бөгә алмай ҡара һыуыҡ.

Теҙ сүктерәм, тиеп һалҡын

Көҙ артынан бара ҡыуып.

Көҙҙөң алтын күлдәгенең

Итәктәре йыртыҡ туҙған.

Уҫал елдәр үлән-сәсен

Мөнтәп, тунап, ҡырҡып ҡуйған.

Күлгә сумып, боҙ бөркәнеп,

Көҙ үҙенә табыр ышыҡ.

Шунда ғына: «Еңдем!»—тиеп,

Ел-буранлап, күкрәк һуғып,

Хаким булып ҡалыр Ҡышы.

Кем хужа?

Дымлы тупраҡта көн күрә

Мең төрлө йән эйәһе.

Һәр береһе оло донъя,

Шуға нисек тейәһең?

Тейәһең инде  Кеше бит

Олонан оло Fаләм!

Ул да гел өләшә беҙгә

Миһырбанлыҡ йә бәлә.

Ағас

Ташты ярып үҫә ағас,

Тамыры ерҙе эҙләй.

Тамыры уның бырауҙай,

Тамыры уның беҙҙәй.

Бер ҙә бирешмәй ул ағас

Үҙе бейек, мөһабәт!

Таштан да аш таптыралыр

Һутлы тупраҡҡа ихтирам,

Тыуған ергә мөхәббәт!

Ямғыр

Ямғыр яуып, ерҙе әсир иткән,

Ҡулһыҙ иткән бөтә кешене.

Өнһөҙ иткән һайрар ҡошсоҡтарҙы

Шул йүнһеҙлек болот эшеме?

Был йүнһеҙлек түгел, был изгелек.

Ямғырға бит мохтаж барыһы!

Ҡош ҡағыныр ярһып, ҡояш күргәс,

Көсөргәнер ҡанат ярыһы.

Түгелеп һайрар ҡоштар. Рәхмәт һүҙе

Ямғырға ла шул саҡ ҡағылыр.

Нурлы таңда ағас япрағына

Ынйы булып ысыҡ тағылыр.

Бәпембә

Кәкүк саҡыра. Саҡ-Суҡ илай.

Һунарға сыҡҡан талпан.

Май ҡояшы ҡурған ерҙәр

Тапалып, булған талҡан.

Бәпембә генә бирешмәй,

Күтәргән дә әләмде,

Эйәртерҙәй булып бара

Үҙ артынан ғаләмде.

Бәпәйем, тип һәр береһенә

Күҙ нурын сәсә Ҡояш.

Уның ҡыҙыу устарынан

Бәпембә сәсен ҡоя.

Был сәскәнең ғүмере ҡыҫҡа,

Ҡыҫҡа еңеү осоро.

Уның һуңғы сәс бөртөгөн

Елдәр йөрөй осороп.

*    *    *

Мин ҡайын булып ҡараным,

Һылыулығына ҡыҙып.

Миндеккә ботарланылар

Бер ағай менән ҡыҙы.

Мин бесәй булып ҡараным,

Иркәләгем килгәнгә.

Тыйылыуҙан, һуғылыуҙан

Аяҡ-ҡулым имгәнгән.

Күбәләккә әүерелдем,

Һеҙҙең фекер (0)

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap