Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
07.11.2016
Юбилейын билдәләне театр
Untitled document

Театр—һәр замандың ҡөҙрәтле бер көсө, йөҙәрләгән, меңәрләгән кешеләрҙең зиһенен арбаусы, уларға тормошта йәшәүҙең мәғәнәһен аңлауҙа ярҙам итеүсе, кешелек донъяһында ҡасан да изгелектең яуызлыҡты еңәсәгенә ышандырыусы, кешеләрҙе үҙенә йәлеп итеүсе сихри көскә эйә тип, әйтһәк, хаҡ булыр.

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры ошо көндәрҙә үҙенең 85 йыллыҡ мәртәбәле юбилейын билдәләп үтте. Ошо йылдар арауығында күпме спектаклдәр сәхнәләштерелгән, күпме ролдәр тыуған, күпме образдар ижад ителгән, нисәмә быуын артистар театр сәхнәһендә ҡанаттарын нығытҡан, оло сәнғәт донъяһына юл асҡан, үҙҙәре тыуҙырған спектаклдәр менән ҡайһы төбәктәрҙә генә сығыш яһамаған—быларҙы һанап бөтөүе мөмкин түгел. Әммә шуныһы мәғлүм: Сибай театры бө-гөн республикабыҙҙың иң алдынғы театрҙарының береһе. Тәүге һулышынан алып ул милләтебеҙҙең мәҙәниәтен сағылдырыусы, телебеҙҙе һаҡлаусы һәм үҫтереүсе, халҡыбыҙҙың йолаларын, рухи байлығын түкмәй-сәсмәй тамашасыға еткереүсе мәҙәни усаҡ булып тора.

Сибай театры сәхнәһендә бик күп сәнғәт йондоҙҙары үҙҙәренең ижад юлын  башлаған. Донъя күләмендә танылыу алған СССР-ҙың халыҡ артисы, театрыбыҙҙың беренсе художество етәксеһе Арыҫлан Мөбәрәков, күренекле йырсы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллин, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Фәриҙә Ҡоҙашева, мәшһүр ҡурайсы, актер, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Ишмулла Дилмөхәмәтов, яҡташтарыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Fата Сөләймәнов, арҙаҡлы ҡурайсы Хәмит Әхмәтов һәм тағы ла бик күп данлыҡлы шәхестәр Сибай театры йылъяҙмаһында юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы.

Театрыбыҙҙың аҡһаҡалы, 30 йыл дауамында театрыбыҙҙы етәкләүсе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, театрҙың художество етәксеһе Дамир Мәзит улы Fәлимов һәм театрҙа оҙаҡ йылдар режиссер булып эшләүсе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы һәм сәнғәт эшмәкәре Сәлихйән Fиниәт улы Әфләтүнов бихисап сәхнә әҫәрҙәре сәхнәләштереп, артистарҙың профессиональ үҫешенә бик күп көс һалды.

Театр яҙыусылар, драматургтар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итте. Мәҫәлән,  халҡыбыҙҙың бөйөк әҙибе Мостай Кәрим менән осрашыу бәхете коллективҡа күп тапҡырҙар тәтене, уның 80, 85 йәшлек юбилейҙары айҡанлы театр сәхнәһендә кисәләр үткәрелде. Уның пьесаһы буйынса ҡуйылған «Ай тотолған төндә» спектаклендә геройҙарҙы һынландырыу артистар өсөн ҙур мәртәбә генә түгел, оло тормош тәжрибәһе лә булды. Илебеҙҙә танылыу алған драматург Флорид Бүләковтың әҫәрҙәре театр сәхнәһенә әленән-әле сығарыла, уның «Ҡарт кейәүҙәр йәки Шомбай ҡоҙа» спектакле менән Ҡазан ҡалаһында уҙған Кәрим Тинчурин исемендәге VII халыҡ-ара театр фестивалендә  ҡатнашып, коллектив «башҡарыу оҫталығы өсөн» номинацияһында еңеү яуланы.

Сибай театрын хаҡлы рәүештә башлап яҙыусы драматургтарҙың ижад бишеге   тип атарға була. Уның сәхнәһендә Г.Исхаков, Р.Кинйәбаев, С.Әбүҙәров, Г.Әхмәтҡужина, Т.Fәниева, Б.Исҡужин, Т.Дәүләтбирҙина, Ә.Яхинаның беренсе сәхнә әҫәрҙәре донъя күрҙе. Яҡташтарыбыҙ Наил Fәйетбаев, Таңсулпан Fарипованың әҫәрҙәре театрҙың төп репертуарын тәшкил итте һәм бөгөн дә улар менән  ижади бәйләнеш өҙәлмәй. Күренекле татар драматургтары Т.Миңнуллин, Д.Сәлихов, F.Ҡәйүм, Э.Йәһүҙин, И.Зәйниҙең әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәр сәхнәбеҙҙә ҙур уңыш менән бара. Театр рус авторҙары А.Дударев, В.Жеребцов, М.Задорнов әҫәрҙәренә лә мөрәжәғәт итә. Шулай уҡ билдәле композиторҙар Б.Fайсин, Р.Хәсәнов, Н.Дауытов, М.Хәсәнов, Х.Дәүләтов, У.Иҙелбаев, Ю.Үҙәнбаев, И.Яхин менән тығыҙ бәйләнештә булды. Уларҙың спектаклдәргә һалған йырҙары халыҡ араһында киң популярлыҡ яуланы.

Халыҡ һөйөүен һәм ихтирамын ҡаҙаныу өсөн артистарға, режиссерҙарға, рассәм һәм композиторҙарға, сәхнә әҫәрҙәре ижад итеүсе драматургтарға ижади эҙләнеүҙәр юлында мең ғазаптар кисерергә, көндәр, төндәр менән иҫәпләшмәйенсә, тамашасыны ылыҡтырырлыҡ аһәңле, ғибрәтле спектаклдәр тыуҙырыу бурысы йөкмәтелгән һәм был бурыс әле лә йәшәйешен дауам итә. Бөгөн дә театр сәхнәһендә тәүге остаздар исеменә, ижадына, рухына тап төшөрмәй, улар һалған матур традицияларҙы дауам итеп, йәне-тәне менән уға ғашиҡ булып, барыбыҙҙы юғары сәнғәт күгенә әйҙәүсе режиссерҙарыбыҙ, рәссамдарыбыҙ, музыкаль биҙәүселәребеҙ, актерҙарыбыҙ халҡыбыҙға тоғро ҡала. Улар ижад иткән Э.Йәһүҙиндең «Эт саба тип...», С.Әбүзәровтың «Fүмерлек ғазап», Ф.Бүләковтың «О,мөхәббәт!», Т.Килмөхәмәтовтың «Йәнкиҫәк», М.Багаевтың «Үәт, исмаһам, ахырызаман», Д.Сәлиховтың «Парлы яңғыҙҙар», F.Ҡәйүмдең «Мираҫ» спектаклдәре әле лә ҙур уңыш менән бара.

Шуныһы ҡыуаныслы: театрҙың оло байрамын, уның уңыштарын, шатлыҡтарын уртаҡлашыу өсөн республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән коллегалары, дуҫтары, театрға, сәнғәткә ғашиҡ тамашасылар дәррәү килде.

Беренсе булып тәбрикләү һүҙен республикабыҙҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Фаил улы Абдраҡов алды, театр коллективын байрам менән ҡотлап, уның эшендә ҙур уңыштар теләп, бер төркөм артистарға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырһа, ә инде театрыбыҙҙың ветераны, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Фариза  Фәйзрахман ҡыҙы Хәсәнова һәм оҫтахана мөдире Фәнзил Рәис улы Мөртәйләков министрлыҡтың  Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Театр эшмәкәрлеген ҡаланың ойошма-учреждениеларынан айырып ҡарау мөмкин түгел, сөнки ҡалабыҙҙа үткәрелгән барлыҡ саралар, байрамдар бергә  ойошторола. Шуға күрә лә юбилей сараһынан хеҙмәттәшлек иткән башҡа коллективтар ситтә ҡалманы. Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Х.Х.Сөләймәнов менән берлектә ҡаланың мәҙәниәт, мәғәриф, һаулыҡ һаҡлау, уҡыу йорттары вәкилдәре сәхнәгә күтәрелде. Хәлит Хәмзә улы үҙенең сығышында Сибай театрының бай тарихын, уға нигеҙ һалыусы арҙаҡлы шәхестәрҙе барлап, театрҙың әлеге коллективына оло ҡаҙаныштар, ижади ҡомар теләп, бер төркөм артистарға, хеҙмәткәрҙәргә Почет грамоталары, маҡтау хаттары тапшырҙы.

Беҙ юбилей тантанаһын үткәреүгә финанс ярҙам күрһәткән Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы генераль директоры Йәүҙәт Усман улы Биккиновҡа ҙур рәхмәтлебеҙ.

Яҙыусылар берлеге рәйесе, драматург, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Наил Әсҡәт улы Fәйетбаев, Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың мәҙәниәт хеҙмәткәре, тележурналист Шәүрә Fәббәс ҡыҙы Fилманова, республикабыҙҙың театрҙар берекмәһе вәкиле Гөлфиә Әхәт ҡыҙы Fайсина ысын күңелдән театр коллективын ҡотлап, йылы һүҙҙәрен еткерҙе, бүләктәрен тапшырҙы. Башҡортостан театрҙар берекмәһе Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитоваға театр сәнғәтен үҫтереүҙә индергән өлөшө өсөн К.Станиславский исемендәге миҙалын тапшырҙы .

Театрҙың айырылғыһыҙ өлөшөн гастролдәр тәшкил итә. Ижади сәфәрҙәрҙе уңышлы атҡарыуҙа район етәкселәренең, урындағы мәҙәниәт, мәғәриф бүлектәренең ярҙамы баһалап бөткөһеҙ. Оло тантанаға Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондарынан килгән вәкилдәр театр коллективын ихлас ҡотлап, киләсәктә лә милли мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү һәм күтәреү өҫтөндә бергә эшләргә тигән теләктәрен еткерҙе.

Стәрлетамаҡ, Салауат, Йәштәр милли театр вәкилдәре юбилей сараһына ашҡынып килгәйне. Улар коллегаларына артабан да халҡыбыҙ өсөн яҡты, фәһемле спектаклдәр ижад итеп, зал тулы тамашасылар йыйып, уларҙың алҡыштарына күмелеп йәшәргә яҙһын тип теләне. Башҡорт дәүләт академия театрының художество етәксеһе, К.Станиславский исемендәге премия лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Закир улы Ханов был театр менән үҙенең бала сағы һәм үҫмер йылдары бәйле булыуын тулҡынланып һөйләне. Сибай театрына уның әсәһе—БР-ҙың атҡаҙанған артисы Шәмсинур Сиразетдинова менән атаһы—БР-ҙың халыҡ артисы Зәкирйән Ханов 30 йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған. Олег Хановҡа был сәхнәлә уйнарға һәм спектаклдәр сығарыу бәхете лә тәтегән, шуның өсөн дә Сибай театры уның күңеленә яҡын. Оҙаҡ йылдар ошо театр сәхнәһендә сағыу образдар тыуҙырған БР-ҙың халыҡ артисы Рәмилә Сәлимгәрәева яратҡан тамашасыларын моңло тауышы менән һөйөндөрҙө. Сибай сәнғәт мәктәбенең «Осҡон» өлгөлө бейеү ансамбле, Сибай педагогия колледжының «Аҡйондоҙ» бейеү ансамбле коллективтары дәртле сығыштары менән был сараны тағы ла сағыуыраҡ балҡытты. Ә инде Сибай концерт-театр берекмәһенең «Тархан» төркөмө башҡарыуындағы йыр тамашасыларҙың күңелдәрен күтәреп, байрам тантанаһын йәмләндереп ебәрҙе.

Тамашаның икенсе өлөшөндә Сибай театры артистары әлеге көндә театр репертуарындағы спектаклдәрҙән өҙөктәр сәхнәләштереп, тамашасыларҙы, саҡырылған ҡунаҡтарҙы, коллегаларын тағы бер һөйөндөрҙе. Тантана һуңында мөбәрәковсыларҙың махсус рәүештә Сибай театры өсөн композитор Юлай Үҙәнбаев һәм шағирә Зөһрә Фәйзуллина ижад иткән йырҙы башҡарыуы йөрәктәрҙе тетрәндереп, барыбыҙҙы ла илаһи сәнғәт күгенә күтәреп алып, яңынан-яңы ижад офоҡтарына әйҙәне.

Күк Ирәндек буйын, Урал аръяғы райондарын Сибай театрынан башҡа күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Сөнки 85 йыл элек үҙенең эшмәкәрлеген башлаған был ижад усағы, ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа ла, йәйге эҫе селләлә лә, ат, үгеҙ егеп булһынмы, йә иһә, хәҙерге көндәге кеүек, машиналарҙа елдерһенме—ерле халыҡҡа хеҙмәт итә, бергә йәшәй, ғөмүмән, тамыры менән ошо мөхиткә береккән.

Сибай театры традицияларға тоғро театр. Унда башҡорт халҡының рухы, мәҙәниәте, моңо, ғөрөф-ғәҙәттәре, милләтебеҙҙең теле саф килеш һаҡланыуын дауам итә. Оло йәштәге ветеран-актерҙар ҙа үҙҙәрендә туплаған бай рухи мираҫты киләсәк быуынға тапшыра килә, шул рәүешле быуындар күсәгилешлеге лә һаҡлана. Киләсәктә лә Сибай театры үҙенең халыҡсанлығын юғалтмай, яңынан-яңы үрҙәр, бейеклектәр яулауын дауам итһен!!!

 

Әминә Яхина.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap