Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
07.11.2016
Ер кешеһен ҙурланылар
Untitled document

Альбина ҠОҘАШЕВА

Уҙған аҙнала Йылайыр районының Яманһаҙ ауылында матур сара үтте. Ауыл хакимиәте урындағы мәҙәниәт йорто һәм мәктәп менән берлектә яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, «Яманһаҙ» совхозының элекке директоры Зиннур Ямалетдин улы Бикбовтың «Ер кешеһе» исемле китабының исем туйын ойошторҙо. Унда район етәкселәре, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, фермерҙар, Зиннур ағайҙың элекке хеҙмәттәштәре, дуҫтары килгәйне.

Зиннур Бикбовтың Сибай типографияһында баҫылған был китабын халыҡ яратып ҡабул итте. Сөнки бында тотош Йылайыр районының тарихы һүрәтләнгән. Автор бала сағынан алып бөгөнгәсә үҙе менән булған ваҡиғаларҙы һүрәтләгән. Белеүебеҙсә, Зиннур Ямалетдин улының бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Фронтҡа киткән атаһы яу ҡырында ятып ҡала. Бәләкәй Зиннур Асия апаһы һәм әсәһе менән тороп ҡала. Ә артабан иһә үгәй атай һәм уның балалары менән бергәләп көн итәләр. Ҡыҫҡаһы, 11 балалы ҙур ғаиләлә буй еткергән Зиннур ағайға тормош михнәттәрен күп татырға тура килә.

Бала саҡтан мал көтөп үҫкән Зиннур үҫкәс ауыл хужалығы тармағында эшләү хыялы менән йәшәй. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, уға үҙ ғүмерендә колхоз эшсеһе, тракторсы, комбайнсы, агроном, инструктор, бүлексә идарасыһы, профком рәйесе, баш агроном, совхоз директоры, район хакимиәте башлығының 1-се урынбаҫары—райондың ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе булып эшләргә тура килә. Ундайҙарҙы «ысын ер кешеһе» тип йөрөтәләр. Ысынлап та, Зиннур Ямалетдин улы Бикбовтың бар булмышы ер менән бәйле булған. Ул райондың «Башҡорт», «Һүрәм», «Яманһаҙ» совхоздарын күтәреүгә ҙур көс һалған кеше. «Башҡорт» совхозының Матрай, Fәле һәм Һабыр бүлексәләрендә хеҙмәт итеүе лә емешле була. Зиннур ағай үҙе тир түккән хужалыҡтарҙың эшмәкәрлеге, унда эшләгән кешеләр тураһында йылы хәтирәләре менән уртаҡлашҡан. Китап бай, һутлы тел менән яҙылған, фотоһүрәттәр менән биҙәлгән. Райондаштары билдәләүенсә, Зиннур Бикбовтың «Ер кешеһе» китабы менән мәктәп уҡыусыларын һәм йәштәрҙе таныштырырға кәрәк. Киләсәк быуын үҙ районының тарихын һәм унда йәшәп, хеҙмәт итеүсе шәхестәрен белеп үҫергә тейеш.

З.Бикбовтың «Ер кешеһе» китабының исем туйында Йылайыр районы хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллиндың ҡатнашыуы сараға оло мәртәбә өҫтәне. Илгиз Лирман улы был китаптың ҙур әһәмиәткә эйә булыуын һәм тап З.Я.Бикбов етәкләгән осорҙа  «Яманһаҙ» совхозының ҙур уңыштарға өлгәшеүен билдәләп үтте. Артабан китап авторын элекке хеҙмәттәштәре, дуҫтары Мәхмүтйән Абдуллин,  Данир Түләшев, Айрат Амантаев, Ильяс Тусалин, Әнисә Fөбәйҙуллина, Фәтих Аллабирҙин, Исмәғил Бураншин, Ильяс Такалов, Хәлфетдин Мәхмүтов, Риф Солтангилдин тәбрикләне. Ауылдаштары исеменән Матрай ауылы хакимиәте башлығы Н.Н.Әбдрәхимов, ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Р.F.Мелкоедова сығыш яһаны. Зиннур ағайҙың бер туған апаһы Асия Бикбованың хәтирәләре бер кемде лә битараф ҡалдырманы. З.Бикбовтың хәләл ефете Мәүә Рәүеф ҡыҙына ла рәхмәт һүҙҙәре күп яуҙырылды был көндө. Сөнки барыһы ла белә: ҡатынынан уңған ир генә ошондай юғары бейеклектәргә һәм уңыштарға өлгәшә ала.

Яманһаҙ ауылы хакимиәте башлығы Ислам Айрат улы Амантаев урындағы халыҡ исеменән З.Я.Бикбовҡа лайыҡлы рәүештә «Яманһаҙ ауылының Почетлы гражданы» тигән исем бирелеүе менән ҡотлап, таныҡлыҡ тапшырҙы.  Яманһаҙҙар Зиннур Ямалетдин улына булған сикһеҙ рәхмәттәрен йыр-бейеүҙәр аша бирергә тырышты. «Ер кешеһе» китабынан алынған тарихи ваҡиғаларҙы сәхнәләштереү үҙе бер онотолмаҫ тамаша булды.

Заманында үҙе эшләгән ауылдарҙа бик күп социаль-мәҙәни объекттар төҙөтөп, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға тос өлөш индергән Зиннур Бикбовты, һис шикһеҙ,  районыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре исемлегенә индерергә  бурыслыбыҙ. Ул һәр ваҡыт халыҡҡа яҡын булған, эшселәрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртҡан. Шуға ла Зиннур Ямалетдин улын яраталар һәм хөрмәт итәләр.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap