Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
07.11.2016
Бында нур уйнай
Untitled document

Балалар баҡсаһы бик күптәрҙең яҙмышында ҙур роль уйнай. Ул эшләүсе ата-әсәләр өсөн бигерәк тә ҡулай. Балалары ҡараулы, тамаҡтары туҡ, өҫтәре таҙа, бөтөн. Өҫтәүенә бала тиңдәштәре менән аралаша, төрлө яҡтан үҫешә.

Иҫке Сибай ауылындағы «Сулпылар» балалар баҡсаһы ҡояштай балҡып, тирә-йүнгә йәм таратып ултыра. Ә эсенә инһәң йылылыҡ бөркөлөп, нур уйнап тора. Ихатаһы ла зауыҡ менән биҙәлгән. Йылдан-йыл хеҙмәткәрҙәр, ата-әсәләр тырышлығы менән мауыҡтырғыс һындар, яңы биҙәктәр өҫтәлә. Ә сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ бында? Йәшелсә-емеш баҡсаһы мул уңыш бирә.

Илмира Йосоп ҡыҙы Мусина етәкләгән коллективта 27 хеҙмәткәр, 14 педагог эшләй. 6 төркөмдә 200-ҙән ашыу бала тәрбиәләнә. Бында рус һәм башҡа милләт балалары ла бар. Улар башҡорт балалары менән бер рәттән йыр-бейеү өйрәнә. Әсә теленә битараф булған бәғзеләр өсөн өлгө булырлыҡ күренеш.

Тәрбиәселәрҙең һәр береһенең үҙенә генә хас эш  алымдары, йүнәлештәре бар. Эшен яратып башҡарған тәрбиәселәр яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Илһөйәр, рухлы балалар тәрбиәләгәндәре өсөн беҙ, ата-әсәләр, уларға ҙур рәхмәтлебеҙ. «Сулпылар» балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр район, республика, хатта Рәсәй күләмендә үткәрелгән төрлө ярыштарҙа призлы урындар яулай. Беҙ юғары уңыштарға өлгәшеүсе Илғыуатова Илзирә, Ниғмәтуллина Миләүшә, Шаһимәрҙәнов Илнар, Ибраһимова Мәҙинә, Арыҫланова Нурия, Мөхәмәтғәлин Данил, Дәүләтбаева Дилара, Fәбитов Байрас, Әбдрәхимов Рушан, Ибраһимов Ибраһим, Аҡбалин Әмирхан, Батталова Айгизә, Хөсәйенова Розалина, Аҫылғужина Розалия, Фәйзуллин Данил, Густова Розалина, Бикҡолов Арслан, Аралбаева Илвина һәм Килмөхәмәтова Нурсиләне тәбрикләйбеҙ. Бында тәрбиәселәрҙең өлөшө ҙур.

Бала тәрбиәләү иғтибар, ваҡыт, көс, сабырлыҡ талап итә. Балаңдың ҡыҙыҡһыныуҙарын, мауығыуҙарын, башланғыстарын хуплап бергә атлағанда тормош мәғәнәле лә, йәмлерәк тә була. «Сулпылар» балалар баҡсаһында байрам концерттары, ата-әсәләр конференцияһы үткәрелә. Бай йөкмәткеле сараларҙы ҡарау үҙе ни тора! Балаларыбыҙҙың әсә телендә матур итеп һөйләшеүҙәрен, шиғыр, әкиәт һөйләүҙәрен күреп күңел шатлана. Тик ҡайһы бер ата-әсәләрҙең бәләкәстәре менән рус телендә аралашыуҙы  хуп күреүе һағайта, аптырауға һала. Әсә телендә теле асылған бала ҡайһы арала, ни сәбәп менән руслашып китә икән? Уларҙың киләсәктә үҙ теленә генә түгел, ә халҡыбыҙҙың башҡа ҡиммәттәренә лә битараф булып үҫеүе бар бит. Ошонан сығып, балаларға һәм йәштәргә үҙебеҙҙең бай һәм һутлы башҡорт телендә һөйләшегеҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә тоғро ҡалығыҙ, еребеҙҙең ысын патриоттары булып ҡалығыҙ, тип әйтер инем.

 

Г.Ә.Ниғмәтуллина. Иҫке Сибай ауылы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap