Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
07.11.2016
Наҙҙарымды ҡушып сәйлән теҙәм
Untitled document

Йәмле йәйҙә ҡыҙарышып бешкән ер еләккәйҙәре булһынмы, һутына тулышып баҙлап янған миләш тәлгәштәреме, күпереп сәскә атып ултырған гөлдәрме, күҙҙең яуын алыр сәскәләрме—барыһы ла тере кеүек. Ә инде ҡораманан теккән ултырғыс, диван ябыуҙарынан күҙҙәр ҡамаша, башҡорт халыҡ кейемдәре, мәрйендән теҙгән панно һәм картиналары, сәйләндән эшләнгән гөлдәренән, башлыҡтарынан иҫ китмәле зауыҡ һәм наҙ бөркөлә..

Шуларҙың һәммәһен һөйкөмлө ханым Сулпан Хәбибнажар ҡыҙының алтын ҡулдары тыуҙырған. Ул оҫта бесеүсе, тегенсе, рәссам, дизайнер ҙа. Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе оҫтабикәне бөтә республика белә тиһәм дә, яңылыш булмаҫ, сөнки уның ҡул эштәре бер генә күргәҙмәнән ҡалмай, һәр саҡ яңынан-яңы өлгөләре менән халыҡты әсир итә. «Өләсәйем һандығы» проекты менән ҡала һәм ауыл мәктәптәрендә йөрөгәндә лә ҡыҙҙарҙың күңеленә орлоҡ һалды. Үҙ шөғөлөнә башҡаларҙың һоҡланып ҡарауынан Сулпан апайҙың күңеле йәнә үҫә, талпына, ирекһеҙҙән ҡулдары энә менән епкә тартыла, теген машинкаһына үрелә. Уның ҡул йылыһынан барлыҡҡа килгән илаһи мөғжизәләр һәр тарафта балҡып тора. Шулай ҙа уның ҡорамаларҙан теккән япмалары, сәйләндән яһалған картиналары менән нығыраҡ танышырға булдым. Төрлө төҫтәге миләүшәләр, ынйы, рауза, георгин сәскәләрен тереләре янына ултыртҡанда ла айырыуы ҡыйын. Бөгөн сауҙа нөктәләрендә әллә күпме төрлө сәйлән һатыла, әммә улар ысын оҫта ҡулында ғына бар гүзәллегендә балҡый алалыр.

—Махсус магазиндарҙан төрлө сәйлән, мәрйен һатып алам, мулине менән ептәрҙе лә алдан әҙерләп ҡуям,—ти оҫта  ханым.—Көн дә ниндәй ҙә булһа ҡул эшенә тотонмаһам, күңелем толҡа тапмай. Бар донъямды онотоп, улар менән мауыҡһам, ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәйем. Ауыл өйөндә йәшәгәнлектән, эш күп.  Шуға күрә яратҡан шөғөлөмә төн йоҡоларымды ҡалдырып ултырырға тура килә,—ти Сулпан Хәбибнажар ҡыҙы.

Әлбиттә, ҡул эштәре менән булышыу өсөн сабырлыҡ та, тырышлыҡ-тәүәккәллек тә кәрәк. Шунһыҙ һин теләгән әйберҙең килеп сыҡмауы ла мөмкин. Бер генә өлгөнө тыуҙырыу өсөн дә ҡайһы саҡ әллә нисәмә ай ваҡыт кәрәк. Әммә матурлыҡ күңелеңде бер арбағас, унан айырылыуы мөмкин түгел. Гел генә ҡул эше менән дә ултырып булмаҫ ине, әгәр ҙә тормош иптәше Мөхәмәт ағай мал-тыуарын, ҡош-ҡортон ҡарап, рухи көс-дәрт өҫтәп тормаһа. Мәктәп йылдарынан дуҫлашып, бер класта уҡыған Сулпан апай менән Мөхәмәт Fәлимйән улы бер-береһен бер ҡараштан аңлап, 50 йылдан  ашыу күптәргә өлгө булып, татыу йәшәй.  Өйҙәрен музейға әйләндергән бай рухлы, мәҙәниәтле ағинәйебеҙ Сулпан Хәбибнажар ҡыҙы Нәбиуллина (Һөйәрғолова) бына шулай матурлыҡтан йәм табып, башҡаларҙы һоҡландырып ғүмер кисерә. БСТ-ң «Сәләм» программаһы булдырған рекордтар китабына ингән ғаиләгә артабан да сәләмәтлеккә төрөнөп, балаларының уңыштарына һөйөнөп йәшәргә яҙһын!

Сәрүәр Иҙелбаева,

Баймаҡ район үҙәк китапхана хеҙмәткәре, «Ағинәйҙәр» клубы кураторы.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap