Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
07.11.2016
Матрайҙа артты дуҫтар
Untitled document

Линара ҠЫРЫМFУЖИНА

«Коллектив менән «Атайсал»ға» тигән акциябыҙға Йылайыр районы Матрай ауылында йәшәүселәр ихлас ҡушылды. Унда беренселәрҙән булып ағинәйҙәр гәзитебеҙгә яҙылды. Уларға башҡалар ҙа эйәрҙе.

Ауылда ағинәйҙәр ҡоро булдырылыуға—ике йыл. Ауылдың иң әүҙем, иң уңған ханымдарының 13-ө әлеге ойошмаға беркетелгән. Улар кесе йома һайын ауыл китапханаһында йыйылышып, төрлө саралар планын төҙөй, сценарийҙар яҙа. Ағинәйҙәр быуындан-быуынға күсеп килгән йолаларҙы, халыҡ ижадын, кәсептәрҙе тергеҙеүгә күп көс һала. Ауыл тормошонда ла актив ҡатнашалар, балалар баҡсаһы, мәктәп, балалар приюты менән тығыҙ бәйләнештә эшләйҙәр. Бергә төрлө осрашыуҙар, тәрбиәүи саралар үткәрәләр.

Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап ҡалмайҙар. Районда үткән төрлө сараларҙың да үҙәгендә улар. Йылайырҙа уҙғарылған Мөнәжәт байрамында ҡатнашып Асия Әмирова, Сәғирә Хәсәнова, Нурия Мәҡсүтова, Гөлсирә Сәитова беренселекте яулап, Сибай ҡалаһында үткәрелгән сарала дипломант исемен алып ҡайттылар. Октябрь уртаһында Ырымбур өлкәһендәге Ҡарауанһарайҙы барып күргәндәр. Яҙғыһын Учалы районының Әүешкүл ауылы эргәһендәге Әүлиә шишмәһенә барып, һыуын ауыҙ итеп, тауға күтәрелеп, доға ҡылып изге эш башҡарғандар.

Күршеләр менән дә татыу, дуҫ йәшәйҙәр. Яңыраҡ Хәйбулла районы ағинәйҙәре менән берлектә Буҙа байрамы үткәргәндәр. Бында улар башҡорт халҡының шифалы эсемлеге тураһында күп мәғлүмәт туплап, бөтөн нескәлектәренә төшөндөрөп, халыҡҡа уны әҙерләргә өйрәткәндәр.

Төрлө ҡул эштәренә лә оҫта инәйҙәр. Һәр береһе үҙенә матур итеп милли күлдәк тегеп кейгән, селтәр-түшелдеректәр ҙә эшләп алған. Үҙҙәре белгәнде башҡалар менән дә уртаҡлашалар. Теләгәндәр өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрәләр. Әле ҡаҙ өмәһенә әҙерләнәләр.

—Беҙҙең төп бурысыбыҙ—халыҡ күңелендә илһөйәрлек рухы үҫтереү, еребеҙгә, телебеҙгә, тарихыбыҙға ихтирам уятыу. Ә был эштәрҙе башҡарыу өсөн ҡоробоҙҙоң һәр бер ағзаһы үҙе рухлы булырға тейеш. Был йәһәттән гәзит-журналдарҙың роле ҙур. «Атайсал» иғлан иткән акция тураһында ишеткәс тә күмәкләшеп барып, бер төптән, яҙылып ҡайттыҡ. Киләһе йыл үҙебеҙҙең төбәк гәзитен уҡып, эргә-тирәлә барған эштәр менән  танышып, яңылыҡтар уҡып ҡыуанырбыҙ, —ти ҡор етәксеһе Рәйсә Fиниәт ҡыҙы  Мелкоедова.

Матрай ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһы «Коллектив менән «Атайсал»ға» акцияһын Ағинәйҙәр ҡоронан эстафета  кеүек ҡабул итеп алды һәм коллектив менән баҫмабыҙға яҙылды.

«Йәйғор» балалар баҡсаһында 64 бала тәрбиәләнә. Бында улар өсөн бөтә   шарттар ҙа булдырылған. Тәрбиә эштәренән тыш, балаларҙың һәләттәрен үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Бейеү, театр, фольклор, шашка түңәрәктәре эшләй. Шулай уҡ һүрәт төшөрөү менән мауыҡҡан балалар өсөн махсус студия бар.

Балалар баҡсаһы районда үткәрелгән төрлө конкурс, ярыштарҙан да ситтә ҡалмай. Ике йыл рәттән улар «Урал-батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында беренселекте бирмәй.

—«Коллектив менән «Атайсал»ға» акцияһы тураһында ишеткәс тә хеҙмәткәрҙәр менән йыйылышып, һөйләшеп, яҙылырға тигән ҡараға килдек,—ти балалар баҡсаһы мөдире Әлиә Рафаэль ҡыҙы Аҡҡусҡарова.—Педагог кеше матбуғат менән дуҫ булырға тейеш тип уйлайым. Ул унан мәғлүмәт алып ҡына ҡалмай, ә үҙенең эше өсөн төрлө өлгө материалдар таба. Шул уҡ ваҡытта үҙенең эше менән дә уртаҡлаша ала. Беҙ йәш быуынды тәрбиәләүселәр булараҡ, киләсәгебеҙгә битараф була алмайбыҙ. Башҡорт телендә, үҙ ерлегебеҙҙә сыҡҡан гәзиттәрҙе һаҡлап алып ҡалырға булышлыҡ итергә тейешбеҙ. Шуның өсөн дә был акцияла ҙур теләк менән ҡатнашабыҙ. Башҡа коллективтарҙы ла «Атайсал»ға яҙылырға саҡырабыҙ.

Тәрбиәсе Венера Нөғәмән ҡыҙы Йәрмөхәмәтова «Атайсал» гәзитен электән алдыра. «Гәзит аша төбәктәге яңылыҡтарҙы беләбеҙ, төрлө яҡлы мәғлүмәт алабыҙ. Сәйәси тормошҡа ғына түгел, дингә, ижадҡа, ауыл тормошона күп иғтибар бирелә. Гәзитте тотош ғаилә менән уҡырға була. Унда һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған мәҡәләләр таба ала. Үҙем әҙәби битте яратып уҡыйым. Баҫылған материалдарҙы үҙ эшемдә лә ҡулланам»,—ти.

Гәзитебеҙ иғлан иткән акцияға шәхси эшҡыуарҙар ҙа ҡушылып китте. Матрай ауылында урынлашҡан «Г.Р.Үтәшева» крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Гөлнара Ринат ҡыҙы Үтәшева бағыусы булараҡ үҙенең хеҙмәткәрҙәренә 2017 йылдың беренсе ярты йыллығына 3 дана «Атайсал» гәзите яҙҙырып һөйөндөрҙө.

Үтәшевтар ергә ғашиҡ ғаилә. Улар тыуған ауылы совхозында егерме йылдан ашыу тир түгә. Һуңғы йылдарҙа бында эшләү ауырлашҡас, үҙҙәренең фермер хужалығын асырға йөръәт итәләр. Башта игенселек менән булышһалар, хәҙер малсылыҡҡа ла тотонғандар. 2014 йылда «Fаилә фермаһын үҫтереүгә» йүнәлтелгән Грант алып, Суртан-Үҙәк ауылы фермаһын төҙөкләндереп, малдарын ишәйтеп ебәргәндәр. Әлеге көндә күпләп һауын һыйырҙары, һарыҡ, ҡош-ҡорт көтәләр. Мал аҙығын да үҙҙәре әҙерләй. Яңыраҡ йәнә бер ярҙамсы хужалыҡ асып, уңышлы ғына эшләп киткәндәр.

Атанан күргән—уҡ юнған, әсәнән күргән—тун бескән, тигәндәй балалары ла бик аҡыллы, булдыҡлы Үтәшевтарҙың. Уларҙың барыһы ла ауыл хужалығы университетын тамамлаған. Өлкән улдары Илфат ошоғаса ата-әсәһенә ярҙам итһә, быйылдан үҙенең айырым крәҫтиән-фермер хужалығын булдырып, ең һыҙғанып эшкә тотонған. Ҡыҙҙары Гөлназ Өфө ҡалаһында эшләп йөрөй. Уртансы улдары Илһам билдәле йырсы Радик Юлъяҡшин концерттарының директоры. Бәләкәс ҡыҙҙары Илнара Санкт-Петербург ҡалаһында белем ала. Сәнғәткә ғашиҡ ҡыҙ «Dartle Dance» бейеү студияһын да етәкләй. Былтыр Башҡортостанда үткән «Һылыуҡай» гүзәллек конкурсында беренселекте яулаһа, быйыл «Мисс Азия Санкт-Петербург-2016» конкурсында ҡатнаша. Кинйәләре Уралға әле 7 йәш, мәктәптә тырышып уҡып йөрөй.

Матрай ауылының йәш эшҡыуары Әхмәт Рафиҡ улы Сөләймәнов та «Атайсал»дың акцияһынан ситтә ҡалманы. Бағыусы булараҡ ул ике оло кешегә киләһе йылдың ярты йылығына «Атайсал» гәзитен бүләк итте. Бына инде 15 йыл Сөләймәновтар ауыл халҡын аҙыҡ-түлек, көндәлек кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итә. Халыҡтың ихтыяжын өйрәнеп, тәү сиратта иң кәрәкле тауарҙарҙы алып килергә тырыша. Төрлө байрамдарҙа, хәйриә акцияларында бағыусы булып йыш сығыш яһайҙар. 9 май, Ололар көнө, Ураҙа ғәйете, Ҡорбан байрамы, Яңы йыл улар ҡатнашлағында үтә. Йыл һайын ауылда урынлашҡан балалар приютын мәктәп кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итә. Әлеге көндә балалар өсөн йылы ойоҡбаштар әҙерләү менән мәшғүлдәр.

 

Шулай итеп, Матрай ауылында «Атайсал» гәзитенең дуҫтары тағы ла артты. Бер көн эсендә генә 25 кеше гәзитле булды. Ошо матур башланғысты дауам итеп,    башҡаларҙы ла «Атайсал» гәзитен алдырырға, коллектив менән бер төптән яҙылырға саҡырабыҙ.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap