Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
Йөрәктәрендә—йәшәү дәрте
Untitled document

Сибай ҡалаһында физик мөмкинлектәре сикләнгән баларҙың «Таланттар йәйғоро» исемле төбәк-ара фестивале үтте. Балалар сәнғәт мәктәбендә уҙғарылған сарала ҡатнашыусылар түбәндәге номинациялар буйынса баһаланды: вокал, нәфис һүҙ, бейеү, музыка ҡоралдарында уйнау, рәсем төшөрөү, ҡул эштәре, фотоһүрәттәр.

Конкурсҡа Урал-аръяғы райондарынан һәм Сибайҙан 69 бала йыйылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, теләк белдереүселәрҙең барыһы ла килә алмаған. Уларҙың эштәрен яҡындары һәм туғандары жюриға тәҡдим итте. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ҡайһы бер балалар бер нисә йыл рәттән әлеге сарала ҡатнашып, фестиваль менән бергә үҫеп килә.

Инвалидтар йәмғиәте рәйесе урынбаҫары Минза Исҡужа ҡыҙы Латипова әйтеүенсә, был фестиваль бер нисә йыл рәттән үткәрелә.

—Фестивалгә әҙерлекте алдан башлайбыҙ. «Таланттар йәйғоро»н тейешле кимәлдә үткәреп ебәреү өсөн бик күп көс һалырға кәрәк. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй тигәндәй, бер тотонһаҡ осона сығып ҡуябыҙ. Фестивалдә ҡатнашҡан балаларҙың күҙҙәрендәге осҡон, ата-әсәләрҙең йөҙөндәге йылмайыуҙы күреү—үҙе  бер оло кинәнес. Быйыл беҙ фестиваль программаһына йәнә бер номинация индерҙек. Ул—рәсем төшөрөү һәм ҡул эштәре. Был физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың тормошҡа яраҡлашып үҫеүенә булышлыҡ итер тигән өмөттә эшләнде. Бәлки, киләсәктә һөнәр һайлағанда ла кәрәге тейер. Уларҙы һәр яҡлап ҡурсалап, һөйөү, наҙ, тейешле тәрбиә биреп торған ата-әсәләр булған саҡта, был балалар бөтөн ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығасаҡ.

«Таланттар йәйғоро»нда еңеүселәр һәм еңелеүселәр юҡ. Бында һәр кем беренсе, сөнки улар үҙҙәрен еңеп, халыҡ алдына сәхнәгә сығып баҫырға батырсылыҡ иткән. Бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар тормоштан йәм табып, ауырлыҡтарға бирешмәйенсә йәшәргә әйҙәй.

 

Ләйлә Ишмырҙина.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap