Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
Бергә барыбер еңелерәк
Untitled document

Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй, шунсама холоҡ, шунсама фиғел... Буй-һын, йөҙ, тауыш, аҡыл ҡеүәһе һәм башҡа айырмалыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, һәр кем үҙенсәлекле шәхес булып формалашҡан. Арабыҙҙа физик мөмкинлектәре сикләнгән йәки сәләмәтлеге яғынан бер аҙ кәмселектәр кисергән кешеләр ҙә бар. Әммә улар ҙа йәмғиәтебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа дәүләтебеҙ, ил етәкселәре инвалидтарға йөҙө менән боролдо. «Уңайлы мөхит» дәүләт программаһы буйынса маҡсатлы эш алып барыла.

Сибай ҡалаһының һуҡырҙар ойошмаһында үткән отчет конференцияһында ла һүҙ, башлыса, ошо турала барҙы. Баймаҡ, Хәйбулла райондарынан һәм Сибайҙан йыйылған йәмғиәт ағзалары алдында Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса һуҡырҙар ойошмаһы контроль-ревизия комитеты рәйесе Ринат Тәлғәт улы Бикбаев, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Әхмәт ҡыҙы Ишемғолова, Көнъяҡ-көнсығыш район-ара ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам үҙәге директоры Эльвира Фәрит ҡыҙы Сафина сығыш яһаны. Улар Урал аръяғы райондарында эшләүсе һуҡырҙар ойошмаларын берҙәм булырға саҡырҙы һәм төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе.

Артабан Сибай һуҡырҙар ойошмаһы рәйесе Фәннүр Хәкимйән улы Fәҙелшин сығыш яһаны. Ул 2015 йылдың ноябренән алып 2016 йылдың октябрь айына тиклемге арауыҡта башҡарылған эштәре хаҡында һөйләне.

—2015 йылда беҙ Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең 90 йыллыҡ юбилейын  билдәләнек. Ошоға ярашлы, Сибай, Баймаҡ һуҡырҙар ойошмаларында мәҙәни-реабилитация саралары ойошторолдо. Шашка һәм дартс буйынса ярыштар уҙғарылды. Ойошмала йыр-бейеүгә, музыка ҡоралдарында уйнауға һәләтле кешеләрҙең күп булыуы ҡыуандыра. В.Д.Уткина, А.Д.Мишурова, С.К.Буранбаева, И.Г. Огнев, Ә.М.Юланов, Ф.М.Саипова, Р.З. Кинйәбулатов, Т.К.Аҙнабаева ойошманың иң әүҙем ағзалары һанала. Яңы йылда бағыусыбыҙ Л.А.Петряков ярҙамында инвалид балаларға бүләктәр тапшырҙыҡ. Юрист Л.Г.Туйсина өлкәндәргә бушлай юридик кәңәштәр биреп һөйөндөрҙө. Ойошма ағзалары теләк буйынса бушлай бассейнға йөрөнө, саңғы прокаты менән ҡулланды. Еңеү байрамына һәм Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә ҡарата байрам саралары  ойошторҙоҡ. Ә юбилярҙарҙы ҡотлау беҙҙә күптән инде матур традицияға әүрелгән. Сибай ҡалаһының һуҡырҙар ойошмаһында 369 кеше иҫәптә тора. Беҙ уларҙың барыһына ла иғтибар күрһәтергә тырышабыҙ. Офисыбыҙға ҡала хакимиәте тарафынан ярҙам күрһәтелә. Бының өсөн Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Х.Х.Сөләймәновҡа рәхмәтлебеҙ,—тип һүҙен йомғаҡланы Фәннүр Хәкимйән улы. Һуңынан Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарының һуҡырҙар ойошмалары рәйестәренең отчет докладтары тыңланылды. Сибай һуҡырҙар йәмғиәтенең әүҙем ағзаһы Светлана Кинйәбай ҡыҙы Буранбаева алып барған конференциянан барыһы ла ҡәнәғәт йөҙ менән, киләсәккә аныҡ бурыстар билдәләп таралышты.

 

Альбина Таһирова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap