Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
11.11.2016
Эшем—бар булмышым
Untitled document

Линара ҠЫРЫМFУЖИНА

—Полиция хеҙмәтен шәхси тормоштан айырып ҡарап булмай. Бында тик йәне-тәне менән бирелгәндәр генә эшләй ала. Беҙҙең эштең үҙенсәлеге шунда: кәрәк икән тәүлек әйләнәһенә ҡайтмайһың. Эш ваҡыты бөткәнен көтөп, сәғәткә ҡарап ултыраһың икән, тимәк, эш алға бармай. Был йәһәттән полиция майоры Салауат Йәнбирҙин яҡшы хеҙмәткәр. Үҙ ваҡыты менән иҫәпләшмәй, яуаплы, тәртипле. Баймаҡ ҡалаһының эске эштәр бүлегендә бына инде 13 йыл ал-ял белмәй хеҙмәт итә,—ти полицияның участка инспекторҙары һәм балиғ булмағандар эше буйынса бүлексә начальнигы, полиция подполковнигы С.Ю.Яксанов.

Салауат Лоҡман улы сығышы менән Баймаҡ районы Алғаҙы ауылынан. Урта мәктәпте тамамлағас, Юлдыбай һөнәрселек училищеһында уҡый. Хабаровск ҡалаһында ике йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Йылайыр техникумында белемен камиллаштыра. Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу ниәте менән милицияға эшкә килә. Йәш егетте балиғ булмағандар эше буйынса инспектор итеп тәғәйенләйҙәр.

2009 йылда уны участка инспекторы итеп күсерәләр. Егет ең һыҙғанып эшкә тотона. Ярҙам һорап килеүсе булһынмы, әллә енәйәт ҡылыусымы—һәр береһе яҡшы мөғәмәлә талап итә. Ул законға ярашлы ярҙам күрһәтергә тырыша. Баймаҡ ҡалаһының Коммуннистик, Т.Аслаев, В.Терешкова, Ю.Гагарин, Блюхер, Социалистик, М.Гәрәев, Мерәҫ урамдары һәм Мерәҫ ауылы советы өсөн яуаплы, уның ҡарамағында 1227 йорт һәм 3721 кеше.

—Халыҡ менән күберәк аралашырға тырышам. Сөнки даими рәүештә, тығыҙ бәйләнештә эшләгәндә генә эштәр алға бара. Беҙгә төрлө рейдтарҙа ла ҡатнашырға тура килә. Бында беҙ закон боҙоусылар менән генә түгел, башҡа граждандар менән дә һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Полицияла хеҙмәт итеүе оҡшай. Эшем—минең бар булмышым. Унан тыш үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Биләмәлә йәшәүселәр дуҫ, туған кеүек булып бөттө инде,—ти Салауат Лоҡман улы.

Һәр кешенең төп терәге—ғаилә. Тыл ныҡлы булһа, хеҙмәттә лә уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Салауат Лоҡман улының ҡатыны Айгөл иренең эшен аңлап ҡабул итә:

—Участка инспекторы булыу күп көс һәм ваҡыт талап итә. Гел халыҡтың күҙ уңында булыуы ла еңел түгел. Үҙемдең эшем дә кеше менән бәйле, шуға күрә лә уны бик яҡшы аңлайым,—ти ул.

Һүрәттә: С.Л.Йәнбирҙин рейд ваҡытында М.М.Абдуллин менән.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap