Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
Имамдар тәжрибә уртаҡлашты
Untitled document

Сибай ҡалаһында М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Мосолман мәғарифын үҫтереү» фәнни-тикшеренеү үҙәге Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты менән берлектә «Дини белем биреүҙең юлдары һәм алымдары» тигән темаға «түңәрәк өҫтәл» үткәрҙе. Унда Урал аръяғы мәсеттәренең имамдары ҡатнашты.

Ҡаланың тарих-крайҙы өйрәнеү музейында ойошторолған «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусыларҙы ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г.Ә.Ишемғолова сәләмләне һәм уңышлы эш теләне.

Урал аръяғы имам-хатиптары алдында Өфөнән килгән абруйлы ҡунаҡтар сығыш яһаны. Улар иғтибарҙы Дини белем биреүҙең сәйәси, социаль, юридик яҡтарына йүнәлтте. Диниә назараты мөфтөйөнөң беренсе урынбаҫары А.Н.Арыҫланов дини белем биреүҙә мәсет имамдарының роле тураһында һөйләне. Философия фәндәре кандидаты, доцент, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Мосолман мәғарифын үҫтереү» фәнни-тикшеренеү үҙәге директоры Д.М.Абдрахманов үҙ сығышында дини белем биреү тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Университеттың юридик бүлеге начальнигы Э.М.Даянова дини белем биреүҙә юридик яҡтан да грамоталы  булырға кәрәк тип, төрлө федераль закондарға һәм башҡа хоҡуҡи акттарға туҡталып китте. Үрҙә атап үтелгән үҙәктең ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты З.М.Тимербулатов «Мәктәп—дини белем биреү усағы» тигән темаға сығыш яһаны. Урал аръяғы мәсеттәренең, имам-хатиптарының эше менән Баймаҡ районының имам-мөхтәсибе Х.Ш.Хафизов таныштырҙы. Сибай ҡалаһы «Тәҡүә» мәсетенең дини белем биреүҙәге роле хаҡында имам-мөхтәсиб Әғләметдин хәҙрәт Fәзизов һөйләне.

«Түңәрәк өҫтәл»дән һуң унда ҡатнашыусылар Сибай тарих-крайҙы өйрәнеү музейы буйлап сәйәхәт итте.

Көндөң икенсе яртыһында «Тәҡүә» мәсете эргәһендә эшләп килгән дини белем биреү курстарының эшмәкәрлеге менән танышыу ҡаралған ине. Бында мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәниә Зәкәриә ҡыҙы Баһаутдинова оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Сара аҙағында М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Мосолман мәғарифын үҫтереү» фәнни-тикшереү үҙәге ойошторған дистанцион уҡыуҙа ҡатнашҡан Урал аръяғының 50 имамына танытмалар тапшырылды.

Шулай итеп, был көндө ғалимдар һәм имамдар дини белем биреүҙең бөтә нескәлектәрен, үҙенсәлектәрен уртаға һалып һөйләште. Имам-хатиптар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды.

 

Арсен Юнысов.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap