Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
Хаж сәфәре берләштерә
Untitled document

Альбина ҠОҘАШЕВА

Хаж ғәмәлен ҡылыу хыялы һәр мосолмандың йөрәгендә йәшәйҙер, әммә был изге бурысты үтәү бәхете меңдәр араһынан берәүгә генә тәтей, тиҙәр. Беҙҙең Урал аръяғы диндарҙары араһында ла йыл һайын хаж ҡылыусылар булыуы ҡыуандыра. Быйыл да Сибай, Баймаҡ ҡалалары, Хәйбулла, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарынан бер төркөм мосолман ҡәрҙәштәребеҙ изге сәфәр ҡылып ҡайттылар. Уларҙың араһында 2-се, 3-сө, хатта 7-се тапҡыр хажға барыусылар бар.

Хажи һәм хажиәләрҙе йыл һайын «Тәҡүә» мәсетенә йыйып, уларҙың алып ҡайтҡан тәьҫораттарын тыңлап, бар нәмәне уртаға һалып һөйләшеү үҙе бер матур йолаға әүерелгән. Был юлы ла мәсеттә улар хөрмәтенә оло табын әҙерләнгәйне. «Тәҡүә» мәсетенең имам-хатибы Әғләметдин хәҙрәт Fәзизов хаждан ҡайтыусыларҙы ихлас йөҙ менән ҡаршылап тәбрикләне һәм һәр береһе менән яҡындан таныштырып, уларға һүҙ бирҙе. Баймаҡ ҡалаһынан килгән Fәйзулла хажи Ярбулов әйтеүенсә, улар хаж ғәмәлен ҡатыны Люциә хажиә менән бергәләп үтәгәндәр.

—Хаж ҡылыу—еңел эш түгел. Әгәр ғәмәлдәрен дөрөҫ итеп үтәһәң, ауырлығы һиҙелмәй. Беҙҙең төркөмдө Илшат хажи алып йөрөнө. Юл алдынан ул: «Сумаҙанығыҙҙы йыйғанда иң беренсе сабырлығығыҙҙы һалығыҙ»,—тип юҡҡа әйтмәгән икән. Мосолман ҡәрҙәштәребеҙ билдәләүенсә, быйылғы хаж иң ауырҙарының береһе булған. Ҙур һынауҙар аша үттек. Иорданияға барып төшөү менән һауа торошоноң ныҡ эҫе тороуын һиҙҙек. Эҫелекте һәр кем үҙенсә үткәрҙе. Үкенескә күрә, арабыҙҙа ауырып китеүселәр ҙә булды. Әммә доғалар ярҙамында беҙ барыһын да еңеп сыҡтыҡ. Бөтә Ер шарынан йыйылған 7-8 миллион мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең бөтәһе бер юлы берҙәмлектә һәм дуҫлыҡта намаҙға баҫыуын күреү минең күңелемдә көслө тәьҫораттар ҡалдырҙы,—ти Fәйзулла хажи.

Әбйәлил районының Ахай ауылында йәшәүсе Сәйетғәли ағай ҙа үҙенең күргәндәрен бәйән итте:

—Минең хажға барыуымды бигерәк тә балаларым теләне. Һәм ниәтләп, изге ергә сәфәр ҡылырға булдым. Мәскәүҙән самолет менән Шарзаға остоҡ, унан Джидда ҡалаһына барып еттек. Артабан автобус менән Мәҙинә һәм Мәккә ҡалаларына юлландыҡ. Эҫелек, халыҡтың күплеге, намаҙҙарҙың, аяттарҙың оҙонлоғо тәьҫир итә, әлбиттә. Әммә бер-беребеҙгә ярҙам итеп, аҡыллы кәңәштәр биреп бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңеп сыҡтыҡ. Хаждан ҡайтҡас күңелгә, тәнгә шундай еңеллек, рәхәтлек килә. Был изге ер үҙенә гел тартып тора. Шуғалыр ҙа мөмкинлеге булған мосолман ҡәрҙәштәребеҙ хажға икешәр-өсәр тапҡыр барып ҡайта. Күргәндәрҙе халыҡҡа һөйләү, уларҙы ла хаж ғәмәлен үтәүгә өндәү—беҙҙең изге бурысыбыҙ һанала.

Әлфир хажи изге сәфәргә сығыу өсөн ике йыл әҙерләнгән. Быйыл, ниһайәт, уйлаған ниәтен тормошҡа ашырған.

—Мәккәгә барып, Ҡәғбә ташын күреп иҫ киткес тойғолар кисерҙем. Йәштәргә шуны әйтер инем: ҡурҡмаһындар, хажға барһындар. Унда бер ниндәй ҙә терроризм һәм экстремизм юҡ. Ислам дине—иманлы, көслө дин. Хаҡ динебеҙ кешеләр күңеленә тик яҡшылыҡ орлоҡтары сәсә,—тине ул.

Икенсе тапҡыр хажға барыусы Ишбулды хажи, Хәйбулла районынан етенсе тапҡыр изге ергә сәфәр ҡылыусы Фәрзәнә хажиәнең һөйләгәндәре лә бик фәһемле булды. Сибайҙан Фәниә ханым хажға барыуҙы нисек итеп интернет селтәре аша өйрәнеүен, унан күп кәрәкле мәғлүмәттәр туплауын әйтте. 2015 йылда хаж ҡылыусы Нәйлә хажиәне быйыл табип булараҡ эшкә саҡырғандар. Ул бик күп ауырыуҙарға, балаларға медицина ярҙамы күрһәтеп сауап алған.

Хажи һәм хажиәләр бер табын артында ултырып, Хәнифә апай Һөйәрғолова бешергән тәмле ҡорбан ашынан ауыҙ иткәндән һуң, өйлә намаҙына баҫты.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap